Илеш илгәҙәге07.03.2015
“Булыр бала – биләүҙән” тигәндәре дөрөҫ. Беҙҙең гимназияға ете саҡрым йыраҡлыҡтағы Ҡайынлыҡ ауылы балалары бәләкәйҙән йөрөп уҡыны. Дәрес бөтөү менән кескәйҙәр автобусҡа ашыға йә йәйәүләп ҡайтырға сыға. Ҡайҙа инде ул түңәрәктә шөғөлләнеү, өҫтәмә дәрес алыу, төрлө сарала ҡатнашыу?!
Шулар араһынан бер ҡыҙсыҡ ҡына өйөнә түгел, ҡабаланып район мәҙәниәт йортона, пионерҙар һарайына, китапханаға юллана. Ул – Элена Ғилмуллина. 16 йәшлек сағында райондың иң оҫта һыбайлыһы, шәп бейеүсеһе булараҡ Салауат йыйынында ҡатнашты, сәнғәт мәктәбенең театр, флейта бүлектәрендә шөғөлләнде.
Хисле, маҡсатҡа ынтылыусан, әҙәбиәткә ғашик ҡыҙҙың Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетын һайлауы ла тәбиғи. Уның уңыштарында, һис шикһеҙ, ата-әсәһенең дә өлөшө ҙур. Элена ғилем эстәүҙән бер ҙә генә туҡталмай, белем алыуҙы Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының хоҡуҡ факультетында дауам итә. Үҙен төрлө сифатта, өлкәлә һынап ҡарай, әлегә уның хыялы – берәй сит телде юғары кимәлдә үҙләштереү.
Ғаиләлә ике малай араһында үҫкәнгәлер, геройыбыҙ бер нәмә алдында ла ҡурҡып, ҡаушап ҡалмай, алдынғы маҡсаттар менән йәшәй. Бөгөн Элена район мәҙәниәт йортоноң “Сағыл” халыҡ театрында уйнай, Г. Зәйнәшеваның “Ғәйфи ағай, өйлән давай!” спектаклендәге Маги ролен оҫта башҡара. Рухи камиллыҡҡа ынтылған ҡыҙҙың театр яратыуы, сәхнәлә йөҙөп уйнауы һоҡландыра ғына.
Заман ағымы машина йөрөткән ҡатын-ҡыҙ һанын арттырыуҙы талап иткәндә, Элена ла рулгә ултырҙы, “тимер ат”ын тыныс, ышаныслы “йүгәнләй”.
– Зарурлыҡ бар нәмәгә өйрәтә. Ҡыҙым Аделинаны балалар баҡсаһына, бассейнға йөрөтәм. Үҙ хәбәрсе булараҡ, төрлө тарафҡа осрашыуҙарға, сараларға барырға тура килә. Машина һәр эштә лә кәрәк, тик сығымдары ғына артып аптырата, – ти ул. – Ремонтҡа, техник йәһәттән хеҙмәтләндереүгә, яғыулыҡҡа байтаҡ аҡса китә, шулай ҙа уңайлыҡтары күберәк. Иң ҡыйыны – беренсе аҙым, артабан ҡурҡыуыңды еңә алһаң, машина йөрөтөү кинәнес кенә. Тәүге оҙон юлым Әбйәлил районына булды. Бейек-бейек тауҙарға, тәбиғәткә һоҡланып барып еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Үҙ батырлығыма ышанмай ҙа торҙом. Хәҙер инде машинам ышаныслы дуҫҡа, яҡын юлдашыма әйләнде, уны яратып “аҡсарлағым” тип кенә йөрөтәм.
Үҙ-үҙеңде еңеү, тормош тәжрибәһе туплау – оло ҡаҙаныш. Эленаға яңы үрҙәр, изге юлдар теләп ҡалабыҙ!