Китаптарҙы яҙыусылар, шағирҙар ғына яҙамы? Юҡ шул, был йоланы “боҙғандар” ҙа бар. Күренекле сәнғәт әһеле, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова үҙенең тормошо һәм ижады тураһында китап-альбом баҫтырып сығарыу бәхетенә өлгәшкән. Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ошо баҫманың исем туйы үтте. Зал тамашасылар менән шығырым тулған, ултырыр урын да юҡ. Сәхнә түрендә Гөлли апай талпынып-талпынып шиғыр һөйләй. Ул шул тиклем тәрән кисереп уҡыны әҫәрҙе, әйтерһең, бар донъяһын онотоп, шул илаһи мәлдә йәшәй. Шиғырҙар яратҡан авторы, ғүмер буйы дуҫы булған Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдеке ине. Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалының ҡыҙы Әлфиә Кәримова сәхнәгә сығып, ҡотлау һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Актрисаны бергә эшләгән коллегалары, уҡыусылары тәбрикләне. Халыҡ артисы Нурия Ирсаева ҡыҙыҡлы хәтирәләрҙе иҫкә алды, бергә гастролдәргә йөрөгән йәш саҡтары беҙҙең дә күҙ алдынан үтте. Нурия Исхаҡ ҡыҙы: “Гөлли Мөбәрәкова китап сығарып бик ҙур эш башҡарған, халыҡҡа сәнғәт әһеленең һүҙе етергә тейеш. Башҡортостан бындай шәхестәре менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана”, – тип әхирәтен хупланы. Иң беренсе уҡыусыларының береһе, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы Миңзәлә Хәйруллина ла үҙенең йылы һүҙҙәрен еткерҙе. “Беҙ уҡыған саҡта Гөлли апайҙың дәртле, йәш сағы ине. Ул хәҙер ҙә шулай ул. Ап-аҡ итек кейеп ала ла, беҙҙең алға сығып, һалдат шикелле, үҙенең бурысын үтәй торғайны. Уның саялығы, нәфислеге беҙгә лә күсте. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы тормошто ярата һәм уның ҡәҙерен белә”, – тине ул.
Был донъяла үҙ урыныңды табыу, тормоштоң ысын тәмен тойоп йәшәү – үҙе бәхет. Гөлли Мөбәрәкова – башҡорт театрын төҙөүселәрҙең береһе, ә театр һәр заманда кешелек өсөн иң мөҡәддәс хистәр хаҡында һөйләй, шиғыр, музыка рухты нығыта.