Уның ҡасан, ҡайҙан килеп ингәнен бер кем дә күрмәне. Ҡапҡа аҫтынан тауыш-тынһыҙ шыуышып үтте, үҙенә иғтибар йәлеп итмәҫкә тырышып, аяҡ аҫтында буталмай, төптәге мөйөшкә йомғаҡтай йомарланып, һырынып ҡына ятты ла ихаталағы күренеште күҙәтергә кереште. Кемдер әҙерлек менән мәшғүл – уны-быны тотоп, алға-артҡа йүгерешә, икенселәр, төркөмдәргә бүленеп, шым ғына үҙ-ара әңгәмәләшә, өсөнсөләр – баштарына күҫәк менән тондорғандармы ни – таш һындай ҡатып ҡалған. Әйтерһең, улар ни булғанын, ни барғанын аңламай, күңелдәре әлеге яңылыҡты ҡабул итә алмай. Итергә теләмәй... Танауын мыш-мыш тартып алғандар ҙа юҡ түгел...
Эңер. Тау баштарындағы күк тоҡанып, алһыу-ҡыҙылға мансылып, ялҡынға күмелгәндәй янып-балҡып ҡалды. Шомло ла, хозур ҙа мәл. Әле генә нурлы, яҡты ине, бер нисә минуттан күҙ бәйләнә башлар. Бөгөн дә күлдәген ҡараһына алмаштыра. Тауыштар һүлпәнәйгәндән-һүлпәнәйә. Бер ниәтһеҙ, күренмәгән маҡсатын ҡыуып арыған ел, ниндәйҙер уйынсыҡ табып алғандай, аҙымдарын аҡрынайтты. Бар тереклек, тәбиғәт, донъя, хатта ваҡыт үҙе лә ҡояштан күреп, гүйә, йоҡларға әҙерләнә. Тик бөтәһе лә түгел барыбер...
Йортҡа әле һаман кеше ағыла. Ғәҙәттә, туйҙарҙа шулай була. Тәүгеһе – ғүмер туйы: өйгә бала инһә, уны күрергә тип ашҡынып, туған-тыумаса, дуҫ-иш, таныш-белеш ишек шаҡый. Икенсеһе – мөхәббәт туйы: йәштәрҙең ғаилә ҡороуын шаһит ҡылырға, ҡыуаныс-бәхетен уртаҡлашырға, теләк-кәңәш, вәғәз әйтергә киләләр. Өсөнсөһөнә генә ауырлыҡ менән тупһанан уҙалар. Килгәндәр күптән күрешмәгән булһа ла, баш ҡағып ҡына иҫәнләшеп, бер-береһенең хәл-әхүәлен һорашмай, дөйөм төшөнсәләр – донъя, тормош, тәҡдир тураһында һүҙ алып бара. Уйсан ҡараштар бер нөктәгә төбәлеп, ҡулдар һәленеп төшкән. Һәр кем атҡарыласаҡ йола сәбәпсеһенең ғүмер юлын күҙ алдынан үткәрә һәм үҙенсә һығымта яһарға тырыша...
Алғы тәпәйҙәрен һуҙып, башын һалды ла күҙкәйҙәрен йомдо. Аҙ ғына сыйылдаңҡырап та ҡуйҙы шикелле. Ваҡыттың кирегә тәгәрәүен, исмаһам, бер мәлгә туҡтап ҡалыуын бар йөрәктән шул тиклем теләп, эстән һыҙҙы, янды. Шул саҡ уны бәләкәс ҡулдар күтәреп алды ла йомшаҡ күкрәккә ныҡ иттереп ҡыҫты. Шундай эске көсөргәнеш һәм сабырһыҙлыҡ, әммә шул уҡ ваҡытта тәртипле тыйнаҡлыҡ менән, әйтерһең, күптән таныш иң ҡәҙерле, йылы, яғымлы ҡулдар, гүйә, был ҡосаҡ – иң ғәзизе. Арттан уның үҙен дә кемдер ҡосағына йомдо.
– Әлфирә, ҡыҙым... – Үҙе ни тип өндәшергә белмәгәндәй, туҡталып ҡалды. Бар кәүҙәһе менән ҡалтырана. Шулай күпмелер ваҡыт шым торҙолар.
– Әсәй... – Ҡыҙ боролдо.
– Абау! – Әлфирәнең ҡулындағы йөнтәҫ йомғаҡты шәйләп, Хәлиҙә тайшанып ҡуйҙы. – Ҡайҙан алдың?
– Ошонда ята ине. Берәйһенә эйәреп килгәндер, күрәһең.
– Ярай, – тиеү менән сикләнде әсә кеше, йәнәһе, рөхсәт бирә. Иҫенә төшкәндәй, өҫтәп ҡуйҙы, – тегендә, ҡапҡа алдында, иптәш ҡыҙҙарың килгән. Барып иҫәнләш.
– Бер кемде лә күргем килмәй. – Әлфирә ҡарашын иҙәнгә төбәне. Көсөктөң танау осона әсе ҡайнар тамсылар тамды. Аңлағандай, йыуатырға теләп, тегеһе уның битенән яларға кереште. Ҡыҙыҡай ҡарышманы, йөҙөн ситкә борманы.
– Улай ярамай, Әлфирә. Тәрбиәһеҙлек һанала. – Әсәһе тауышын күтәрмәй генә өгөтләне. – Килгәндәр икән, тимәк, әлеге мәлдә эргәңдә, үҙеңә таяныс булырға теләйҙәр. Ошондай минуттарҙа кәрәк бит ул дуҫтар. Бар яндарына.
– Хәҙер...
Бер килке алдынан төшөрмәй, ниндәйҙер көй көйләп, этте арҡаһы-муйынынан һыйпап тора бирҙе ҡыҙ. Тәрән һулыш алып, ҡосағынан ысҡындырҙы ла атлап китте. Көсөк уның артынан эйәрҙе.
...Хәлиҙә менән Зәбир хәтһеҙ йылдар бергә ғүмер итте. Өс тиҫтәнән ашыу иркә йәйҙәрҙе ҡырыҫ ҡыштар алмаштырҙы, нәзәкәтле яҙҙар артынан һис көттөрмәй бер-бер артлы һағышлы көҙҙәр килде. Ошо осор эсендә ниҙәр кисерҙе улар, ниҙәргә өлгәште? Ниндәй яңылыҡтар өҫтәнеләр Ер тормошона? Әйләнеп, байҡап сыҡһаң, артыҡ нәмә ҡыйратмаған да һымаҡтар... Дөрөҫ, дүрт балаға ғүмер бирҙеләр. Ғүмер хаҡы бәхет менән үлсәнә. Балаларға ҡарап баһалана ата-әсәнең тормошо. Иң өлкәндәре – улдары Ирек кенә бик иртә китеп барҙы шул... Башҡа йөрәк киҫәккәйҙәре ҡәнәғәтме йәшәүҙәренән? Балаға ғүмер бүләк итәһең дә ул, һуңғы һулышынаса үҙен бәхет менән тәьмин итеп булмай, үкенескә ҡаршы.
Зирәк бала булып үҫте ул. Үҙенең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Хәйер, дыуамаллығы булды аҙыраҡ. Йәше еткәс тә өйгә килен алып ҡайтты. Гөрләтеп туй үткәреп, һалынып бөткән яңы йортта йәшәй башланы йәштәр. Ирек тимер юлда дрезинасы булып һәүетемсә генә эшләп йөрөнө. Ул сағында Хәлиҙәләр ауылға күсмәгәйне, Уҫаҡлы станцияһында тора ине. Бына-бына олатай-өләсәй булабыҙ тип өмөтләнеп көтөп йөрөүҙәренә бер йыл үтте. Икенсеһе... Тора-бара ҡунаҡҡа ҡайтыуҙары ла һирәгәйҙе. Ниҙер һиҙенеп, Хәлиҙә бер көн улы эштә саҡта килен йортона килде. Тик инәйем тиһә, ишек бикле булып сыҡты. Эстән. Байтаҡ ҡына туҡылдатып торҙо әле. Яуап биреүсе булманы. Ҡәйнә кеше кәртә эсенә күҙ йүгертеп алды. Йәйге эҫе ҡояшҡа тауыҡтар келәт алдында ята, ҡайһылары ҡытҡылдай-йырлай тибенеп йөрөй, себештәренә аҙыҡ табырға өйрәтә. Сынйырҙағы Көтмөр телен һәлендереп, хәлһеҙ генә уға ҡарап тора. Йәнәһе, миңә берәй нәмә күстәнәскә алып килмәнеңме, сеүәтәмә тәмлекәс һалмаҫһыңмы? Йорт буйындағы сәскәләрҙә күбәләктәр күңелле генә ҡуна-оса уйнай. Бөтә ерҙә ипле, тыныс, һил. Ләкин ниңә һуң килен ишек асмай? Әллә... әллә... Берәй йәшерен әтнәкәһе бармы?! Хәлиҙә яман уйҙарын ситкә ҡыуа һалды. Ни өсөн ошондай билдәһеҙлектәрҙә шомло, ҡара уйҙар оялай икән күңел түренә? Ахырҙа ул тәҙрәне сиртте. Эстә хәрәкәт һиҙелде.
– Килен, ас! Килеүен-килгәс, тупһанан боролоп ҡайтып китмәҫмен бит. Барыбер өйгә инмәйенсә ҡайтмайым.
Келә асылды. Хәлиҙә солан ишеген тартты. Бер кем юҡ. Һорауҙарға сорналып, өйгә уҙҙы.
– Һаумыһығыҙ!
Аш-һыу бүлмәһендә булышып йөрөгән Гөлүзә боролоп ҡарамайынса ғына һаулыҡ алды.
– Ниңә оҙаҡ асманың, килен? – Хәлиҙә, саҡырмаһалар ҙа, яҡындағы ултырғысҡа ҡунаҡланы. Яуап ишетелмәгәс, һүҙҙе ғәҙәттәгесә башлап ебәрергә булды. – Шунан, нисек йәшәп ятаһығыҙ? Һеҙҙән байтаҡ ҡына ваҡыт өн-хәбәр булмағас, үҙем килергә баҙнат иттем. Алыҫ ара ла түгел. Бер аҙ ултырып ҡайтырмын тигәйнем.
– Әйҙәгеҙ, өҫтәлгә яҡынлағыҙ. – Гөлүзә, бирелгән һорауҙарға яуап ҡайтармай, сәй яһалған сынаяҡты шылдырҙы.
Бер ни аңламаған ҡәйнә, күндәм балалай, күрһәтелгән урынға күсте. Килене һаман тәҙрәнән күҙен алмай.
– Ниңә ауыҙыңа һыу уртлағандай ҡыланып, бер һүҙ өндәшмәйһең, килен? Ғәйепле кешеләй, күҙеңде йәшерәһең минән?
“Ғәйепле” тигән һүҙҙе ишеткәс, Гөлүзә ҡырт боролоп уға ҡараны. Йә Илаһым! Ике күҙе шешенеүҙән йомолған тиһәң дә була! Күм-күк яңаҡтарҙан субырлап йәш аға...
– Кем?! – тиеп кенә һорай алды ҡаушауҙан кәүҙәһе ҡоршалып ҡалған, тауышы ҡалтыранған Хәлиҙә.
– Яуабы билдәле һорауҙы бирмәгеҙ инде, ҡәйнәм. – Гөлүзә ҡарашын кире алды.
– Ни өсөн? – Һаман үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмаған Хәлиҙә ырғып торҙо. Өҫтәлде төртөп ебәреүенән алдындағы сәйе түгелеп, итәктәрен сылатты. Әммә ул балтырының бешеүен һиҙмәне лә, буғай.
Гөлүзәнең хис-тойғолары боҙ булып ҡатҡан, ахыры — ҡымшанмай ҙа ултыра бирҙе.
– Һәр кемгә үҙ балаһы, беләм, ғәзиз. Ни тип кенә һөйләһәм дә, һеҙ улығыҙға ғәйеп тағыуымды, ләғнәт уҡыуымды ҡабул итмәҫһегеҙ. Минең яҡтан яла яғыу булыр бары. Һуңғы арала бер-беребеҙҙе бөтөнләй аңламай башланыҡ. Хәйер, бер-беребеҙҙән тамам һыуынып, төңөлөп бөттөк тә, буғай. Наҙлашыу түгел, йүнләп һөйләшмәйбеҙ ҙә хатта.
(Дауамы бар).