Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мотоциклсы Дәүләтбаев
Мотоциклсы Дәүләтбаев Мәсетле районынан һуғышҡа 8740 кеше ебәрелеп, шуларҙың 3850-һе һәләк булған. Бөйөк Ватан һуғышында бәләкәй генә Төрөпкилде ауылынан да бик күптәр фронтҡа алынып, сит-ят ерҙәрҙә тыуған ил азатлығы өсөн башын һала. Минең атайымдың атаһына ла ошо яуҙа нужа һурпаһын эсергә тура килә.


Йәмле Әй буйҙарында тыуған олатайым Муллабай Дәүләтбай улы Дәүләт­баевтың бала сағы ауыр йылдарға тура килә. Өс йәшендә атаһын берәр ат һәм һыйыр тотҡаны өсөн “кулак” тип яла яғып үлтерәләр. Тормоштоң ҡағыу-һуғыуына ҡара­май, үҫмер буй еткерә. Мәктәпте тамамлағас, уҡытыусы булып эшләй башлай. Әммә яҡты пландар, өмөттәр менән йәшәгән егеттәрҙең киләсәген ҡәһәрле һуғыш селпәрәмә килтерә.
Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлап, эшен дауам итергә хыялланып йөрөгән олатайым әрменән тура һуғышҡа оҙатыла. Ворошилов ҡалаһында мотоциклсылар курсын үткәндән һуң, Төньяҡ-көнбайыш фрон­тының танк гвардия полкына эләгә. “Беҙ һәр көндө һуңғыһы тип үткәрә торғайныҡ. Бер йотом һыуға, һауаға сарсағандай, һуғыш бөткәнен көттөк. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәй асыр­ға­ланып, Еңеү көнөн еткерҙек ”, – тип һөйләр булған ул.
Гвардия сержанты Муллабай Дәү­ләтбаев алыш ваҡытында ҡаһарманлығы, ҡурҡыу белмәүе менән айырылып торған. Бер ваҡыт ул дошман тылына үтеп инә һәм, мотоцикл йөрөткән фашист менән бер һалдатты юҡ итеп, “тимер ат”ты үҙҙәренекеләр яғына ҡыуып алып ҡайта. Техникаға ҡытлыҡ кисергән полкка был ҙур ярҙам була.
Һуңынан ошо немец мотоциклында һуғыштың аҙағына тиклем бик күп саҡрымдар үтергә тура килә уға. Мотоциклсы олатайыма бик яуаплы эштәр йөкмәтелә. Ул штаб менән өҙлөкһөҙ бәй­ләнеш булдыра. Яу барғанда юғарыраҡ етәкселектән үҙ ваҡытында пакеттар, бойороҡтар килтереү ҙә уның иңенә ята. Өҙлөкһөҙ пуля яуамы, бомба ярыламы – документтар үҙ ваҡытында урынына барып етергә тейеш була. Һуғыштағы планшет сумкаһы әле лә һаҡлана.
Шулай бер мәл, мөһим документтар менән ҡайтып килгәндә, егермеләп дошман автоматсыһына тап булалар. Көстәр тигеҙ булмаған алышта немецтарҙың төркөмө юҡ ителә. Тәүәккәллеге, батыр­лығы өсөн ул ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була. Шулай уҡ өс тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” һәм тағы ла “Праганы алған өсөн”, “Сталинградты һаҡлаған өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары, ил етәксеһе Сталин тарафынан Рәхмәт ҡағыҙы менән бүләкләнә. Ләкин фронтовик өсөн төп награда өҙөлөп яратҡан Тыуған илендәге азат һәм тыныс тормош була.
Беҙ, яугирҙең ейән-ейәнсәрҙәре, ул-ҡыҙҙары, әлегә тиклем ошо ваҡиғалар тураһында хәтирәләр аша ғына белә инек. Яңыраҡ Интернет селтәрендә уның награда документтары менән танышыу бә­хетенә эйә булдыҡ. Һарғайып бөткән ҡағыҙҙарҙа үткән йылдар ауазы сағыл­ғандай.
Ниндәй генә ауырлыҡ кисерергә тура килмәһен, дәһшәтле яу батырҙары барыһына ла түҙә. Олатайыма һуғыштан тыуған яҡтарға имен-аман әйләнеп ҡайтырға насип була. Өйләнеп, ауыр йылдар булыуына ҡарамаҫтан, ун бала үҫтерәләр. Уҡытыусы, колхоз рәйесе булып та эшләй.
Олатайым арабыҙҙа күптән юҡ инде. Әммә ул беҙҙең күңелдә йә­шәй. Ватан ҡаһарманы хаҡында яҡты хә­тирәләрҙе быуындан быуынға еткерергә һәм һаҡ­лар­ға бурыслыбыҙ.

Светлана ХӘМИТОВА,
Б.И. Северинов исемендәге
19-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.


Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә