Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәбиғәтте кемдәр ҡурсалай?
Тәбиғәтте кемдәр ҡурсалай? “Башҡортостан” милли паркы директоры Илдар Яҡупов менән урман эсенән елдерәбеҙ. Хәйер, бында ҙур тиҙлектә барып та булмай, кейектәр ҙә күп, тәгәрмәс аҫтына эләгеүҙәрен көт тә тор.
– Юлдың ике яғында ла ҡуян эҙҙәре, күрәһегеҙме?
– Ҡайҙа, ҡайҙа? – Мин бер нәмә лә күрмәйем, ҡышҡы урманда бер хәрәкәт тә юҡ шикелле, күҙ күреме ерҙә – аҡ ялан һәм бәҫ ҡунған ағастар ғына...



– Ана тегендә лә бер төркөм ҡуян тапанған, ә ниңә төлкө эҙҙәре күренмәй икән? Теген­дәрәк мышы үткән. – Урман хужаһы нисек барыһын да шәйләп өлгөрә!
– Ә-ә, эйе, мышы үткән юлды күрәм.
– Әһә, төлкө лә йөрөгән, ҡуяндар яғына йүгергән. Ярай, улай булғас, урман тормошо һәүетемсә дауам итә...
Беҙ милли парк етәксеһе менән конторала башланған һөйләшеүҙе дауам итәбеҙ.
– Илдар Ильяс улы, һеҙ егерме йыл самаһы ошо милли паркта эшләйһегеҙ, шуның яртыһын – директор вази­фа­һын­да. Шул дәүерҙә милли паркта аяҡ баҫ­маған ер ҡалдымы? – тип ҡыҙыҡһынам.
– Барҙыр, – тип йылмая директор. – Майҙаны бик ҙур бит.
Тәбиғәтте кемдәр ҡурсалай?– Парктың сиктәрен билдәләгәндә ниндәй үҙенсәлектәрҙән сығып эш иткәндәр, йәғни: “Был тауҙы паркка индерәбеҙ, быныһын – юҡ”, — тип кем бүлеп сыҡҡан?
– Был парк 1986 йылда барлыҡҡа килде, Советтар Союзында алтынсы булып ойошторолдо. Уның майҙаны элекке Мәләүез һәм өлөшләтә Бөрйән, Күгәрсен урман хужалыҡтарын үҙ эсенә алған, урманһыҙ ер инмәне.
– Милли парк менән ҡурсаулыҡ араһында ниндәй айырма бар?
Тәбиғәтте кемдәр ҡурсалай?– Ҡурсаулыҡ тәбиғәттең ошо мөйөшөн ҡырағай көйөнсә һаҡлау маҡ­са­тында булдырыла, унда бер нәмәгә лә тейергә, үҙгәртергә ярамай. Ә милли парк – бер яҡтан, тә­би­ғәтте һаҡлау уры­ны, икенсенән, ул туристар файҙала­ныр­лыҡ та булһын. Был ҡапма-ҡаршы­лыҡлы ике йүнәлеш уңышлы тормошҡа ашырылһын өсөн парк алты биләмәгә бүленгән. Айырым һаҡла­ныу­сы урын­дар­ға, әйтәйек, парк хеҙмәткәрҙәре ме­нән бергә генә аяҡ баҫырға мөмкин, ә ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндереү һәм хужа­лыҡ алып барыу рөхсәт ителгәндәрендә туҡтау урындары булдырырға, бесән сабырға, мал тоторға була.
– Киләһе йыл “Башҡортостан” милли паркы 30 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Әҙерләнәһегеҙме?
Тәбиғәтте кемдәр ҡурсалай?– Әлбиттә, әҙерләнәбеҙ. Йолаға яраш­лы, фотоальбом сығарабыҙ, 25 йыл­лыҡҡа сығарылғандан кәм булмаясаҡ. Уныһы ҙур ихтыяж тыу­ҙырған баҫмаға әйләнеп тә өлгөрҙө. Бер нисә китап әҙерләйбеҙ. Шул иҫәптән – ғилми бүлектең эш йомғаҡтары буйынса. Шулай уҡ ололарҙың, белгестәрҙең хикә­йәттәрен бергә тупларға бул­дыҡ. Нөгөш һәм Ағиҙел буйлап йөҙөп төшкәндәр белә: унда башҡорт исемдәре менән аталған легендаларға бай күпме ҡаяташ бар! Халыҡҡа шул турала һөйләге килә. Ҡыҙыҡлы булыр тип ышанам.
Тәбиғәтте кемдәр ҡурсалай?– Легендалар тигәндәй, беҙҙең Көнь­яҡ Урал тәбиғә­тен­дә һәр урман йәки күл, тау йәки йылға исеменең килеп сығыу тарихы, шуға бәйле башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм иҫтә­лектәре бар. Ләкин йыш ҡына быны иҫәпкә алмайҙар, һуңы­нан картаға ла исемдәр боҙоп индерелә.
– Дөрөҫ, туристар һәр урынды үҙенсә атарға ғына тора. Был — бик йәмһеҙ күренеш. Тарихи географик исемдәр буйынса белешмә баҫтырып сығарғайныҡ инде. Тағы ла олпатыраҡ белешмә нәшер итергә, ғөмүмән, был эштә тәртип булдырырға, боронғо башҡорт атамаларын һаҡлап ҡалырға кәрәк буласаҡ. Был исемдәрҙе хәтерләгән быуын кешеләре берәм-берәм баҡыйлыҡҡа күсә, өлгөрөп ҡалыу шарт.
– Бер нисә йыл инде “Башҡортостан” милли паркы ЮНЕСКО эгидаһында “Башҡорт Уралы” биосфера резерватына инә. Был идеяны кем тәҡдим итте, ағзалыҡ “Башҡортостан” паркына нимә бирә?
Тәбиғәтте кемдәр ҡурсалай?– Беренсе булып уны “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы директоры Михаил Косарев белдерҙе. Беҙ уның менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, сөнки ҡурсаулыҡ беҙҙең парктың көнсығыш күршеһе булып тора. Косарев уйлап тапты, беҙ яҡлап сыҡтыҡ. Өфөләге коллегалар тормошҡа ашырырға ярҙам итте. Резерват юғарыраҡ статус бирә, ә тәбиғәтте һаҡлау эшендә һәр нәмә мөһим.
– Иҡтисади бөлгөнлөк һеҙҙең парк эшмәкәрлегенә ҡағылдымы?
Илдар Ильяс улы көрһөнөп ҡуйҙы:
– Бер ҡараһаң, финанслау күләме кәмемәне. Беҙ – тулыһынса федераль ҡаҙна ҡарамағында. Ләкин яғыулыҡҡа хаҡ арта бара, был бәкәлгә ныҡ һуға, сөнки ошондай ҙур билә­мәлә мотлаҡ транспорт кәрәк. Эш хаҡы беҙҙә бәләкәй, уны арттырыу өсөн сығымдарҙы кәметергә ҡушалар. “Тағы нимәне кәметергә икән?” тип аптырайбыҙ. Түләүле хеҙмәттәр өсөн аҡса алырға хоҡуғыбыҙ бар. Ләкин яңы Һалым кодек­сының талаптары буйынса, барлыҡ йыйылған төшөм Үҙәккә – федераль ҡаҙна ҡарамағына күсә. Тимәк, бындай хеҙмәт күрһәтеүҙе арттырыуҙа беҙҙең өсөн иҡтисади ҡыҙыҡһыныу бөтөнләй юҡ.
Алыҫта Йомағужа һыу һаҡлағысы күренде. Шуға күрә тәбиғәт белгесенә үҙемде күптән ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирмәй булдыра алманым:
– Йомағужа һыу һаҡлағысы үҙегеҙгә шәхсән һәм “Башҡортостан” паркы директоры булараҡ – ул һәйбәт ҡаҙанышмы, әллә киреһенсәме? Бер яҡтан, иҫ киткес матур һыу һаҡлағыс, икенсе яҡтан – экосистемаға ҙур зыян. Был турала күп әйтелде лә, яҙылды ла.
Тәбиғәтте кемдәр ҡурсалай?– “Яҡшы” менән “яман”дарҙы бергә йыйһаң, бизмәнгә һалып үлсәһәң, яманы еңәлер. Берҙән-бер һәйбәт яғы шул: элек бер нисә көн атлап барып етә алырлыҡ ергә хәҙер моторлы кәмәлә һанаулы сәғәттә барырға була. Уның ҡарауы, туристарҙы контролдә тотоуы ҡыйынлаша, тәбиғәткә лә ҙур зыян килә.
Тәбиғәтте кемдәр ҡурсалай?Ағиҙел ярына сығыуға директорға шылтыраттылар һәм ул, беҙҙе тәбиғәт ҡосағында ҡалдырып, контораға – Нөгөш ҡасабаһына ашыҡты. Беҙ ҡышын ҡар аҫтында ла иҫ киткес гүзәллеген йәшерә алмаған урман һәм тауҙарҙы фотоға төшөрөргә булдыҡ (гәзит сайтында танышырға мөмкин). Эйе, йәй был яҡтарға мотлаҡ ҡабат килергә кәрәк. Юғиһә, беҙҙең Урал да Урал тибеҙ, ә йәйен Өфөнән сығып, тәбиғәт ҡомартҡылары менән танышып йөрөргә ваҡыт таба алмай интегәбеҙ.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.
Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.
Район: Мәләүез районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында «Еңеү вальсы» акцияһы ойошторола...

Тотош уҡырға 32

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаевты һуңғы юлға оҙаттылар...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә билдәле дәүләт эшмәкәре Павел Качкаев менән бәхилләштеләр...

Тотош уҡырға 21

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде 07.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Ете ҡыҙ» аллеяһы барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 20

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй 07.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Павел Качкаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указға ҡул ҡуйырға ниәтләй...

Тотош уҡырға 29

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә 07.05.2025 // Йәмғиәт

Алдағы өс көндә республикала үҙгәреүсән һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһында 200 мең кеше ҡатнаша...

Тотош уҡырға 33

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала -1° тиклем ҡырау төшөүе фаразлана...

Тотош уҡырға 25

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан «Еңеү утын һаҡлайбыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды...

Тотош уҡырға 42

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла 06.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә йәнә «Өйгә ҡайтыу аллеяһы» булдырыла...

Тотош уҡырға 27

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә 06.05.2025 // Йәмғиәт

Республика пенсионерҙарына Еңеү көнө уңайынан аҡса түләнә...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте 06.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың мәғлүмәттәр базаһын булдырырға тәҡдим итте...

Тотош уҡырға 31