Мәсетле районынан һуғышҡа 8740 кеше ебәрелеп, шуларҙың 3850-һе һәләк булған. Бөйөк Ватан һуғышында бәләкәй генә Төрөпкилде ауылынан да бик күптәр фронтҡа алынып, сит-ят ерҙәрҙә тыуған ил азатлығы өсөн башын һала. Минең атайымдың атаһына ла ошо яуҙа нужа һурпаһын эсергә тура килә.Йәмле Әй буйҙарында тыуған олатайым Муллабай Дәүләтбай улы Дәүләтбаевтың бала сағы ауыр йылдарға тура килә. Өс йәшендә атаһын берәр ат һәм һыйыр тотҡаны өсөн “кулак” тип яла яғып үлтерәләр. Тормоштоң ҡағыу-һуғыуына ҡарамай, үҫмер буй еткерә. Мәктәпте тамамлағас, уҡытыусы булып эшләй башлай. Әммә яҡты пландар, өмөттәр менән йәшәгән егеттәрҙең киләсәген ҡәһәрле һуғыш селпәрәмә килтерә.
Мәсәғүт педагогия училищеһын тамамлап, эшен дауам итергә хыялланып йөрөгән олатайым әрменән тура һуғышҡа оҙатыла. Ворошилов ҡалаһында мотоциклсылар курсын үткәндән һуң, Төньяҡ-көнбайыш фронтының танк гвардия полкына эләгә. “Беҙ һәр көндө һуңғыһы тип үткәрә торғайныҡ. Бер йотом һыуға, һауаға сарсағандай, һуғыш бөткәнен көттөк. Үҙебеҙ ҙә һиҙмәй асырғаланып, Еңеү көнөн еткерҙек ”, – тип һөйләр булған ул.
Гвардия сержанты Муллабай Дәүләтбаев алыш ваҡытында ҡаһарманлығы, ҡурҡыу белмәүе менән айырылып торған. Бер ваҡыт ул дошман тылына үтеп инә һәм, мотоцикл йөрөткән фашист менән бер һалдатты юҡ итеп, “тимер ат”ты үҙҙәренекеләр яғына ҡыуып алып ҡайта. Техникаға ҡытлыҡ кисергән полкка был ҙур ярҙам була.
Һуңынан ошо немец мотоциклында һуғыштың аҙағына тиклем бик күп саҡрымдар үтергә тура килә уға. Мотоциклсы олатайыма бик яуаплы эштәр йөкмәтелә. Ул штаб менән өҙлөкһөҙ бәйләнеш булдыра. Яу барғанда юғарыраҡ етәкселектән үҙ ваҡытында пакеттар, бойороҡтар килтереү ҙә уның иңенә ята. Өҙлөкһөҙ пуля яуамы, бомба ярыламы – документтар үҙ ваҡытында урынына барып етергә тейеш була. Һуғыштағы планшет сумкаһы әле лә һаҡлана.
Шулай бер мәл, мөһим документтар менән ҡайтып килгәндә, егермеләп дошман автоматсыһына тап булалар. Көстәр тигеҙ булмаған алышта немецтарҙың төркөмө юҡ ителә. Тәүәккәллеге, батырлығы өсөн ул ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була. Шулай уҡ өс тапҡыр “Батырлыҡ өсөн” һәм тағы ла “Праганы алған өсөн”, “Сталинградты һаҡлаған өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары, ил етәксеһе Сталин тарафынан Рәхмәт ҡағыҙы менән бүләкләнә. Ләкин фронтовик өсөн төп награда өҙөлөп яратҡан Тыуған илендәге азат һәм тыныс тормош була.
Беҙ, яугирҙең ейән-ейәнсәрҙәре, ул-ҡыҙҙары, әлегә тиклем ошо ваҡиғалар тураһында хәтирәләр аша ғына белә инек. Яңыраҡ Интернет селтәрендә уның награда документтары менән танышыу бәхетенә эйә булдыҡ. Һарғайып бөткән ҡағыҙҙарҙа үткән йылдар ауазы сағылғандай.
Ниндәй генә ауырлыҡ кисерергә тура килмәһен, дәһшәтле яу батырҙары барыһына ла түҙә. Олатайыма һуғыштан тыуған яҡтарға имен-аман әйләнеп ҡайтырға насип була. Өйләнеп, ауыр йылдар булыуына ҡарамаҫтан, ун бала үҫтерәләр. Уҡытыусы, колхоз рәйесе булып та эшләй.
Олатайым арабыҙҙа күптән юҡ инде. Әммә ул беҙҙең күңелдә йәшәй. Ватан ҡаһарманы хаҡында яҡты хәтирәләрҙе быуындан быуынға еткерергә һәм һаҡларға бурыслыбыҙ.
Светлана ХӘМИТОВА,
Б.И. Северинов исемендәге
19-сы мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.