Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төркөстан киләсәге
Төркөстан киләсәге Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың яҙмаларынан
Бөгөн Урта Азия төрөктәре үҙҙәренең меңдәрсә йыл дауам иткән тарихи йәшәйешенең иң мөшкөл, хәүефле дәүеренә аяҡ баҫты. Урыҫтарҙың ул тарафҡа күсенеүе ниәт кимәленән уҙып, ысынбарлыҡҡа әүерелде. Һуңғыларының хыялына ярашлы, халыҡ мәнфәғәттәренә һылтанған булып, индустриялаштырыуға йүнәлтелгән беренсе “бишйыллыҡ планы” тормошҡа ашырыла. Ошо нигеҙҙә Көньяҡ Төркөстанда техник культуралар, мамыҡ етештереләсәк, төбәктең төньяғында иһә хөкүмәт ҡулында булған трактор, шулай уҡ дәүләт аппараты идара иткән коллективтар тарафынан урыҫ мәнфәғәттәре яҡланасаҡ.



Ауыл халҡының тармаҡ хужалығында фай­ҙаланған мал-тыуары бөтөрөлгәс, йәшәйеш урыҫ тракторының һәм колхоз идараһының шәфҡәт-мәрхәмәтенә бәйле буласаҡ. Тракторҙы Төркөс­тандың һәр кешеһенә лә түгел, билдәле көн-сәғәттә һәм урыҫ милли тормошон, ғаилә көнкүрешен урынлаштырыу, һуңғыларының те­ләгенә яраҡлы хәлгә килтереү шарты менән генә бирәсәктәр. Илдәге төрөктәр үҙаллы фекерләү хоҡуғынан мәхрүм. Урыҫтар ерҙе, һыуҙы, уларға идара итеү эшен бер ниндәй өлгөһө булмаған үҙәкләш­терелгән дәүләт ойошмаһына бәйләне.
Баҫыуҙарға һыу биреү, һабанды трактор ме­нән һөйрәтеү урындағыларҙың үҙаллылыҡ, ғаилә һәм милли тормошон боҙоу, юҡҡа сығарыу сәйә­сәтенә бәйле эшләнә. Шулай ҙа төркөстандар берҙәм булһа, мамыҡ, тимер юл үт­кә­реү, трактор, колхоз һәм индустриялаштырыу сәйәсәтенән ҡурҡып тормаҫ, ҡасан да булһа боролош заманы киләсәк. Ул да ҡотолоуға йә Көн­сығыш төрки­легенең тарихтан һөрөлөүенә дусар итәсәк. Төркиҙәр бөгөн Рәсәй тормошонан сит­ләшһә, саботажлыҡ юлына баҫһа, милләт зарар күрер. Әгәр Төрөк иле ҡотолһа, башҡарылған бай­таҡ эш һөҙөмтәһе, һәр ойошма уларҙың байлығына әүереләсәк.
Урта Азияла большевик урыҫтар хакимиәте дәүерендә Төркөстан мәҙәниәте һәм көнкүреше өсөн хәүеф киңәйҙе, тиҙ арала ысынбарлыҡҡа әүерелде. Мәсьәләнең хәл ителеү көнө яҡыная, былай булғас. Урта Азия­ның дөйөм тормошонда ҙур үҙгәрештәр төҫ­мөр­ләнһә лә, артабан да бөйөк ваҡиғалар күренә. Әгәр был хеҙмәт 15 йыл элегерәк, йәғни Бөтә донъя һуғышы башланған йылдарҙа яҙылһа, Рәсәйҙең яҙмышы, уға әсир булған төркиҙәрҙең эске инҡилаптары һәм үҫеше хаҡында фараз йө­рөтөү мөмкинлеге, әлбиттә, ҡыйынға төшөр ине.
Һүҙ аҙағында шуны әйтеү зарур: урыҫ ха­ким­лығы ябай баҫып алыу һөҙөмтәһе кеүек аңла­тыла алмаҫ, был буйһоноу бәләһенән һәм асыҡ хәүефтән ҡотолоуҙа Көнсығыш төркиҙәренә юл күрһәтер йондоҙ – һуҡыр нәфрәт һәм күрә ал­маусанлыҡ хистәре түгел, ә алдан күреп, башҡа бер нисә милләт хәрәкәтенә ҡушылып, берҙәм эш итеү – буласаҡ. Форсаттан мәхрүм ҡалмау өсөн Көнсығыш төркиҙәре милли берлеккә тоғро ҡалыу мәжбүриәтендә.
Төркөстандың киләсәге, әлбиттә, донъяның дөйөм мәҙәни үҫеше менән йәнәшәлектә. Мәҙә­ниәт һәм техника ҙур тиҙлектә алға бара. Немец цепеллины Рәсәйгә, Японияға һәм Америкаға ла барып етте. Был ҡаҙаныш дөйөм бер байрамға әүерелде. Ошо юлдар яҙылған көндәрҙе беҙ Лос-Анджелеста цепеллиндың нисек ҡаршыланыуын, уны Америкала ҡабул иткән йөҙҙәрсә мең ха­лыҡтың ҡыуаныслы ауазын, инглиз, немец, япон һәм башҡа мосафирҙарҙың үҙ телендә һөйләгән нотоҡтарын Венала ултырған килеш радионан бер үк сәғәттә оло ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Донъя шул ҡәҙәр бәләкәйләнде, милләттәр һәм ҡитғалар араһындағы аралыҡтар ныҡ ҡыҫҡарҙы. Океандар аша бер нисә көндә осоп үткән са­молеттарҙың юл селтәре глобустағы оҙонлоҡ һәм киңлек һыҙыҡтары кеүек донъя шарын сырманы.
Тымыҡ океандағы Австралия, Америка ара­һында кеше йәшәмәгән утрауҙар берәй мәл ошо самолеттар өсөн яҡшы аэропорттарға әүере­ләсәк. Иҫке һәм Яңы донъяның төньяҡ өлөштәре араһындағы иң ҡыҫҡа юл да, бәлки, Төньяҡ по­люс аша үтер. Инсандар мөһим емергес ҡеүәттәр уйлап сығарған кеүек, ҡояштан, диңгеҙҙәрҙән, башҡа төрлө тәбиғи әйберҙәрҙән яңы йәшәү энергия сығанаҡтарын эҙләй. Немец ғалимда­ры­нан Др. Форнтер менән Эмиль Людвиг Нил йыл­ғаһы буйында һуғарыу майҙандарын киңәйтеп, бөйөк Сахараның аяҡҡа баҫып, ҡот осҡос сүл­лек­тәрҙең ун миллионлаған кеше йәшәгән биләмәгә әйлә­нәсәге, Африканың бер бөтөн мәҙәни май­ҙанға әүереләсәге тураһында һүҙ алып бара. Европа менән Африканы тоташтырыу өсөн Гиб­ралтар боғаҙы аҫтынан тимер юл төҙөү проекты хаҡында ла һүҙ йөрөтөлә.
Донъяның ошондай йылдам үҫеше, төбәктәр араһындағы бәйләнештәр нығынған дәүерҙә Ер шарының иң боронғо мәҙәни үҙәктәренең береһе булған, ҡитғаның дүрт тарафы араһында иң кә­рәкле үҙәк сауҙа нөктәһе иҫәпләнгән Төркөс­тандың яҡты киләсәге бер милләттең эгоизмы арҡаһында ғына тарҡалып ҡалмаҫ. Колониаль ике дәүләт араһындағы аңлашылмаусылыҡ был илдең Һиндостандан, һәр саҡ үле ҡалыу мәж­бүриәтендә ҡалдырылған “нейтраль майҙан” ме­нән айырылыуы, Иран һәм Ҡытай тимер юлдары менән берләшеүенә ҡаршылыҡ итеүе, әл­бит­тә, тәбиғәткә ярашһыҙ бер күренеш. Төр­көстанда кем хакимлыҡ итеүенә ҡарамаҫтан, үҫеш ки­се­ре­лә­сәк, сәйәси һәм мәҙәни идеалдар яраҡ­лаш­ты­ры­ласаҡ, меҫкенлек рухы һәм ҡәбилә ғө­рөф-ғәҙәт­тә­ренә бәйле ҡалыу бәләһе лә бөтәсәк.
Донъя үҫешенең күҙалланған формаһы нин­дәй генә булмаһын, Төркөстан – континенталь мәмләкәт. Уның яҙмышы ер эшкәртеү иҡтисады мөнәсәбәтенә тимер һәм һауа юлдарына, илдә һуғарыу системаһының камиллашыуына бәйле. Америкала белем алған һәм бөгөн Төркөстанда эшмәкәрлек иткән немец инженеры В.В. Зин­сер­лингтың былтыр Мәскәүҙә нәшер иткән тикше­ренеүҙәре һөҙөмтәһенә ҡарағанда, Амударъя Өзбой тарафына ағыҙылған хәлдә 100 кубометр сажин (977 813 м3) һыу бирелһә, Һарығамыш соҡоро туғыҙ йылда туласаҡ һәм донъяла иң ҙур һыу һаҡлағыс барлыҡҡа киләсәк. Ул хәлдә Арал дельтаһынан 350 мең дисәтинә (382 200 гектар) ер, һайыҡҡан Арал күле аҫтынан 300 мең дисәтинә (327 600 гектар) ер майҙанға сығасаҡ, Һырдаръянан еңел рәүештә 400 мең дисәтинә (432 860 гектар), Амударъянан 1,2 миллион дисәтинә (1310 400 гектар) ер һуғарыласаҡ. Өзбойҙың Хазар диңгеҙенә ағасаҡ майҙанында 530 мең дисәтинә (578 760 гектар) ер алынасаҡ. Өзбойҙы пароходтар йөрөрлөк хәлгә килтереү өсөн һәр километрға ни бары 20 мең һум сарыф итергә кәрәк, был тимер юл төҙөүҙән дүрт-биш тапҡыр арзаныраҡ тигән һүҙ1.
Ғөмүмән, Төркөстанда һуғарыу эштәре юлға һа­лынһа, ул тағы ла 30 – 40 миллион кешегә йә­шәү мөмкинлеге бирәсәк. Әгәр һуғарыулы май­ҙан­дар 20 миллион гектарға артһа, хәҙерге 12 мил­лион гектар ауыл хужалығы ере мамыҡ үҫтереү өсөн файҙаланылыр. Ҡаҙағстандың көн­байыш өлөшө дөгө һәм каучук етештереүҙә файҙаланылһа, иген етештереү хосусында Рә­сәйгә, йә иһә башҡа берәй ауыл хужалығы мәм­ләкәтенә ихтыяжы ҡалмаҫ ине. Төркөстанда аҡ күмер ҡеүәте 40 миллион ат көсөнә тиң, бө­гөн­гәсә сығарылған нефть 45 миллион тоннаға етә­сәк тип фараз ителә. Баҡыр, тимер, сурьма, ра­дий, Ҡара­мезар һәм Ҡаратау тирәләрендә ҡара ҡурғаш һәм цинк, Фирғәнәлә һәм Тажикстанда тимер рудаһы ятҡылыҡтары табылған. Хазар диңгеҙенең төнь­яҡ-көнсығыш яҡтары, Төркмәнстан һәм Хорезм тирәләре бай нефть ятҡылыҡтарына өмөт бирә. Ҡытай, Иран һәм Һиндостандың тимер юлдары Себер һәм Рәсәй тимер юлдары менән Төр­көс­танда берләшер, автомобиль юлдары һәм аэродромдар илде сырмап алһа, Төркөстанда һаҡ­ланған байлыҡтар илдең киңлеге менән сағышты­рыр­лыҡ ҡөҙрәттә һәм киң рәүештә ҡулланылһа, Азия һәм Европа тормошонда ла яңы дәүер башланасаҡ.
Төркөстан халҡының әле файҙалынылмаған ҡеүәте ҙур. Әгәр мал-тыуар үрсетеү тәртипкә һалынһа, был тирә тотош Азия һәм Европаның ит һәм йөн сығанағына әүереләсәк. Эшмәкәрлеген донъя­ның һәр тарафындағы үҫеш менән бер­лектә алып барыу өсөн Төркөстан төркиенә бойон­до­роҡһоҙлоғоноң тормошҡа ашыуын, үҙ ҡөҙрәте, инициативаһын үҙе теләгәнсә ҡулланып, уны үҙенә ярашлы файҙаланыу мөмкинлеген ҡулға алыу зарур. Ҡаҙаҡтарҙың мәшһүр шағиры Ҡө­пә­йоглы Йософ, “Ихтыяр хосусында башҡа­ларҙың әсире булыуыбыҙ сәбәпле ҡеүәт һәм энергиябыҙ һис тә сарыф ителмәй ҡала” тип, Көнсығыш төркиҙәренең дөйөм ҡайғыһын асыҡ һәм ҡыҫҡа аңлата. Азияның дүрт тарафынан килгән юлдар ҡушылған был нөктәлә мәҙәни аралашыуҙың боронғо ҡөҙрәт менән йәшәтелеүе өсөн был илдең урындағы халҡының донъя милләттәре менән үҙ ихтыярынса эш итеү мөмкинлеге алыуы мотлаҡ. (Бынан 70 йыл элек Чокан Вәлихан Төркөстандың хәҙерге заман мәҙәниәтенә эйә булһын өсөн был традиция­ларҙың бында көсләп индерелеүенең зарури булыуы тураһында фе­керҙе ныҡышмалы рәүештә алға һөрә. Хәҙер иһә бындай фекерҙәр артыҡ реакцион тип баһа­ла­насаҡ. Заманыбыҙҙа бөйөк илдәрҙә мәҙәниәтте ул тик илдең бөтә халҡының дөйөм тырышлығы, планлы идара итеүе арҡа­һында барлыҡҡа кил­терә. Шуға күрә Төркөстанда бөгөнгө матди, мәғәнәүи мәҙәниәттең дә, өлкә­ләрҙең заман талап иткән күләмдә һәм ҡөҙрәт менән үҫте­ре­леүе өсөн ихтыяр көсөнөң дә урындағы халыҡта яңынан барлыҡҡа килеүе – беренсе шарт).

Әхмәтзәки ВӘЛИДИ ТУҒАН.


Вена, Хернарсер-Гюртель, 11, Ишек 10.
1929 йыл, 10 октябрь.

“Бөгөнгө Төркиле (Төркөстан) һәм уның яҡын тарихы”. I том, “Көнбайыш һәм Төньяҡ Төр­көс­тан”, 2-се баҫма, Истанбул, 1981 й. 612–615-се биттәр.

ТӘРЖЕМӘСЕНӘН. Кешелектең киләсәге ха­ҡында 1929 йылда фараз итеү бик ауыр эш икән­леге еңел аңлашыла. Бығаса күрелмәгән масштабтағы һуғыштан, ҡатмарлы инҡилап­тарҙан һуң һәр кеше аңында һәр милләттең, дәүләттең, ҡитғаның киләсәге томан менән ҡапланған кеүек, англо-сакстар менән Германия, Рәсәй менән Европа араһындағы, алға кит­кән индустриаль донъя менән был йәһәттән урта быуатта ҡалған башҡа донъя араһындағы ҡаршылыҡтар – бөтәһе бер бөтөн буталған, сырмалған еп йомғағы кеүек.
Шуға ҡарамаҫтан ғалимдың кешелек донъя­һының да, Урта Азияның киләсәген дә асылда тәрән һәм дөрөҫ күҙаллағаны күренә. Был уның тәрән тарихи белеменән, ғәйрәтле фекер йө­рөтөү ҡеүәһенән һәм халҡының яҙмышы ха­ҡын­да етди, самими уйланыуынан килә. Тарих­сылар бик ҡыҙыҡлы бер тикшереү үткәрә алыр ине: уҙған быуаттың 20-се йылдары аҙағында кешелек киләсәген күҙалларға тырышҡан та­рихсы­лар­ҙың, социо­логтарҙың, философ­тар­ҙың, сәйәс­мән­дәрҙең һәм башҡа аҡыл эйә­ләренең киләсәк хаҡында фекерҙәрен са­ғыштырыу... Улар ара­һын­да беҙҙең Зәкиебеҙ ҙә лайыҡлы урын алыр ине.

Төрөксәнән Әмир ЮЛДАШБАЕВ тәржемәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рияз Мәсәлим
    Рияз Мәсәлим от 19.03.2015, 18:29
    Был тарихи сығанаҡ Зәки Вәлидиҙең төрөк гражданины Зеки Велиди Туғанға әүерелеүен иҫбатлаусы документ. Сағыштырығыҙ әле уның 1923 йылдың февралендә яҙылған "Башҡорт халҡына хушлашыу хаты" менән! 1929 йылдың октябрендә ул инде Төркөстан халҡы яҙмышы менән мәшғүл. Үҙенең башҡорто тураһында бер генә лә һүҙе юҡ. Бына шулай итеп, башҡорт Вәлидов Әхмәтзәки, милләтсе-революционер, демократ, Төркиәлә пантөркист З.В. Туғанға әүерелә.
    Ә Һеҙ, ҡәҙерле башҡортостанлылар, журналистар этикаһын боҙмағыҙ! Беҙҙә әлегә мабуғат азатлығы, комментарийҙарҙы алып ташламағыҙ, үҙегеҙҙең наҙанлығығыҙҙы күрһәтмәгеҙ! Оят бит!

  2. Рияз Масалимов
    Рияз Масалимов от 28.03.2015, 09:49
    "Башҡортостан"да хеҙмәт итеүсе мөхтәрәм ғәзиз туғандар! Һеҙ миңә ҡыҙып китеп яҙған фекерҙәр өсөн асыуланмағанһығыҙ икән. Афариндар! Ғөмүмән алғанда, "Башҡортостан" гәзите башҡорт халҡының иң төп мәғлүмәт һәм әңгәмәләр ҡороу майҙансығы бит ул. Башҡорт кешеһе башka ҡайҙа үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашһын инде?! Шул, "башҡортостан" гәзите лә, "Йәшлек" аҙналығы инде! Башҡорт инсаны ни яҙһа ла, баҫтырып сығарырға тырышыр кәрәк. Дөрөҫлөк бер кемдә лә тулы түгел ул. Минең дә етешһеҙ яҡтарым күп. Ләкин тарихи факттарға бер ваҡытта вайымһыҙ ҡарай алмайым. Тарихи сығанаҡтар, ысын нигеҙле аргументтар менән үҙемдең ҡарашымды иҫбатларға, әгәр яңылышам икән, үҙ хатамды танырға, уны төҙәтергә тырышам.
    Зәки Вәлидовтың Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләт һәм сәйәси эшмәкәрлеген мин ныҡ өйрәнгәнмен, ғөмүмән, яҙма сығанаҡтар, тарихи документтар нигеҙендә, ә кешеләр һөйләгән әкиәттәр, йә булмаһа тик З.В. Туғандың "Хәтирәләр"е нигеҙендә түгел.
    Бына ошо яҙма (1929) төрөксә яҙылған, ә уның хушлашыу хаты (1923) русса һәм башҡорт "төрки"ендә яҙылған, был да бит күпте аңлата.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873