Уңған әсә лә ул, гүзәл эшсе лә...07.03.2015
Өфөлә уҙғарылған “Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар” тигән күргәҙмәлә тап иттек был уңған башҡорт ҡыҙҙарын. Уларҙың тылсымлы ҡулдары тәү ҡарауға ябай ғына күренгән нәмәнән дә мөғжизә тыуҙыра алғанына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Берәүҙәр сабыйҙарына, туғандарына гүзәлдәребеҙ йөрәк йылыһын ҡушып эшләгән әйберҙәрҙе бүләккә алып ҡалырға тырышһа, икенселәр, беҙҙе лә өйрәтегеҙ әле, тип серҙәре менән уртаҡлашыуҙы үтенде.
Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Айгөл Мөхәммәтова ҡайын туҙынан нимәләр генә эшләп килтермәгән: ҡурсаҡтар, төрлө һауыттар, паннолар.
– Үҙ һөнәремә сәнғәт мәктәбендә балаларҙы ла өйрәтәм. Ҡыҙҙар, малайҙар был кәсепте ихлас үҙләштерә. Төрлө күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнашабыҙ, призлы урындар яулайбыҙ, – тине ул.
Мәләүез районының Нөгөш ҡасабаһынан килгән Нәйлә Моталлапованың өҫтәле янына ла халыҡ күп йыйылғайны. Алтын ҡуллы ханым, гүйә, үҙе менән йәйге урман хозурлығын алып килгәйне. Ауыҙына һыбыҙғыһын ҡуйып, берсә һандуғас кеүек моңланды, берсә кәкүк булып, “ғүмер һананы”. Бынан тыш, өҫтәлдәге бихисап тәтәйҙәрҙе үҙ ҡулдары менән балсыҡтан эшләгән икән ул.
– Ауыл эргәһендә балсыҡ бар. Шуны барып алам да әүәләп ошоларҙы яһайым, – тине ул. – Унан әҙер әйберҙәрҙе эҫе мейестә ҡыҙҙырам, сағыу төҫтәргә буяйым.
– Алалармы һуң?
– Әлбиттә!
Сибай ҡалаһы ағинәйҙәренең, Әбйәлил районының Буранғол ауылынан килгән апайҙарҙың ҡулдары ла алтын икән. Улар милли кейемдәре, һуҡҡан балаҫтары менән һоҡландырҙы. Зөлфирә Махийәнова хатта шәлде лә махсус станокта бәйләй икән.
Ҡырмыҫҡалы районының Сахай ауылынан Нәзирә Ғәләүетдинованың үҙ ҡулдары менән нағышлап эшләгән ҡурсаҡтарын, гөлләмәләрен күргәндәр ҙә “ах” итте.