Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ерҙең ырыҫы – үҙебеҙҙән
Ерҙең ырыҫы – үҙебеҙҙән Дим, Ашҡаҙар йылғалары ошо ерҙән баш ала. “Башҡорт ҡаҙы” – көндән-көн нығына барып, бөгөн төбәк өсөн ярайһы ғына һалым сығанағы булған йәмғиәттәрҙең береһе. “Балыҡ” ойошмаһы ла уңыштары менән ҡыуандыра. Башлыса ауыл хужалығы тауарҙары етештереү иҫәбенә көн иткән төбәк эшһөйәр халҡы менән данлы. Аңлағанһығыҙҙыр, был – республикабыҙҙың көньяҡ-көнбайыш өлөшөн биләгән Федоровка районы. Былтыр төбәк эшсәндәренең хеҙмәте юғары баһаланды – ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән өсөн районға Башҡортостан Хөкүмәте дипломы тапшырылды. Был уңыштарҙың сере нимәлә? Район хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтов менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.

– Радик Ғилметдин улы, иң тәүҙә былтырғы һөҙөмтәләр хаҡында һөйләгеҙ әле…
– Ер кешеһе өсөн тормош бер ваҡытта ла еңел булмаған. Ошо ауырлыҡтарҙы аҡыл менән уйлап эш иткәндәргә генә уңыш йылмая. 2014 йыл район иҡтисадын нығытыу, халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙырҙы, артабанғы үҫеш өсөн алда йәнә ыңғай шарттар барлығын күрһәтте.
Былтыр ауыл хужалығы предприятиелары 717 миллион һумлыҡ тауар етештерһә, шуның 178 миллион һумы крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡтарына тап килә. 2013 йылға ҡарағанда был күрһәткес юғарыраҡ. Барлыҡ 22 ауыл хужалығы предприятиеһы ла табышлы эшләне. Айырыуса “Азат”, “Нива”, “Ма­яҡ”, “Агросервис”, “Гавриловка” йәм­ғиәт­тәрен, Фрунзе исемендәге, “Заветы Ильича” ауыл хужалығы кооперативтарын маҡтап телгә алыр инем. Алынған уңыштан улар үҙҙәрен тулыһынса орлоҡ, аҙыҡ-түлек һәм фураж игене менән тәьмин итте.
– Малсылыҡ тармағында хәлдәр нисек?
– Һүҙ юҡ, малсылыҡ ауыл хужа­лығының мөһим йүнәлеше булып тора. Шуға был өлкәгә лә ҙур яуаплылыҡ ме­нән ҡарайбыҙ: аҙыҡ-түлек база­һының етерлек һәм сифатлы тупланыуы, тоҡомло мал һанын ишәйтеүгә етди иғтибар бирелеүе өлгәшел­гәндәрҙе һаҡлап ҡалыуға ғына түгел, ит, һөт етештереүҙе арттырыуға ла форсат бирҙе. Мәҫәлән, әле ауыл хужалығы предприятиеларында, фер­мерҙарҙа 12 мең 532 баш һыйыр малы иҫәпләнә.
Бөгөн райондың иҡтисади үҫешен крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарындағы һәм шәхси ихаталарҙағы малдан айырып ҡарап булмай. Фер­мер­ҙар үҫем­лек­селек менән генә түгел, мал һимертеү, һөт етештереү менән дә әүҙем шөғөлләнә. Йылдан-йыл улар етештергән аҙыҡ-түлек күләме арта бара, кредит алыу мөмкинлеген әүҙем файҙаланалар. Дәүләт тарафынан һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә, эш башлаған фермерҙар араһында ошондай программаға яраш­лы грант алыусылар ишәйә. “Ғаи­лә мал­сылыҡ фермалары үҫеше” програм­маһы нигеҙендә иһә Яңы Яуыштан “Технология” крәҫтиән ху­жалығы грантҡа лайыҡ булды. Былтыр фермерҙар өсөн грант күләме алты миллион һум самаһы тәшкил итте. Был аҡса башлыса һөт, ит тоҡомло мал, техника алыуға тотонолдо.
Хужалыҡтар “500 ферма” республика маҡсатлы программаһында ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, “Искра” йәмғиәте былтыр Тәнәй ауылында ике ферма бинаһын үҙгәртеп ҡорҙо, берәүһе декабрҙә файҙаланыуға тапшырылды, тиҙҙән икенсеһен дә эшләп бөтәсәктәр. Был фермала һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу буйынса лаборатория эш башланы. Шулай уҡ Новоселка ауылында “Родина” ауыл хужалығы кооперативы үҙ фермаһын төҙөкләндерә.
– Бөгөнгө шарттарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ – иҡтисад үҫеше­нең мөһим бер сығанағы ул. Был йәһәттән хәлдәр нисек?
– Ысынлап та, шулай. Ғәмәлдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тармағы муниципаль ҡаҙнаны аҡса менән даими тулыландырып тора. Шуға ла үҙ эшен асыусыларға һәр йәһәттән булышлыҡ итергә әҙербеҙ. Былтыр эш башлаған дүрт эшҡыуарға 376 мең һумлыҡ субсидия бирелде. Район иҡтисадына ҡулланыусылар баҙары ла һиҙелерлек өлөш индерә.
– Техниканы яңыртыуға ҙур иғтибар бирелә, тип ишеткәйнем…
– Дөрөҫ. Былтыр район хужалыҡ­тары 91 миллион һумлыҡ яңы техника һатып алды. Капиталь һалыуҙар башлыса заманса комбайндар, тракторҙар һәм башҡа юғары етештереүсәнле техника алыуға тотонолдо. Йыл һайын “Азат”, “Маяҡ”, “Искра” йәмғиәттәре, “Бочаров”, “Рощупкин”, “Насиров” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары паркын даими яңырта. “Родина” ауыл хужалығы етештереү кооперативы, “Агросервис” йәмғиәте лә эшкә әүҙем тотондо. Бында капитал һалыуҙар үҙен тулыһынса аҡлай – яңы техника үҙ мәлендә ҡыҫҡа ваҡытта яҙғы сәсеү эштәренә, баҫыуҙарҙы эшкәртеүгә, мал аҙығы әҙерләүгә һәм уңышты йыйып алыуға булышлыҡ итә. Үҙ сиратында был йәштәрҙе лә ылыҡ­тыра.
– Белгестәр етешәме һуң?
– Дөрөҫ, квалификациялы белгес­тәргә ҡытлыҡ юҡ түгел. Был юҫыҡта Дедово һөнәрселек училищеһы кадр­ҙар әҙерләүгә тос өлөш индерә.
– Районды төҙөкләндереү мәсьә­ләһе нисек хәл ителә?
– Ни тиклем генә зарланмайыҡ, уҙған йыл төҙөүселәр һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы эшсәндәре өсөн һөҙөмтәле булды. Гончаровка ауылында күп фатирлы торлаҡ йорт­тарҙың йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһы реконструкцияланып бөттө. Тиҙҙән өс ҡатлы социаль торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Районда төҙөлөш-монтаж эштәре менән шөғөлләнгән “Монтажсервис” йәмғиәте күләмде генә түгел, башҡарылған эштәр төрөн дә киңәйтә. Райондың барлыҡ халҡы бер булып Федоровка ауылында – яугир-интер­националис­тарға, Бүләкәйҙә Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына һәйкәл асыуға көс һалды. Был йәһәттән юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәт­кәрҙәрен дә маҡтап телгә алғы килә. Предприятие урамдарға асфальт түшәү, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән дә йыл һайын ҙур эш башҡара. Яңы Михайловка ауылына табан Ашҡаҙар йылғаһы аша күпер һәм юл һала башланылар. Уны быйыл теүәлләрбеҙ тип торабыҙ.
Әлбиттә, сәләмәт, мәҙәниәтле ке­шеләр генә иҡтисадтың һәр тарма­ғында дәртләнеп эшләй ала. Был йәһәттән дә район халҡы үҙен кәм­һетелгән тип һанамай. Былтыр ауыл китапханаларын заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирелде: 12 компьютер алынды, 17 китапхана Интернетҡа тоташтырылды. Мәҙәниәт хеҙмәт­кәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға ла өлгәштек, музыка ҡоралдары алынды.
Районыбыҙ йәштәре спорт сараларында әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай.

Венер ИСХАҠОВ
әңгәмә ҡорҙо.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 23

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 19

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 20

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 21

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 28

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 26

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 25

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 24

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 22