Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Зәңгәр яғыулыҡ” йылытһын ғына
Газ – уңайлы, шул уҡ ваҡытта хәүефле яғыулыҡ. Йорт эсендәге газ ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланмау арҡаһында әленән-әле булып торған фажиғәләр ошо хаҡта иҫкәртә. Кеше цивилизацияның был уңайлығына шул тиклем өйрәнде, хатта газды хәүефһеҙ файҙаланыу өсөн ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндергән белгестәр генә түгел, үҙенең дә яуаплылыҡҡа эйә булыуын йыш ҡына онота.
Һалҡын миҙгелдә республикабыҙ халҡы газды ашарға бешереү өсөн генә түгел, тор­лаҡты йылытыу өсөн дә файҙалана. Тимәк, янғын сығыу, газ менән ағыуланыу хәүефе лә арта. Был осорҙа күп фатирлы торлаҡ йорттарҙағы һәм биләмәләрҙәге фажиғәләр­ҙең, күңелһеҙ хәлдәрҙең төп сәбәбе – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, ме­йестәрҙең, йылытыу ҡаҙандарының төҙөк булмауы, газ ҡорамалын ҡарауһыҙ ҡал­дырыу. Шуны ла оноторға ярамай: ағыулы газдың (СО) төҫө лә, еҫе лә юҡ, шуға күрә уның менән һиҙмәҫтән, бик тиҙ арала ағыуланырға мөмкин. Һулар һауала СО миҡдары 0,32 процентҡа етһә, кешене фалиж һуға, ул иҫен юғалта, 30 минуттан һәләк булыуы ла бар. Ә инде газ күләме 1,2 процент тәшкил итһә, ике-өс һулыш алыуҙа аңын юғалтып, 3 минут эсендә кеше йән бирә.
Газ ҡорамалы хужаһынан иң элек “Росстройгазификация” берекмәһе тарафынан 1990 йылдың 26 апрелендә раҫланған Көнкүрештә газды файҙаланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәү талап ителә.
Был Ҡағиҙәләргә ярашлы, халыҡҡа эшләп торған газ ҡорамалын ҡарауһыҙ ҡалдырырға, уларҙы тәҙрә, жалюзи, елләтеү юлы рәшәткәһе, ванна бүлмәһенең ишеге аҫтындағы ек ябыҡ булғанда ҡулланырға ярамай. Ҡағиҙәләрҙең тулы тексы менән “Газпром газораспределение Уфа” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең www.gaz-servis.ru сайтында танышырға мөмкин.
Граждандар газ приборҙарын үҙаллы монтажламаһа, уны ҡайтанан ҡормаһа, етеш­тереүсе заводтарҙың талаптары һәм Көнкүрештә газды файҙаланыу ҡағиҙәләре тупаҫ боҙолмаһа, фажиғәләргә, күңел­һеҙ хәлдәргә юл ҡуйылмаҫ ине.
Газ ҡорамалы эшендәге барлыҡ етеш­һеҙлектәрҙең махсус ойошма тарафынан төҙәтелеүен онотмағыҙ. Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ундай ойошма – “Газпром газораспределение Уфа” асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Һеҙ уның менән йорт эсендәге газ ҡорамалын техник хеҙмәт­лән­дереүгә һәм йүнәтеүгә килешеү төҙөгәнһе­геҙ. Ошо килешеүгә ярашлы, ҡорамалды авария булған осраҡта хеҙмәтләндереү (“04” берҙәм телефон номеры), ҡайтанан ҡороу, йүнәтеү, алмаштырыу күҙаллана.
Онотмағыҙ: йорт эсендәге газ ҡорамалын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн дәү­ләт тарафынан гражданлыҡ, административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡа­рала.
Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ ко­дексы­ның 1079-сы статьяһында билдәлән­гәнсә, ҙур хәүеф сығанағын тәшкил иткән газ приборының хужаһы, фажиғә, бүтән күңелһеҙ ваҡиғалар була ҡалһа, ошо ҡорамал килтергән зыянды ҡапларға бурыслы. Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексындағы 7.21-се статьяла торлаҡ бинаны файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙған, йортҡа, бүлмәләргә, ҡорамалдарға зыян килтергән, йорттоң һәм бүлмәләрҙең планын үҙгәрткән өсөн дә административ яуаплылыҡ күҙҙә тотола.
Ут йәки башҡа юғары хәүеф сығанаҡтары менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә сит мөлкәтте юҡ иткән йәки уға ҙур зыян килтергән өсөн Рәсәй Енәйәт кодексының 168-се статьяһына ярашлы яуап бирергә тура киләсәк. Был осраҡта ғәйеплегә 120 мең һумға йәки уның йыллыҡ эш хаҡы, йә иһә башҡа мөлкәте күләмендә штраф һалына, шулай уҡ кешене холоҡ төҙәтеү эшенә йәлеп итеү, бер йылға иркенән мәхрүм итеү ҙә ҡарала.
Фатирығыҙҙағы йәки йортоғоҙҙағы газ ҡорамалының төҙөк булмауы арҡаһында үҙегеҙгә генә түгел, күршеләрегеҙгә лә хәүеф янауы хаҡында онотмағыҙ.
“Газпром газораспределение Уфа” көнкүрештәге газ приборҙарын файҙа­ланыу ҡағиҙәләрен Башҡортостан Республи­каһы халҡының хәтеренә тағы ла бер тапҡыр төшөрөргә теләй. Ошо ябай ҡағиҙәләрҙе үтәмәү етди һәләкәткә килтереүе ихтимал. Бына ул ҡағиҙәләр:
lгаз приборын файҙаланғанда тәҙрә өлгө­һөн асырға онотмағыҙ;
lгаз колонкаһын һәм ҡаҙанын ҡабыҙыр алдынан тартыу көсөн тикшерегеҙ;
lгаз ярҙамында эшләгән йылытыу мейе­сенең горелкаһын ҡабыҙыр алдынан ши­берҙы асып, тартыу көсөн тикшерегеҙ;
lэшләп торған газ приборҙарын (өҙлөкһөҙ эшләгәндәренән һәм тейешле хәүеф­һеҙлек автоматикаһы менән йыһазлан­дырылғандарынан тыш) ҡарауһыҙ ҡал­­­дыр­мағыҙ;
lбалаларға һәм газ приборҙарын фай­ҙаланыу ҡағиҙәләрен белмәгән кеше­ләр­гә уларҙы ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ;
lгазды файҙаланып бөткәс, ҡорамалдың кранын ябығыҙ;
lприборға газ килеүе ҡапыл туҡтаған осраҡта, кисекмәҫтән крандарҙы ябығыҙ һәм 04 телефоны аша авария хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ;
lгаз приборын таҙа һәм төҙөк килеш һаҡлағыҙ;
lбөтә теүәлһеҙлектәр “Газпром газораспределение Уфа” ойошмаһының газ хеҙ­мәте белгестәре тарафынан тө­ҙә­те­лергә тейеш.

“Газпром газораспределение Уфа” республика халҡын фатирҙың планын үҙгәрткәндә, мебелде йәки көнкүреш техникаһын ҡорғанда, газ ҡорамалын күсергәндә газ торбаһын, газ юлдарын гипс ҡатырға, мебель артында ҡалдырыуҙы ҠӘТҒИ ТЫЯ!
Күп кенә баҡсасылар һәм ауыл халҡы көнкүрештә баллонға тултырылған шыйыҡ газ ҡуллана. Хәтерҙә тотоғоҙ: шыйыҡ газ тәбиғигә ҡарағанда хәүефлерәк. Ул тәбиғи газдан 3,2 тапҡырға, шулай уҡ һауанан да ауырыраҡ. Әгәр һауала метан осоп бөтһә, пропанбутан, киреһенсә, түбәнгә төшә, уйһыу урында, ҡоҙоҡта, подвалда туплана. Был осраҡта газ һәм һауа ҡатнашмаһына шартлау өсөн бер осҡон етә.
Йортоғоҙҙа плитә өсөн баллонға тултырылған шыйыҡ газ ҡулланырға теләһәгеҙ, уны дөрөҫ ҡулайлаштырыу, техник хеҙмәтләндереү өсөн “Газпром газораспределение Уфа” ойошмаһының үҙегеҙ йәшәгән ерҙәге филиалына мөрәжәғәт итегеҙ, уларҙа инструктаж үтеп, шыйыҡ углеводород газы тултырылған баллондарҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен өйрәнегеҙ.
Йылытыу миҙгеленең аҙағында төтөн һәм елләтеү торбаларының башын тикшерергә онотмағыҙ. Тартыу көсө һүлпәнәйгән осраҡта уларҙы боҙҙан таҙартығыҙ, емерелгән урындарҙы төҙөкләндерегеҙ.

Авариялар, газ сығыу, ошо яғыулыҡ төрө ярҙамында эшләгән көнкүреш ҡорамалдарының, газ ҡулланыуҙы иҫәпләү приборҙарының төҙөкһөҙлөгө һәм башҡа етешһеҙлектәр хаҡында, газлы бинанан сығып, 04 телефоны аша газ хеҙмәтенә КИСЕКМӘҪТӘН хәбәр итергә кәрәк.

Ер аҫтындағы газ торбаларына зыян килмәһен өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе ҡәтғи үтәү шарт:
1. Ер эштәрен башлағанға тиклем проектты “Газпром газораспределение Уфа” филиалында яраштырырға, газ бүлеү системаһы объектының һаҡ зонаһында ер эшен башҡарыуға рөхсәт алырға кәрәк. Был һаҡ зонаһында “Газпром газораспределение Уфа” йәмғиәте төбәк вәкиленең телефоны мотлаҡ күрһәтелә.
2. Ер эшен башлар алдынан газ торбаһының урынлашҡан ерен асыҡлау өсөн урынға “Газпром газораспределение Уфа” вәкилен саҡырыу зарур.
3. Газ торбаһы янында йәки уның өҫтөндә ер эшен башҡарғанда айырыуса һаҡ булыу шарт: был осраҡта ер ҡаҙыу, баҫым яһау, ҡағыу, ҡатыу ғәмәлдәре ҡәтғи тыйыла.

Ер аҫты коммуникацияларының һаҡ зоналарында эш башҡарыу тәртибен боҙоуҙа ғәйепле ойошмалар һәм айырым кешеләр Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыла.

ОНОТМАҒЫҘ! Был ҡағиҙәләрҙе үтәмәү ер аҫтындағы газ торбаларының емерелеүенә, аварияларға һәм күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе ихтимал.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 165

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 515

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 255

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 056

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 737

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 402

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 720

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 980

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 470

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 544

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 376

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 550