Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
“Булыр бала – биләүҙән” тигәндәре дөрөҫ. Беҙҙең гимназияға ете саҡрым йыраҡлыҡтағы Ҡайынлыҡ ауылы балалары бәләкәйҙән йөрөп уҡыны. Дәрес бөтөү менән кескәйҙәр автобусҡа ашыға йә йәйәүләп ҡайтырға сыға. Ҡайҙа инде ул түңәрәктә шөғөл­ләнеү, өҫтәмә дәрес алыу, төрлө сарала ҡатнашыу?!
Шулар араһынан бер ҡыҙсыҡ ҡына өйөнә түгел, ҡабаланып район мәҙәниәт йортона, пионерҙар һарайына, китапха­наға юллана. Ул – Элена Ғилмуллина. 16 йәшлек сағында райондың иң оҫта һыбайлыһы, шәп бейеүсеһе булараҡ Салауат йыйынында ҡатнашты, сәнғәт мәктәбенең театр, флейта бүлектә­рендә шөғөлләнде.

Хисле, маҡсатҡа ынтылыусан, әҙә­биәткә ғашик ҡыҙҙың Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетын һайлауы ла тәбиғи. Уның уңыштарында, һис шикһеҙ, ата-әсәһенең дә өлөшө ҙур. Элена ғилем эстәүҙән бер ҙә генә туҡталмай, белем алыуҙы Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар акаде­мияһының хоҡуҡ факультетында дауам итә. Үҙен төрлө сифатта, өлкәлә һынап ҡарай, әлегә уның хыялы – берәй сит телде юғары кимәлдә үҙләштереү.
Ғаиләлә ике малай араһында үҫкән­гәлер, геройыбыҙ бер нәмә алдында ла ҡурҡып, ҡаушап ҡалмай, алдынғы маҡсаттар менән йәшәй. Бөгөн Элена район мәҙәниәт йортоноң “Сағыл” халыҡ театрында уйнай, Г. Зәйнә­ше­ваның “Ғәйфи ағай, өйлән давай!” спек­таклендәге Маги ролен оҫта башҡара. Рухи камиллыҡҡа ынтылған ҡыҙҙың театр яратыуы, сәхнәлә йөҙөп уйнауы һоҡландыра ғына.
Заман ағымы машина йөрөткән ҡа­тын-ҡыҙ һанын арттырыуҙы талап иткәндә, Элена ла рулгә ултырҙы, “тимер ат”ын тыныс, ышаныслы “йүгәнләй”.
– Зарурлыҡ бар нәмәгә өйрәтә. Ҡыҙым Аделинаны балалар баҡсаһына, бассейнға йөрөтәм. Үҙ хәбәрсе булараҡ, төрлө тарафҡа осрашыуҙарға, саралар­ға барырға тура килә. Машина һәр эштә лә кәрәк, тик сығымдары ғына артып аптырата, – ти ул. – Ремонтҡа, техник йәһәттән хеҙмәтләндереүгә, яғыулыҡҡа байтаҡ аҡса китә, шулай ҙа уңай­лыҡтары күберәк. Иң ҡыйыны – беренсе аҙым, артабан ҡурҡыуыңды еңә алһаң, машина йөрөтөү кинәнес кенә. Тәүге оҙон юлым Әбйәлил районына булды. Бейек-бейек тауҙарға, тәбиғәткә һоҡ­ланып барып еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Үҙ батырлығыма ышанмай ҙа торҙом. Хәҙер инде машинам ышаныслы дуҫҡа, яҡын юлдашыма әйләнде, уны яратып “аҡсарлағым” тип кенә йөрөтәм.
Үҙ-үҙеңде еңеү, тормош тәжрибәһе туплау – оло ҡаҙаныш. Эленаға яңы үрҙәр, изге юлдар теләп ҡалабыҙ!








Автор: Ғәлимә ҒӘЛИЕВА. Район: Илеш районы, Үрге Йәркәй ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә