Буран18.03.2015
Шунан һуң ҡырҡа үҙгәрҙе Зәбир. Әйтерһең дә, улы вайымһыҙлығын атаһына ҡалдырып китте. Шымтайҙы, туҡтауһыҙ үҙен битәрләне. Сәстәренә сал ҡунды. Үҙенә йомолдо. Ҡатынына иғтибар бер хәл, ҡыҙҙарын күрмәҫ булды. Улар оло кешенең нисек тә күңелен күтәрергә тырышты. Тик Зәбир һәр мөғәмәләне күҙе уңынан үткәрҙе. Иғтибарһыҙлығы арҡаһында эшендә авария булып, ғауға ҡубып, вазифаһынан бушатылып ҡуйҙы. Өс тиҫтә йыллап ғүмерен арнаған эшенән пенсия йәшенә етер-етмәҫтән ҡыуылыуын Зәбир ауыр кисерҙе. Төңөлдө.
Үҙе көс-ҡеүәт табыр тип кисектереп килгән Хәлиҙә бер көн уның менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә баҙнат итте.
– Үҙеңде ҡулға алырға ваҡыт, Зәбир! Киткән артынан китеп булмай. Тормош дауам итә, ҡояш көн дә ҡалҡа, йылғалар туҡтамай аға. Һин кем? Тәү сиратта — ғаилә башлығы, ир, атай кеше! Өс ҡыҙыбыҙға терәк кәрәк! Уларҙы онотаһы булма!
Күңел түрендә күптән йыйылып килгән был һүҙҙәрҙән Зәбир ирен сите менән көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы.
– Ә ни өсөн? Нимәгә кәрәк былар барыһы? Әйт әле, быларҙың һөҙөмтәһе бармы?
Ни әйтергә теләгәнен аңламаған Хәлиҙә иренең алдына сүгәләне.
– Күңелеңдәген ас, үҙеңә еңелерәк булып ҡалыр.
– Тормош бөттө, Хәлиҙә. Артабан йәшәүҙән фәтүә юҡ.
– Ҡыҙҙарыңды онотма, тим, Зәбир!
– Бына шул-шул. Ҡыҙҙар! Минең бүтән улым юҡ!
– Абау! Ауыҙыңдан ел алһын! Хоҙай бындай һүҙҙәреңде ишетмәһен тип телә! – Хәлиҙә, иренең әйткәне ысын булыуына ышанырға теләмәй, янтайып тороп, бүлмә буйлап арҡыры-буй йөрөргә кереште.
– Теләмәйем дә, ҡурҡмайым да! Һинең яратҡан Хоҙайың минең берҙән-бер улымды аяп торманы, шәфҡәтен бирмәне! Тартып алды! Нәҫелемде дауам итеүсе юҡ! Ҡыҙҙар исем-шәрифемде дауам итерме? Юҡ!
Күпме йыл йәшәп, ирен бөтөнләй белмәгәнме, ысын йөҙөн күрмәгәнме Хәлиҙә? Уның ауыҙынан бындай һүҙҙәрҙе ишетеүҙе күҙ алдына ла килтерә алмаған ҡатындың тамағына төйөр тығылды. Ни тип яуап ҡайтарырға белмәй, ҡапыл ҡыҫынҡы булып ҡалған был бүлмәнән сығырға уҡталғайны, уртансы ҡыҙы Зөлфирә менән йөҙгә-йөҙ бәрелешә яҙҙы.
– Ҡыҙым...
Йөҙө ағарынған ҡыҙ, әсәһенең һүҙен ҡолағына ла элмәй, атаһына ҡарап:
– Шулай икән, тимәк, бүтән һин атайым түгел! – тине лә абына-һөрөнә өйҙән сығып йүгерҙе.
Шул сығып китеүенән зым-зыя юҡ булды Зөлфирә. Әхирәтендәлер, тынысланғас, ҡайтыр тип көткән Хәлиҙә тәүге көндә эҙләмәне. Ире менән һөйләшеү ҙә тамамланмай ҡалды, ҡыҙы ла олаҡты. Шулай булырын алдан белһә, тамағына бысаҡ терәһәләр ҙә, башламаҫ ине ҡәһәрле әңгәмәне. Ике тәүлектән һуң милицияға мөрәжәғәт иткәйне:
– Аҙна-ун көн үтмәйенсә, ғариза ҡабул итмәйбеҙ. Ғәҙәттә, ҡайта торған ундайҙар, – тип битарафһыҙыраҡ яуап ҡайтарҙы погонлы һимеҙ ҡатын.
Ҡайҙан ғына эҙләмәне, ҡайҙарға ғына барманы Хәлиҙә. Бындай көтөлмәгән ваҡиғанан иҫенә килгән Зәбир ҙә, хатаһын аңлап, бисәһенең һәр һүҙен тыңлап, әйткән-ҡушҡанын үтәне. Һис ни белмәгән-һиҙенмәгән ике ҡыҙында күңел йыуанысы тапты. Хәлиҙә инде ҡайҙа барырға, кемгә мөрәжәғәт итергә тип аптыранып ултырған бер көндә телефоны тауыш бирҙе. Ят номерҙан СМС-хәбәр килгән: “Әсәй, минең менән барыһы ла һәйбәт. Мине эҙләмә, ғәйепләмә, тик өйгә ҡайтмам”, – тип кенә яҙып ебәргәйне Зөлфирә.
Бына һиңә мә! Тормош сюрприздарынан арыған Хәлиҙә СМС килтергән номерға шылтыратырға тотондо. Әммә бәйләнештең икенсе осонда, бындай номер юҡ, тип яуап ҡайтарҙылар. Ошолай ҡалдыра аламы һуң ул был хәлде? Туған-тыумаса, кеше күҙенә нисек күренер?..
...Ике йыл тигәндә, үҙе ҡайтып инде Зөлфирә. Бер үҙе түгел, ике сабыйын – игеҙәк малайҙарын күтәреп. Үҙҙәренең олатай-өләсәй булыуын белмәй ҙә йөрөгән Зәбир менән Хәлиҙә һөйөнөп бөтә алманы. Шелтә-әрҙән башҡаһын көтмәгән йәш әсә ҡолас йәйеп ҡаршы алыуҙарына ҡаушап, албырғап та ҡалды, буғай.
– Үт, үтегеҙ! Ниңә тупһала ҡатып ҡалдың? Исемдәре нисек бәләкәстәрҙең?
– Рәмил менән Рәмзил... – һаман битәрләү һүҙен көткән Зөлфирә урынынан ҡуҙғалманы. Хәлиҙә этеп-төртөп тигәндәй уны түрҙәге диванға ултыртты.
Балаларға текләп:
– Матур исемдәр биргәнһең! Үҙҙәре лә бер тигән! Тас үҙең, – тип ихласлап әйтеп, Зәбир берәм-берәм малайҙарҙы ҡулына алып, һикертергә кереште. Быны күреп, Зөлфирәнең күңеле тулды, илап ебәрҙе.
– Ғәфү итегеҙ мине, зинһар! Һеҙҙең алдығыҙҙа ғәйебем ҙур... Атай, кисер! Рәнйемәгеҙ миңә...
– Юҡҡа ғазаплама үҙеңде, ҡыҙым, үткән – бөткән. Булғанды ҡайтарырға бер кемдең ҡөҙрәте юҡ. Үҙемдең хатамды таныным, кисереүеңде үтенәм, – Зәбир малайҙарҙы Хәлиҙәгә тоттороп, теҙләнеп, маңлайын ҡыҙының тубыҡтарына терәне.
Сәй эскәндә тулыһынса асылды Зөлфирә.
– Үҙемдән күпкә өлкән ул. Алдан шундай иғтибарлы, йомшаҡ ине. Өрмәгән ергә ултыртманы, тиҙәрме шундайҙарҙы. Йөклө икәнемде белгәс, әтәсләнә башланы. Тупаҫланды, ҡырыҫайҙы. Һыуынғандан-һыуына барҙы арабыҙ. Аборт эшләтергә өгөтләне, шунда уҡ ҡырҡа баш тарттым. Малайҙар донъяға килгәс, урамға ҡыуып сығарҙы. Бер әйберҙе лә алып өлгөрмәнем. Хатта балаҡайҙарҙың кәрәк-ярағын, документтарын да...
– Зарар юҡ. Борсолма, ҡыҙым, тормош яйға һалына ул. Бары Хоҙайҙан һорарға ғына кәрәк. Оло кешенең һүҙен тыңла. Ә малайҙарҙы, риза булһаң, үҙемдең исемгә яҙҙырырбыҙ, – Зәбир өмөтлө ҡарашын бер ҡыҙына, бер Хәлиҙәгә төбәне.
Зөлфирә сәпәкәйләп һикереп торҙо ла атаһын ҡосаҡлап алып, әсәһенә ҡараны. Хәлиҙә мөләйем йылмайҙы.
Шөкөр, донъялар әкренләп рәткә һалынды. Малайҙар үҫте. Инде Зәбир тормошон уларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Игеҙәктәр үҙенә уғата эҫенде, оҙаҡ күренмәй торһа: “Олатай ҡайҙа?” – тип таптыра ла башлайҙар. Зөлфирә әсәһе эргәһенә эшкә урынлашты. Ул арала өлкән ҡыҙҙары Гөлфирә лә кейәүгә сыҡты. Күп көттөрмәй ҡыҙ бала донъяға килде. Бергә йыйылғанда өй эсе умарталай гөж килеп тора хәҙер. Балалы йортта ғәйбәт булмай тигәндәй, күңелле мәшәҡәттәр һәр кемдең күңелен хушландырҙы. Мәктәптә уҡыған кинйә ҡыҙҙары Әлфирә һеңле-ҡустыларын ихлас ҡарашты.
Донъяның түңәрәклеге күңелдең китек булмауынан тора. Ләкин тормош көтөлмәгән яҡтан килтереп һуғырға ғәҙәтләнгән шул. Әҙәм балаһы үҙенә күпме ғүмер бирелгәнен һис белмәй.
...Башҡаларынан бер нәмәһе менән дә айырылмаған ғәп-ғәҙәти көн ине. Июль айы. Һиллек. Ҡояш нурҙарын йәлләмәй ер өҫтөнә һибә. Аяҡ аҫтында үлән-ҡыяҡтар артына йәшеренеп, сиңерткәләр күңелле сырҡылдаша, ағаслыҡта, бер-береһен уҙҙырып, ҡоштар һайрай. Ауыл яғынан ара-тирә әтәстәр һөрәнләүе ишетелеп ҡала. Көтөү көткән Зәбир күләгәлә малдарҙың үлән утлағанын күҙәтеп ята, ваҡыты менән сәскәне танауына килтереп, хуш еҫе менән үпкәһен тултыра. Һыйырҙар, бимазалаған себен-күгәүендәрҙе ҡойроҡтары менән ҡыуалап, ашап йөрөй. Һарыҡтар төркөмдәргә бүленеп, уның ише күләгәлә әлһерәп ята. Көйшәнәләр. Эргәләрендә бәрәстәре һикерәнләп уйнай. Кәзәләрҙең йылғырҙары ҡырынайып үҫкән ҡайындарға менеп, үрелеп япрағын тәмләй. Ҡайһылай тыныс, күңелле. Тормош һәр саҡ шулай барһа икән!
Малы ҡуҙғалғас, Зәбир сәғәтенә күҙ һалды. Һуғарырға ваҡыт еткән икән шул, тип уйлап, көтөүҙе шишмәгә ыңғайлатты. Хәйер, ҡыуаларға кәрәкмәй, малдар үҙ белдеге менән һыу яғына атлай. Тик бына оло юл аша сыҡҡанда абай булырға кәрәк. Ауыл халҡы күпме ялынмаһын, һорамаһын, юҡ, ошо мал сығарған урынға тейешле билдә ҡуйманылар. Ен һымаҡ ҡыуалап йөрөгән водителдәргә иҫкәрмә булыр ине. Өҫтәүенә, трассала был тирәлә ауыл барлығы хаҡында бер ниндәй билдә, яҙыу ҡуйылмаған. Туҡталҡаһы ла, ауылға төшөр юл да эшләнмәгән. Кемдәрҙеңдер битарафлығы арҡаһында ябай халыҡ ыҙалай.
Һыйырҙар асфальтҡа аяҡ баҫҡас, арттағыларын ашыҡтырып, “һәүкәләп” ҡыуаларға кереште. Шул саҡ боролоштан ике машина күренде. Сеү, тиҙлегеңде кәмет! Күрмәйһегеҙме, юл буш түгел! Юҡ, яйларға уйламайҙар ҙа, буғай. Хәҙер һыйырҙарҙы бәрҙерәләр бит! Ыҫмала еҫендә күгәүендәр бимазаламағанға асфальт юлда арҡыры баҫып торған малдарҙы сығарырға йүгерҙе Зәбир. Йә, Хоҙай! Тәүге машина нисек килгән, шул көйө кәйелеп үтеп китте, һыйырҙарҙы ҡыуалап өлгөрҙө ир. Тик икенсе машинаның тәгәрмәсе аҫтында ҡалды Зәбир. “Малға зыян килмәне”, — тип уйлап өлгөрҙө көтөүсе.
...Йортҡа әле һаман кеше ағыла. Һәр кем мәрхүмдең ғүмерен күңеленән яңынан үткәреп, ниндәйҙер һығымта яһарға тырыша.
– Йә инде, бөгөн барһың, иртәгә – юҡ...
– Ике йәш егет бәхәс ҡороп, иҫерек килеш рулдә уҙыш ойошторған, тиҙәрме?
– Хоҙай һаҡлаһын...
Һиҙенергә кәрәк булған Хәлиҙәгә. Аҙна буйы төнөн хужаларына тоғро Көтмөрҙәре олоп сыҡты. Тәүҙәрәк тымыр тип, артыҡ иғтибар бирмәне. Өсөнсө төн ҡабатланғас, Зәбиргә төрттө:
– Бар, сығып тый әле шуны.
Инеп ятҡас, олоу ҡабат ишетелде. Нимә булған быға? Эт олоған ихатаға ҡайғы килер, тиҙәр. Бығаса күндәм генә көн иткән йән эйәһенә ни етмәй? Ир ҡабаттан сығып, этте таяҡ менән туҡмарға мәжбүр булды. Туҡмалғандан һуң да тыйылманы Көтмөр. Таң атҡас, Зәбир күршеһе Төхфәтте саҡырҙы. Һунарсы оҙаҡ уйлап торманы, атты маъмайҙы. “Үҙ башыңа”, – тип әйтергә онотҡандыр инде Хәлиҙә...
Ҡапыл һыуытып ебәрҙе. Июль кисенә хас булмаған күренеш. Еңелсә кейенеп килгән ҡунаҡтарҙың кемеһелер ҡайтыр яҡҡа йүнәлде, икенселәре өйгә инде. Уңарсы булмай, буран сыҡты. Ҡотороп ҡупты. Бына һиңә йәй уртаһы.
Әлфирә иптәш ҡыҙҙары янына килеп баҫты. Тегеләр һүҙҙе нисек, нимәнән башларға белмәй торҙо. Шунан, алдан килешкәндәй, бөтәһе бер ыңғай уны ҡосаҡлап алды. Шул саҡ арттарында тыйнаҡ ҡына шыңшыу ишетелде.
– Абау! Нимә был? Исеме нисек? – тигән һорауҙар ябырылды.
Әлфирә, ҡарашын алыҫҡа төбәп:
– Буран, – тип яуапланы.
Ҡыҙҙар көсөктөң исеме тип аңланы. Хәйер, бәлки, шулайҙыр ҙа. Бер кем бурандың ҡасан, ҡайһы яҡтан ҡубырын, килерен белмәй...
(Аҙағы. Башы 49-50-се һандарҙа).