Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Шунан һуң ҡырҡа үҙгәрҙе Зәбир. Әйтерһең дә, улы вайымһыҙлығын атаһына ҡалдырып китте. Шымтайҙы, туҡ­тауһыҙ үҙен битәрләне. Сәстәренә сал ҡунды. Үҙенә йомолдо. Ҡаты­нына иғтибар бер хәл, ҡыҙҙарын күрмәҫ булды. Улар оло кешенең нисек тә күңелен күтәрергә тырышты. Тик Зәбир һәр мөғәмәләне күҙе уңынан үткәрҙе. Иғтибар­һыҙлығы арҡаһында эшендә авария булып, ғауға ҡубып, ва­зифа­һынан бушатылып ҡуйҙы. Өс тиҫтә йыллап ғүмерен арнаған эшенән пенсия йәшенә етер-етмәҫтән ҡыуылыуын Зәбир ауыр кисерҙе. Төңөлдө.
Үҙе көс-ҡеүәт табыр тип кисектереп килгән Хәлиҙә бер көн уның менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә баҙнат итте.
– Үҙеңде ҡулға алырға ваҡыт, Зәбир! Киткән артынан китеп булмай. Тормош дауам итә, ҡояш көн дә ҡалҡа, йылғалар туҡтамай аға. Һин кем? Тәү сиратта — ғаилә башлығы, ир, атай кеше! Өс ҡыҙыбыҙға терәк кәрәк! Уларҙы онотаһы булма!
Күңел түрендә күптән йыйылып килгән был һүҙҙәрҙән Зәбир ирен сите менән көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы.
– Ә ни өсөн? Нимәгә кәрәк былар барыһы? Әйт әле, быларҙың һөҙөмтәһе бармы?
Ни әйтергә теләгәнен аңламаған Хәлиҙә иренең алдына сүгәләне.
– Күңелеңдәген ас, үҙеңә еңелерәк булып ҡалыр.
– Тормош бөттө, Хәлиҙә. Артабан йәшәүҙән фәтүә юҡ.
– Ҡыҙҙарыңды онотма, тим, Зәбир!
– Бына шул-шул. Ҡыҙҙар! Минең бүтән улым юҡ!
– Абау! Ауыҙыңдан ел алһын! Хоҙай бындай һүҙҙәреңде ишет­мәһен тип телә! – Хәлиҙә, иренең әйткәне ысын булыуына ышанырға теләмәй, янтайып тороп, бүлмә буйлап арҡыры-буй йөрөргә кереште.
– Теләмәйем дә, ҡурҡмайым да! Һинең яратҡан Хоҙайың минең берҙән-бер улымды аяп торманы, шәфҡәтен бирмәне! Тартып алды! Нәҫелемде дауам итеүсе юҡ! Ҡыҙҙар исем-шәрифемде дауам итерме? Юҡ!
Күпме йыл йәшәп, ирен бөтөн­ләй белмәгәнме, ысын йөҙөн күрмәгәнме Хәлиҙә? Уның ауы­ҙынан бындай һүҙҙәрҙе ишетеүҙе күҙ алдына ла килтерә алмаған ҡатындың тамағына төйөр тығылды. Ни тип яуап ҡайтарырға белмәй, ҡапыл ҡыҫынҡы булып ҡалған был бүлмәнән сығырға уҡталғайны, уртансы ҡыҙы Зөл­фирә менән йөҙгә-йөҙ бәрелешә яҙҙы.
– Ҡыҙым...
Йөҙө ағарынған ҡыҙ, әсәһенең һүҙен ҡолағына ла элмәй, атаһына ҡарап:
– Шулай икән, тимәк, бүтән һин атайым түгел! – тине лә абына-һөрөнә өйҙән сығып йүгерҙе.
Шул сығып китеүенән зым-зыя юҡ булды Зөлфирә. Әхирәтен­дәлер, тынысланғас, ҡайтыр тип көткән Хәлиҙә тәүге көндә эҙләмәне. Ире менән һөйләшеү ҙә тамамланмай ҡалды, ҡыҙы ла олаҡты. Шулай булырын алдан белһә, тамағына бысаҡ терәһәләр ҙә, башламаҫ ине ҡәһәрле әңгә­мәне. Ике тәүлектән һуң милицияға мөрәжәғәт иткәйне:
– Аҙна-ун көн үтмәйенсә, ғариза ҡабул итмәйбеҙ. Ғәҙәттә, ҡайта торған ундайҙар, – тип битараф­һыҙыраҡ яуап ҡайтарҙы погонлы һимеҙ ҡатын.
Ҡайҙан ғына эҙләмәне, ҡайҙарға ғына барманы Хәлиҙә. Бындай көтөлмәгән ваҡиғанан иҫенә килгән Зәбир ҙә, хатаһын аңлап, бисә­һе­нең һәр һүҙен тыңлап, әйткән-ҡушҡанын үтәне. Һис ни бел­мәгән-һиҙенмәгән ике ҡыҙында күңел йыуанысы тапты. Хәлиҙә инде ҡайҙа барырға, кемгә мөрәжәғәт итергә тип аптыранып ултырған бер көндә телефоны тауыш бирҙе. Ят номерҙан СМС-хәбәр килгән: “Әсәй, минең менән барыһы ла һәйбәт. Мине эҙләмә, ғәйепләмә, тик өйгә ҡайтмам”, – тип кенә яҙып ебәргәйне Зөлфирә.
Бына һиңә мә! Тормош сюрприздарынан арыған Хәлиҙә СМС кил­тергән номерға шылтыратырға то­тондо. Әммә бәйләнештең икенсе осонда, бындай номер юҡ, тип яуап ҡайтарҙылар. Ошолай ҡалдыра аламы һуң ул был хәлде? Туған-тыумаса, кеше күҙенә нисек күренер?..
...Ике йыл тигәндә, үҙе ҡайтып инде Зөлфирә. Бер үҙе түгел, ике сабыйын – игеҙәк малайҙарын күтәреп. Үҙҙәренең олатай-өләсәй булыуын белмәй ҙә йөрөгән Зәбир менән Хәлиҙә һөйөнөп бөтә алманы. Шелтә-әрҙән башҡаһын көт­мәгән йәш әсә ҡолас йәйеп ҡаршы алыуҙарына ҡаушап, албырғап та ҡалды, буғай.
– Үт, үтегеҙ! Ниңә тупһала ҡа­тып ҡалдың? Исемдәре нисек бәләкәстәрҙең?
– Рәмил менән Рәмзил... – һа­ман битәрләү һүҙен көткән Зөл­фирә урынынан ҡуҙғалманы. Хәлиҙә этеп-төртөп тигәндәй уны түрҙәге диванға ултыртты.
Балаларға текләп:
– Матур исемдәр биргәнһең! Үҙҙәре лә бер тигән! Тас үҙең, – тип ихласлап әйтеп, Зәбир берәм-берәм малайҙарҙы ҡулына алып, һикертергә кереште. Быны күреп, Зөлфирәнең күңеле тулды, илап ебәрҙе.
– Ғәфү итегеҙ мине, зинһар! Һеҙҙең алдығыҙҙа ғәйебем ҙур... Атай, кисер! Рәнйемәгеҙ миңә...
– Юҡҡа ғазаплама үҙеңде, ҡыҙым, үткән – бөткән. Булғанды ҡайтарырға бер кемдең ҡөҙрәте юҡ. Үҙемдең хатамды таныным, ки­сереүеңде үтенәм, – Зәбир ма­лайҙарҙы Хәлиҙәгә тоттороп, теҙ­ләнеп, маңлайын ҡыҙының тубыҡ­тарына терәне.
Сәй эскәндә тулыһынса асылды Зөлфирә.
– Үҙемдән күпкә өлкән ул. Алдан шундай иғтибарлы, йомшаҡ ине. Өрмәгән ергә ултыртманы, ти­ҙәрме шундайҙарҙы. Йөклө икә­нем­де белгәс, әтәсләнә башланы. Тупаҫланды, ҡырыҫайҙы. Һыуын­ғандан-һыуына барҙы арабыҙ. Аборт эшләтергә өгөтләне, шунда уҡ ҡырҡа баш тарттым. Малайҙар донъяға килгәс, урамға ҡыуып сығарҙы. Бер әйберҙе лә алып өлгөрмәнем. Хатта балаҡайҙарҙың кәрәк-ярағын, документтарын да...
– Зарар юҡ. Борсолма, ҡыҙым, тормош яйға һалына ул. Бары Хоҙайҙан һорарға ғына кәрәк. Оло кешенең һүҙен тыңла. Ә малай­ҙарҙы, риза булһаң, үҙемдең исемгә яҙҙырырбыҙ, – Зәбир өмөтлө ҡарашын бер ҡыҙына, бер Хәлиҙәгә төбәне.
Зөлфирә сәпәкәйләп һикереп торҙо ла атаһын ҡосаҡлап алып, әсәһенә ҡараны. Хәлиҙә мөләйем йылмайҙы.
Шөкөр, донъялар әкренләп рәткә һалынды. Малайҙар үҫте. Инде Зәбир тормошон уларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Игеҙәктәр үҙенә уғата эҫенде, оҙаҡ күренмәй торһа: “Олатай ҡайҙа?” – тип таптыра ла башлайҙар. Зөлфирә әсәһе эргә­һенә эшкә урынлашты. Ул арала өлкән ҡыҙҙары Гөлфирә лә кейәүгә сыҡты. Күп көттөрмәй ҡыҙ бала донъяға килде. Бергә йыйылғанда өй эсе умарталай гөж килеп тора хәҙер. Балалы йортта ғәйбәт булмай тигәндәй, күңелле мәшәҡәттәр һәр кемдең күңелен хушландырҙы. Мәктәптә уҡыған кинйә ҡыҙҙары Әлфирә һеңле-ҡустыларын ихлас ҡарашты.
Донъяның түңәрәклеге күңел­дең китек булмауынан тора. Ләкин тормош көтөлмәгән яҡтан килтереп һуғырға ғәҙәтләнгән шул. Әҙәм ба­лаһы үҙенә күпме ғүмер бирел­гәнен һис белмәй.
...Башҡаларынан бер нәмәһе менән дә айырылмаған ғәп-ғәҙәти көн ине. Июль айы. Һиллек. Ҡояш нурҙарын йәлләмәй ер өҫтөнә һибә. Аяҡ аҫтында үлән-ҡыяҡтар артына йәшеренеп, сиңерткәләр күңелле сырҡылдаша, ағаслыҡта, бер-береһен уҙҙырып, ҡоштар һайрай. Ауыл яғынан ара-тирә әтәстәр һөрәнләүе ишетелеп ҡала. Көтөү көткән Зәбир күләгәлә малдарҙың үлән утлағанын күҙәтеп ята, ваҡыты менән сәскәне танауына килтереп, хуш еҫе менән үпкәһен тултыра. Һыйырҙар, бимазалаған себен-күгәүендәрҙе ҡойроҡтары менән ҡыуалап, ашап йөрөй. Һарыҡтар төркөмдәргә бү­ле­неп, уның ише күләгәлә әлһерәп ята. Көйшәнәләр. Эргәләрендә бәрәстәре һикерәнләп уйнай. Кәзәләрҙең йылғырҙары ҡыры­найып үҫкән ҡайындарға менеп, үрелеп япрағын тәмләй. Ҡайһылай тыныс, күңелле. Тормош һәр саҡ шулай барһа икән!
Малы ҡуҙғалғас, Зәбир сәғәтенә күҙ һалды. Һуғарырға ваҡыт еткән икән шул, тип уйлап, көтөүҙе шиш­мәгә ыңғайлатты. Хәйер, ҡыуа­ларға кәрәкмәй, малдар үҙ белдеге менән һыу яғына атлай. Тик бына оло юл аша сыҡҡанда абай булырға кәрәк. Ауыл халҡы күпме ялынмаһын, һорамаһын, юҡ, ошо мал сығарған урынға тейешле билдә ҡуйманылар. Ен һымаҡ ҡыуалап йөрөгән водителдәргә иҫкәрмә булыр ине. Өҫтәүенә, трассала был тирәлә ауыл бар­лығы хаҡында бер ниндәй билдә, яҙыу ҡуйылмаған. Туҡталҡаһы ла, ауылға төшөр юл да эшләнмәгән. Кемдәрҙеңдер битарафлығы арҡа­һын­да ябай халыҡ ыҙалай.
Һыйырҙар асфальтҡа аяҡ баҫ­ҡас, арттағыларын ашыҡтырып, “һәүкәләп” ҡыуаларға кереште. Шул саҡ боролоштан ике машина күренде. Сеү, тиҙлегеңде кәмет! Күрмәйһегеҙме, юл буш түгел! Юҡ, яйларға уйламайҙар ҙа, буғай. Хәҙер һыйырҙарҙы бәрҙерәләр бит! Ыҫмала еҫендә күгәүендәр бимазаламағанға асфальт юлда арҡыры баҫып торған малдарҙы сығарырға йүгерҙе Зәбир. Йә, Хоҙай! Тәүге машина нисек килгән, шул көйө кәйелеп үтеп китте, һыйырҙарҙы ҡыуалап өлгөрҙө ир. Тик икенсе машинаның тәгәрмәсе аҫтында ҡалды Зәбир. “Малға зыян килмәне”, — тип уйлап өлгөрҙө көтөүсе.
...Йортҡа әле һаман кеше ағыла. Һәр кем мәрхүмдең ғүмерен кү­ңеленән яңынан үткәреп, нин­дәйҙер һығымта яһарға тырыша.
– Йә инде, бөгөн барһың, иртәгә – юҡ...
– Ике йәш егет бәхәс ҡороп, иҫерек килеш рулдә уҙыш ойош­торған, тиҙәрме?
– Хоҙай һаҡлаһын...
Һиҙенергә кәрәк булған Хәли­ҙәгә. Аҙна буйы төнөн хужаларына тоғро Көтмөрҙәре олоп сыҡты. Тәүҙәрәк тымыр тип, артыҡ иғтибар бирмәне. Өсөнсө төн ҡабатланғас, Зәбиргә төрттө:
– Бар, сығып тый әле шуны.
Инеп ятҡас, олоу ҡабат ишетелде. Нимә булған быға? Эт олоған ихатаға ҡайғы килер, тиҙәр. Бығаса күндәм генә көн иткән йән эйәһенә ни етмәй? Ир ҡабаттан сығып, этте таяҡ менән туҡмарға мәжбүр булды. Туҡмалғандан һуң да тыйылманы Көтмөр. Таң атҡас, Зәбир күршеһе Төхфәтте саҡырҙы. Һунарсы оҙаҡ уйлап торманы, атты маъмайҙы. “Үҙ башыңа”, – тип әйтергә онотҡандыр инде Хәлиҙә...
Ҡапыл һыуытып ебәрҙе. Июль ки­сенә хас булмаған күренеш. Еңел­сә кейенеп килгән ҡунаҡ­тар­ҙың кемеһелер ҡайтыр яҡҡа йү­нәлде, икенселәре өйгә инде. Уңар­сы булмай, буран сыҡты. Ҡо­то­роп ҡупты. Бына һиңә йәй уртаһы.
Әлфирә иптәш ҡыҙҙары янына килеп баҫты. Тегеләр һүҙҙе нисек, нимәнән башларға белмәй торҙо. Шунан, алдан килешкәндәй, бөтәһе бер ыңғай уны ҡосаҡлап алды. Шул саҡ арттарында тыйнаҡ ҡына шыңшыу ишетелде.
– Абау! Нимә был? Исеме ни­сек? – тигән һорауҙар ябырылды.
Әлфирә, ҡарашын алыҫҡа төбәп:
– Буран, – тип яуапланы.
Ҡыҙҙар көсөктөң исеме тип аңланы. Хәйер, бәлки, шулайҙыр ҙа. Бер кем бурандың ҡасан, ҡайһы яҡтан ҡубырын, килерен белмәй...

(Аҙағы. Башы 49-50-се һандарҙа).


Автор: Фәйез ХАРРАСОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә