Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сабыйҙың ни ғәйебе бар?
Машина булһа ла, йәштәр ата-баба йолаһын өҫтөн күрҙе – еңел автомобилдәр алдынан, дуғаларына еҙ ҡыңғырауҙар тағып, ап-аҡ аттар егеп ҡуйҙылар. Туй көнөнә тип махсус яһалып, буяу еҫтәре аңҡып торған, сәскәләр менән биҙәлгән өр-яңы тырантаста туй кейемендә бәхетле кейәү менән кәләш урын алды. Альберт менән Рәсиләнең ғаилә тормошо ана шулай үҙенсәлекле, күптәрҙең хәтерендә ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ итеп башланып китте.


Тағы бер ғаилә барлыҡҡа килде. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нәҡ биш йылдан уның усағы һүнергә булған икән...
Сәйетғәлиевтәр бик матур йәшәп киткәйне. Оҙаҡламай Альберт ведомство ҡарамағындағы йорттан бер бүлмәле фатир алып, йәштәр дөйөм ятаҡтан шунда күсте. Көнкүрештә ҡайһы бер ҡыйынлыҡтар булһа ла, айырым фатирҙа йәшәү – үҙе бер ожмах! Ҡасан сығып китһәң дә, ҡайтып инһәң дә – үҙеңдең мөйөшөң. Күптәргә бындай бәхет теймәй, тип һөйөндө йәштәр. Ата-әсәләре һәм туғандары ла улар өсөн ихлас күңелдән шатланды.
“...Усағы һүнергә булған икән” тип яҙҙым да уйға ҡалдым, сөнки ир менән ҡатын араһындағы бындай хәл кинәт түгел, бәлки, йылдар буйына тамсылап йыйылып килгәндер, тип уйлайым. Элек­тән таныш булһаҡ та, миңә һәм башҡа бик күптәргә Сәйетғәлиевтәрҙең айырылышыуы тураһындағы хәбәр аяҙ көндә йәшен атҡандай булды. Көтөлмәгән хәл ине был, әлбиттә. Әммә тормош дауам итә. Тик ул күңелдә төҙәлмәҫлек яра ҡалдыра.
Рәсилә менән Альбертҡа 26 һәм 28, ә ҡурсаҡ кеүек ҡыҙҙарына ни бары өс йәш тулған ине. Никахтары уңышһыҙлыҡҡа осраған тип фараз иткән ир менән ҡатын ғаилә яҙмышын ана шулай ашығыс ҡына рәүештә хәл итеп ҡуйҙы. Һөйөклө ҡыҙҙа­рының артабанғы яҙмышы тураһында уйламанылар. Юғиһә бала ҡәҙимге үҫеш алһын, йәштәштәренән ҡалышмаһын өсөн уны ата-әсә бергәләп тәрбиәләргә тейеш ине лә бит.
Регина – хәҙер үҫкән ҡыҙ. Ҡасандыр өҙөлөп яратҡан атаһы булмауы бик ҡыйын. Шулай ҙа Ватанды һаҡлаусылар көнөндә мәктәптә ҡағыҙҙан бүләк әҙерләй. Ә инде өйгә ҡайтҡас, илай-илай уны йыртҡылап ташлай.
Ҡыҙы һораша башлаһа, әсәһе атайың­дың үҙ ғаиләһе бар, тип кенә ҡуя. “Нисек инде, минең атайымдыҡымы, ә беҙ уныҡы түгелме ни?” – тип аптырай Регина. Бына шулай, балалар яҡшылыҡҡа ғына түгел, ә насарлыҡҡа ла беҙҙән өйрәнә, ололар­ҙың тиҫкәре яҡтарын күңеленә һеңдереп ҡуя. Әсәһенең һүҙҙәре әлегә түбән класта уҡыған Регинаға аңлашыл­маһа ла, уны ифрат борсой. Ә бит, бер көн килеп, ул барыһын да аңлаһа, нисек яуап би­рергә?..
...Дөрөҫ, Альберт яңы ғаилә ҡороп ҡарағайны инде. Ләкин “ситса туй”ҙарын билдәләп тә өлгөрмәнеләр, айырылыштылар. Нимә, тағы холоҡтары тура килмәгәнме? Йөрәге янған Альберт бер­ҙән-бер ҡыҙын һағыныуҙан ни эшләр­гә лә белмәне. Тәүге ҡатыны артынан күҙәтеп тә йөрөнө. Ҡыҙы менән икеһен подъезд ишегенән инеп киткәнсе (хәҙер улар район үҙәгендә йәшәй) ҡарашы менән оҙатып ҡала ине. Ләкин үҙе уларға кү­ренмәй, йәшеренеп кенә. Бер саҡ шулай урамда Регинаһын яңғыҙын ғына осратты. Балалар майҙансығында уйнап йөрөгән ҡыҙы шул тиклем һөйөндө, атаһын бәләкәй генә ҡулдары менән ҡыҫып ҡосаҡлап өйгә саҡырҙы: “Әсәйем дә һине һағына һәм ярата. Һинең аҡ күлдәгеңде ниңәлер гел генә Хәтирә өләсәйемдең исеме менән иҫкә ала”, – тине. Юғиһә туй көнөндә кейгән аҡ күл­дәктәр парлашып моңһоу ғына Рә­силә­нең кейем шкафында йәшлектең бер хәтирә­һе булып һаҡлана.
Альберт, һиҙҙермәйенсә генә тәгәрәп төшкән күҙ йәштәрен һөрттө лә (әлбиттә, был уны онотмағандары өсөн шат­ла­ныу­ҙан түгел, бәлки, үҙенең көсһөҙ­лөгөнән, яңғыҙлығынан ялҡыуҙан), тулҡынланыу­ҙан ҡалтыраған тауыш менән саҡ ишетерлек итеп: “Мин ҡаршы түгел бит, ҡыҙым. Әсәйең бергә йәшәргә теләмәй шул...” – тине. Бер гонаһһыҙ сабый, ҙурҙар араһында бында кем хаҡ та, кем ғәйепле икәнен үҙең төшөн... Әлбиттә, Альберт беренсе ҡатыны янына ҡайтып, үткәндәге хаталарҙы онотоп йәшәргә һис тә ҡаршы түгел. Ләкин, ирҙәрсә ҡәтғи ҡарарға килеп, беренсе аҙымды яһарға көсө генә етмәй. Шуға ла элекке шат һәм бәхетле, яҡты көндәрҙе хәтерләп, дуҫтар һәм таныштарға эс сереңде һөйләп йөрөргә генә ҡала...
Ә Рәсилә?.. Ул да үҙенең элекке иренә битараф түгел. Икеһенә лә бәхетһеҙлек килтергән шул көндән һуң, ул үҙен нисектер еңелерәк, иркенерәк тойғайны инде. “Ниһайәт, үҙемсә рәхәтләнеп йәшәрмен, ҡыҙымды ла тәрбиәләрмен, һәр хәлдә кешенекенән кәм булмаҫ...” – тигән уйҙар менән йәшәне йәш ҡатын. Һуңынан бының ваҡытлыса ғына йыуаныс булыуы асыҡланды. Ваҡыт үтеү менән икеһенең дә ниндәй ҙур хата яһағандарын аңланы. Улай ғорур ғына йәшәп булмауын, Альбертты онота алмаясағын һәм ҡыҙы ла йәштәштәре араһында кәмһенеп, ата наҙынан, тәрбиәһенән мәхрүм үҫәсәген тойҙо ул. Унан инде йоҡоһоҙ һәм шуға ла һис үтмәҫтәй тойолған оҙон төндәр башланды. Рәсилә, әсе күҙ йәштәренә ман­сылған мендәрен ҡосаҡлап, таң алдынан ғына йоҡлап китә ине...
Хәҙер күптәнге таныштарымдың холҡон­дағы күләгәле яҡтарҙы асыҡлап ҡарайыҡ. Хәйер, кәмселектәр һәр кемдә лә бар инде ул. Фәҡәт бергә йәшәгәндә уларҙы һиҙҙереп бармаҫҡа һәм бер-береңдең етешһеҙлектәренә иғтибар итмәҫкә кәрәк. Дөрөҫ, ҡайһы бер ғаи­ләләрҙең боҙолоуына эскелек сәбәпсе була. Ә был ғаиләне мин ундайҙар рәтенә индермәҫ инем. Һәр хәлдә, Сәйетғәлиев­тәр хәмер менән мауыҡманы. Холоҡтары тура килмәне, тип тә булмай. Бында төп бәлә – ике яҡтың да көнсөллөгөндә, артыҡ ғорурлығында, тип әйтке килә. Ә бит һәр ғаилә үҙенсә бәхетле. Күптән түгел генә алтын туйҙарын билдәләгән оло йәштәге апай менән ағайҙың әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә. “Нисек ошолай оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер кисерҙегеҙ?” тигән һорауға улар бер тауыштан:
– Беҙ һәр нәмәлә лә бер-беребеҙгә юл ҡуйҙыҡ һәм үҙ-ара ышаныс тойғоһон юғалтманыҡ, – тип яуап бирҙе.
Таныштарымдың юҡ ҡына нәмә өсөн дә оло тауыш сығарған саҡтарына тура килгәнем булғыланы. Артабан да былай дауам итә алмаясағы көн кеүек асыҡ ине. Тик минең һәм яҡындарының өгөт-нәсихәтенә улар һис кенә лә мохтаж түгел ине, үҙҙәренең һүҙҙәрен өҫтөн күрҙеләр. Ә бит эштә улар икеһе лә яҡшы иҫәптә йөрөнө. Альберт тиҫтә йылдан күберәк машина йөрөттө. Һуңғы ваҡытта шоферҙар бригадаһына етәкселек итте. Бер генә художестволы үҙешмәкәрлек смотры ла унан башҡа үтмәгәндер. Үҙе баянда уйнап, бик матур итеп йырлай. Ял көндәре һәм ғаилә тантаналары бер тамсы хәмерһеҙ күңелле үтә торғайны. Альберт районыбыҙҙың вокаль ансамбле төркөмөндә бер нисә тапҡыр республика телевидениеһынан да сығыш яһаны.
Рәсилә ҡатын-ҡыҙҙар коллективында уңышлы эшләне. “Һин нимә, ирең артист булып йөрөй, үҙең унан кәмме ни?” – тип үртәне уны бер саҡ әхирәттәре. Рәсилә лә шулай әкренләп мәҙәниәт тормошона тартылды. Кейәүгә сыҡҡансы уҡ үҙеш­мә­кәр спектаклдәрҙә ҡатнашып, образдарҙы тулыһынса асып, ролдәрҙе килештереп уйнай торғайны.
Тора-бара ғаилә усағының йылыһы һүрелде. Ир ҙә, ҡатын да – һәр ҡайһыһы үҙ коллективына ашыҡты. Кеме булһа ла оҙон кис буйына юғалып торғанда, бер-береһенә шик-шөбһәһе артты, ғазап­ланып, төрлө күңелһеҙ уйҙарға би­рел­деләр. Һөйәркәһе барҙыр, тигән уй туҡтауһыҙ мейеләрен игәне, тамам тыныслыҡтарын алды. Ике яҡлап та булған көнсөллөк хисе, тимерҙе кимергән тутыҡ шикелле, аяуһыҙ рәүештә үҙенең мәкерле эшен ҡылды. Шулай итеп, тормоштарының рәте-сираты китте. Ни эшләргә лә белмәй өҙгөләнгән саҡ­тарында Рәсилә үҙенең “ғаилә серен” уртаҡлашырға әсәһе, апайҙары, әхирәт­тәре янына ашыҡты. Альберт иһә эсендәгеһен дуҫ-иштәренә һөйләүҙе хуп күрҙе. Ошо рәүешле икеһе лә ғаиләнең “берҙәмлек законы”н боҙа, өйҙәгене ситкә сығара килде. Был иһә ғаиләнең рухи ныҡлығына үҙ йоғонтоһон яһамай ҡал­маны. Көндәрҙән бер көндө гәлсәрҙәй йым-йым килеп, бәхете тулып торған йәштәрҙең ғаилә сынаяғы селпәрәмә килде...
Альберт йәнә бер нисә тапҡыр өйләнеп ҡараны, әммә ҡатындарынан уңманы. Ә бына үҙенең тәүге мөхәббәте, берҙән-бер ҡыҙының әсәһе янына килеп, баш эйергә теләмәй – ирлек ғорурлығы ҡушмай, йәнәһе. Рәсилә лә икенсегә кейәүгә сыҡҡан, тиҙәр.
Элекке таныштарымды күптәнән осратҡаным юҡ. Аҡҡан һыуҙай йыл артынан йыл үтә, тормош дауам итә, миҙгелдәр алмашынып тора.
Йәшеллеккә, хуш еҫ аңҡытҡан ап-аҡ сәскәләргә төрөнөп, күңелдәрҙе елкендереп йәмле яҙ килә, барлыҡ йән эйәләре, тереклек гүзәл мәлде кисерә. Унан инде еләк-емештәрен өлгөртөп, йәшенле-ямғырлы йәй килеп етер. Эш мәшәҡәттәре менән байлыҡ-ниғмәттәрен төйнәп, һарынан кейенгән көҙҙө күрмәй ҙә ҡалырбыҙ, йәнә сатлама һыуыҡтарын эйәртеп, ҡар-бурандарын туҙҙырып, ҡыш ғали йәнәптәре вайымһыҙ ғына тәҙрә ҡағыр.
Альберт менән Рәсиләне көтмәгәндә осратһам, нимә хаҡында һөйләшергә, һүҙҙе нимәнән башларға? Ғаиләләре тураһында һорашырғамы, әллә бала, бәхет хаҡындамы?
Хәтерем яңылышмаһа, ошо көндәрҙә Регинаға 14 йәш тула, әсәһе менән паспорт алырға барасаҡ. Ҡыҙҙың йәштәштәрен иһә Рәсәйҙең тулы хоҡуҡлы гражданы булыуы менән атайҙары ла ҡотлаясаҡ...









Автор: Фәнис ҒӘЛЛӘМОВ. Район: Дүртөйлө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә