Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уңған әсә лә ул, гүзәл эшсе лә...
Өфөлә уҙғарылған “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” тигән күргәҙмәлә тап иттек был уңған башҡорт ҡыҙҙарын. Уларҙың тылсымлы ҡулдары тәү ҡарауға ябай ғына күренгән нәмәнән дә мөғжизә тыуҙыра алғанына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Берәүҙәр сабыйҙарына, туғандарына гүзәлдәребеҙ йөрәк йылыһын ҡушып эшләгән әйберҙәрҙе бүләккә алып ҡалырға тырышһа, икенселәр, беҙҙе лә өйрәтегеҙ әле, тип серҙәре менән уртаҡлашыуҙы үтенде.


Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Айгөл Мөхәммәтова ҡайын туҙынан нимәләр генә эшләп килтер­мәгән: ҡурсаҡтар, төрлө һауыттар, паннолар.
– Үҙ һөнәремә сәнғәт мәктәбендә балаларҙы ла өйрәтәм. Ҡыҙҙар, ма­лайҙар был кәсепте ихлас үҙләштерә. Төрлө күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнашабыҙ, призлы урындар яулайбыҙ, – тине ул.
Мәләүез районының Нөгөш ҡасаба­һынан килгән Нәйлә Моталлапованың өҫтәле янына ла халыҡ күп йыйылғайны. Алтын ҡуллы ханым, гүйә, үҙе менән йәйге урман хозурлығын алып килгәйне. Ауыҙына һыбыҙғыһын ҡуйып, берсә һандуғас кеүек моңланды, берсә кәкүк булып, “ғүмер һананы”. Бынан тыш, өҫтәлдәге бихисап тәтәйҙәрҙе үҙ ҡулдары менән балсыҡтан эшләгән икән ул.
– Ауыл эргәһендә балсыҡ бар. Шуны барып алам да әүәләп ошоларҙы яһайым, – тине ул. – Унан әҙер әйбер­ҙәрҙе эҫе мейестә ҡыҙҙырам, сағыу төҫтәргә буяйым.
– Алалармы һуң?
– Әлбиттә!
Сибай ҡалаһы ағинәйҙәренең, Әбйә­лил районының Буранғол ауылынан килгән апайҙарҙың ҡулдары ла алтын икән. Улар милли кейемдәре, һуҡҡан балаҫтары менән һоҡландырҙы. Зөлфирә Махийә­нова хатта шәлде лә махсус станокта бәйләй икән.
Ҡырмыҫҡалы районының Са­хай ауылынан Нәзирә Ғәләүет­динованың үҙ ҡулдары менән нағышлап эшләгән ҡур­саҡтарын, гөлләмәләрен күргәндәр ҙә “ах” итте.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә