Дим, Ашҡаҙар йылғалары ошо ерҙән баш ала. “Башҡорт ҡаҙы” – көндән-көн нығына барып, бөгөн төбәк өсөн ярайһы ғына һалым сығанағы булған йәмғиәттәрҙең береһе. “Балыҡ” ойошмаһы ла уңыштары менән ҡыуандыра. Башлыса ауыл хужалығы тауарҙары етештереү иҫәбенә көн иткән төбәк эшһөйәр халҡы менән данлы. Аңлағанһығыҙҙыр, был – республикабыҙҙың көньяҡ-көнбайыш өлөшөн биләгән Федоровка районы. Былтыр төбәк эшсәндәренең хеҙмәте юғары баһаланды – ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән өсөн районға Башҡортостан Хөкүмәте дипломы тапшырылды. Был уңыштарҙың сере нимәлә? Район хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтов менән ошо хаҡта әңгәмәләштек.
– Радик Ғилметдин улы, иң тәүҙә былтырғы һөҙөмтәләр хаҡында һөйләгеҙ әле…
– Ер кешеһе өсөн тормош бер ваҡытта ла еңел булмаған. Ошо ауырлыҡтарҙы аҡыл менән уйлап эш иткәндәргә генә уңыш йылмая. 2014 йыл район иҡтисадын нығытыу, халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙырҙы, артабанғы үҫеш өсөн алда йәнә ыңғай шарттар барлығын күрһәтте.
Былтыр ауыл хужалығы предприятиелары 717 миллион һумлыҡ тауар етештерһә, шуның 178 миллион һумы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына тап килә. 2013 йылға ҡарағанда был күрһәткес юғарыраҡ. Барлыҡ 22 ауыл хужалығы предприятиеһы ла табышлы эшләне. Айырыуса “Азат”, “Нива”, “Маяҡ”, “Агросервис”, “Гавриловка” йәмғиәттәрен, Фрунзе исемендәге, “Заветы Ильича” ауыл хужалығы кооперативтарын маҡтап телгә алыр инем. Алынған уңыштан улар үҙҙәрен тулыһынса орлоҡ, аҙыҡ-түлек һәм фураж игене менән тәьмин итте.
– Малсылыҡ тармағында хәлдәр нисек?
– Һүҙ юҡ, малсылыҡ ауыл хужалығының мөһим йүнәлеше булып тора. Шуға был өлкәгә лә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарайбыҙ: аҙыҡ-түлек базаһының етерлек һәм сифатлы тупланыуы, тоҡомло мал һанын ишәйтеүгә етди иғтибар бирелеүе өлгәшелгәндәрҙе һаҡлап ҡалыуға ғына түгел, ит, һөт етештереүҙе арттырыуға ла форсат бирҙе. Мәҫәлән, әле ауыл хужалығы предприятиеларында, фермерҙарҙа 12 мең 532 баш һыйыр малы иҫәпләнә.
Бөгөн райондың иҡтисади үҫешен крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарындағы һәм шәхси ихаталарҙағы малдан айырып ҡарап булмай. Фермерҙар үҫемлекселек менән генә түгел, мал һимертеү, һөт етештереү менән дә әүҙем шөғөлләнә. Йылдан-йыл улар етештергән аҙыҡ-түлек күләме арта бара, кредит алыу мөмкинлеген әүҙем файҙаланалар. Дәүләт тарафынан һиҙелерлек ярҙам күрһәтелә, эш башлаған фермерҙар араһында ошондай программаға ярашлы грант алыусылар ишәйә. “Ғаилә малсылыҡ фермалары үҫеше” программаһы нигеҙендә иһә Яңы Яуыштан “Технология” крәҫтиән хужалығы грантҡа лайыҡ булды. Былтыр фермерҙар өсөн грант күләме алты миллион һум самаһы тәшкил итте. Был аҡса башлыса һөт, ит тоҡомло мал, техника алыуға тотонолдо.
Хужалыҡтар “500 ферма” республика маҡсатлы программаһында ла әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, “Искра” йәмғиәте былтыр Тәнәй ауылында ике ферма бинаһын үҙгәртеп ҡорҙо, берәүһе декабрҙә файҙаланыуға тапшырылды, тиҙҙән икенсеһен дә эшләп бөтәсәктәр. Был фермала һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу буйынса лаборатория эш башланы. Шулай уҡ Новоселка ауылында “Родина” ауыл хужалығы кооперативы үҙ фермаһын төҙөкләндерә.
– Бөгөнгө шарттарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ – иҡтисад үҫешенең мөһим бер сығанағы ул. Был йәһәттән хәлдәр нисек?
– Ысынлап та, шулай. Ғәмәлдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тармағы муниципаль ҡаҙнаны аҡса менән даими тулыландырып тора. Шуға ла үҙ эшен асыусыларға һәр йәһәттән булышлыҡ итергә әҙербеҙ. Былтыр эш башлаған дүрт эшҡыуарға 376 мең һумлыҡ субсидия бирелде. Район иҡтисадына ҡулланыусылар баҙары ла һиҙелерлек өлөш индерә.
– Техниканы яңыртыуға ҙур иғтибар бирелә, тип ишеткәйнем…
– Дөрөҫ. Былтыр район хужалыҡтары 91 миллион һумлыҡ яңы техника һатып алды. Капиталь һалыуҙар башлыса заманса комбайндар, тракторҙар һәм башҡа юғары етештереүсәнле техника алыуға тотонолдо. Йыл һайын “Азат”, “Маяҡ”, “Искра” йәмғиәттәре, “Бочаров”, “Рощупкин”, “Насиров” крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары паркын даими яңырта. “Родина” ауыл хужалығы етештереү кооперативы, “Агросервис” йәмғиәте лә эшкә әүҙем тотондо. Бында капитал һалыуҙар үҙен тулыһынса аҡлай – яңы техника үҙ мәлендә ҡыҫҡа ваҡытта яҙғы сәсеү эштәренә, баҫыуҙарҙы эшкәртеүгә, мал аҙығы әҙерләүгә һәм уңышты йыйып алыуға булышлыҡ итә. Үҙ сиратында был йәштәрҙе лә ылыҡтыра.
– Белгестәр етешәме һуң?
– Дөрөҫ, квалификациялы белгестәргә ҡытлыҡ юҡ түгел. Был юҫыҡта Дедово һөнәрселек училищеһы кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индерә.
– Районды төҙөкләндереү мәсьәләһе нисек хәл ителә?
– Ни тиклем генә зарланмайыҡ, уҙған йыл төҙөүселәр һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы эшсәндәре өсөн һөҙөмтәле булды. Гончаровка ауылында күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһы реконструкцияланып бөттө. Тиҙҙән өс ҡатлы социаль торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Районда төҙөлөш-монтаж эштәре менән шөғөлләнгән “Монтажсервис” йәмғиәте күләмде генә түгел, башҡарылған эштәр төрөн дә киңәйтә. Райондың барлыҡ халҡы бер булып Федоровка ауылында – яугир-интернационалистарға, Бүләкәйҙә Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарына һәйкәл асыуға көс һалды. Был йәһәттән юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәрен дә маҡтап телгә алғы килә. Предприятие урамдарға асфальт түшәү, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән дә йыл һайын ҙур эш башҡара. Яңы Михайловка ауылына табан Ашҡаҙар йылғаһы аша күпер һәм юл һала башланылар. Уны быйыл теүәлләрбеҙ тип торабыҙ.
Әлбиттә, сәләмәт, мәҙәниәтле кешеләр генә иҡтисадтың һәр тармағында дәртләнеп эшләй ала. Был йәһәттән дә район халҡы үҙен кәмһетелгән тип һанамай. Былтыр ауыл китапханаларын заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирелде: 12 компьютер алынды, 17 китапхана Интернетҡа тоташтырылды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыуға ла өлгәштек, музыка ҡоралдары алынды.
Районыбыҙ йәштәре спорт сараларында әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай.
Венер ИСХАҠОВ
әңгәмә ҡорҙо.