Баҫыу эштәре, ашлыҡ үҫтереү, аҙыҡ-түлек эшкәртеү, етештереү өсөн ниндәй генә техника, ҡорамалдар ҡуйылмағайны бында! Хатта ер кешеһе өсөн ҡулайлаштырып эшләнгән кескәй самолет та “килеп төшкән”. Был аңлашыла: иҡтисадтың барлыҡ тармағындағы кеүек үк ауыл хужалығында ла һөҙөмтәле эшләүҙе заманса техника, транспорттан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Күргәҙмәне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин асып, республиканың Рәсәй төбәктәре араһында ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү буйынса алдынғылар рәтендә булыуын белдерҙе.
– Бөгөн импортты үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлеккә алмаштырыу хаҡында һүҙ алып барғанда, инвесторҙар йәлеп итеү, бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн был сараның уңайлы мөхит тыуҙырырына ышанам, – тине ул.
Республикала эшләнгән ауыл хужалығы техникаһына, ҡорамалдарға ҙур урын бүленгән. “Агроферма” бүлегендә малсылыҡ, ҡошсолоҡ йүнәлешендә шөғөлләнгәндәр үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Ейәнсура районындағы Күгәрсен ауылынан “Маяҡ” ауыл хужалығы предприятиеһының эре һарыҡтары күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
– 2012 йылда волгоград тоҡомло һарыҡтар һатып алдыҡ, – тине үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында хужалыҡ етәксеһе Дәмин Юланов. – Инә һарыҡтар 55 – 60 килограмм тарта. Әле уларҙы 3 мең 718 башҡа еткерҙек. Көҙөн Ҡорбан байрамында алты айлыҡ 500 баш тәкәне өсәр меңдән һаттыҡ.
Күргәҙмәлә үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлектең күпләп урын алыуы ҡыуаныслы күренеш ине. Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты килтергән ризыҡтарҙы халыҡ маҡтай-маҡтай һатып алды, “Урал-Тау” ауыл хужалығы предприятиеһының ит аҙыҡтарын да ауыҙ иттеләр.
“Урал-Тау” – республиканың төньяҡ-көнсығыш төбәгендә иң ҙур предприятиеларҙың береһе. Игенселек, малсылыҡ тармағы менән көн иткән хужалыҡтың ит эшкәртеү комбинаты, икмәкханаһы бар.
Уңғандар өсөн тәбиғәт миҙгелдәргә бүленмәй, күрәһең. Бүздәктән Фәүил Хәбибрахмановтың әле генә өҙөп алынған ҡыярын тәмләп ҡарағас, күптәр шулай уйлағандыр. Өс гектарҙан көн һайын 15 тонна витаминлы йәшелсә йыйып алалар икән.
Һәр эш фәнгә бәйләп алып барылғанда ғына үҙ уңыштарын бирә. Күргәҙмәлә фермерҙарға, эшҡыуарҙарға малсылыҡ, тоҡомсолоҡ, дәүләт ярҙамы, импортты алмаштырыу шарттарында үҙебеҙҙең аҙыҡты етештереү буйынса белгестәр фәһемле кәңәштәр бирҙе.
Сара 20 мартҡа ҡәҙәр дауам итә.