Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңелендә – матурлыҡ
Күңелендә – матурлыҡ Китаптарҙы яҙыусылар, шағирҙар ғына яҙамы? Юҡ шул, был йоланы “боҙғандар” ҙа бар. Күренекле сәнғәт әһеле, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова үҙенең тормошо һәм ижады тураһында китап-альбом баҫтырып сығарыу бәхетенә өлгәшкән.

Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ошо баҫманың исем туйы үтте. Зал тамашасылар менән шығырым тулған, ултырыр урын да юҡ. Сәхнә түрендә Гөлли апай талпынып-талпынып шиғыр һөйләй. Ул шул тиклем тәрән кисереп уҡыны әҫәрҙе, әйтерһең, бар донъяһын онотоп, шул илаһи мәлдә йәшәй. Шиғырҙар яратҡан авторы, ғүмер буйы дуҫы булған Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдеке ине. Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалының ҡыҙы Әлфиә Кәримова сәхнәгә сығып, ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Актрисаны бергә эшләгән коллегалары, уҡыусылары тәб­рикләне. Халыҡ артисы Нурия Ирсаева ҡыҙыҡлы хәтирәләрҙе иҫкә алды, бергә гастролдәргә йөрөгән йәш саҡтары беҙҙең дә күҙ алдынан үтте. Нурия Исхаҡ ҡыҙы: “Гөлли Мөбәрәкова китап сығарып бик ҙур эш башҡарған, халыҡҡа сәнғәт әһеленең һүҙе етергә тейеш. Башҡортостан бындай шәхестәре менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана”, – тип әхирәтен хупланы. Иң беренсе уҡыусыларының береһе, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Миңзәлә Хәйруллина ла үҙенең йылы һүҙҙәрен еткерҙе. “Беҙ уҡыған саҡта Гөлли апайҙың дәртле, йәш сағы ине. Ул хәҙер ҙә шулай ул. Ап-аҡ итек кейеп ала ла, беҙҙең алға сығып, һалдат шикелле, үҙенең бурысын үтәй торғайны. Уның саялығы, нәфислеге беҙгә лә күсте. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы тормошто ярата һәм уның ҡәҙерен белә”, – тине ул.
Был донъяла үҙ урыныңды табыу, тормоштоң ысын тәмен тойоп йәшәү – үҙе бәхет. Гөлли Мөбәрәкова – башҡорт театрын төҙөүселәрҙең береһе, ә театр һәр заманда кешелек өсөн иң мөҡәддәс хистәр хаҡында һөйләй, шиғыр, музыка рухты нығыта.


Автор: Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә