“Зәңгәр яғыулыҡ” йылытһын ғына14.03.2015
Газ – уңайлы, шул уҡ ваҡытта хәүефле яғыулыҡ. Йорт эсендәге газ ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланмау арҡаһында әленән-әле булып торған фажиғәләр ошо хаҡта иҫкәртә. Кеше цивилизацияның был уңайлығына шул тиклем өйрәнде, хатта газды хәүефһеҙ файҙаланыу өсөн ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндергән белгестәр генә түгел, үҙенең дә яуаплылыҡҡа эйә булыуын йыш ҡына онота.
Һалҡын миҙгелдә республикабыҙ халҡы газды ашарға бешереү өсөн генә түгел, торлаҡты йылытыу өсөн дә файҙалана. Тимәк, янғын сығыу, газ менән ағыуланыу хәүефе лә арта. Был осорҙа күп фатирлы торлаҡ йорттарҙағы һәм биләмәләрҙәге фажиғәләрҙең, күңелһеҙ хәлдәрҙең төп сәбәбе – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, мейестәрҙең, йылытыу ҡаҙандарының төҙөк булмауы, газ ҡорамалын ҡарауһыҙ ҡалдырыу. Шуны ла оноторға ярамай: ағыулы газдың (СО) төҫө лә, еҫе лә юҡ, шуға күрә уның менән һиҙмәҫтән, бик тиҙ арала ағыуланырға мөмкин. Һулар һауала СО миҡдары 0,32 процентҡа етһә, кешене фалиж һуға, ул иҫен юғалта, 30 минуттан һәләк булыуы ла бар. Ә инде газ күләме 1,2 процент тәшкил итһә, ике-өс һулыш алыуҙа аңын юғалтып, 3 минут эсендә кеше йән бирә.
Газ ҡорамалы хужаһынан иң элек “Росстройгазификация” берекмәһе тарафынан 1990 йылдың 26 апрелендә раҫланған Көнкүрештә газды файҙаланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәү талап ителә.
Был Ҡағиҙәләргә ярашлы, халыҡҡа эшләп торған газ ҡорамалын ҡарауһыҙ ҡалдырырға, уларҙы тәҙрә, жалюзи, елләтеү юлы рәшәткәһе, ванна бүлмәһенең ишеге аҫтындағы ек ябыҡ булғанда ҡулланырға ярамай. Ҡағиҙәләрҙең тулы тексы менән “Газпром газораспределение Уфа” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең www.gaz-servis.ru сайтында танышырға мөмкин.
Граждандар газ приборҙарын үҙаллы монтажламаһа, уны ҡайтанан ҡормаһа, етештереүсе заводтарҙың талаптары һәм Көнкүрештә газды файҙаланыу ҡағиҙәләре тупаҫ боҙолмаһа, фажиғәләргә, күңелһеҙ хәлдәргә юл ҡуйылмаҫ ине.
Газ ҡорамалы эшендәге барлыҡ етешһеҙлектәрҙең махсус ойошма тарафынан төҙәтелеүен онотмағыҙ. Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ундай ойошма – “Газпром газораспределение Уфа” асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Һеҙ уның менән йорт эсендәге газ ҡорамалын техник хеҙмәтләндереүгә һәм йүнәтеүгә килешеү төҙөгәнһегеҙ. Ошо килешеүгә ярашлы, ҡорамалды авария булған осраҡта хеҙмәтләндереү (“04” берҙәм телефон номеры), ҡайтанан ҡороу, йүнәтеү, алмаштырыу күҙаллана.
Онотмағыҙ: йорт эсендәге газ ҡорамалын файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн дәүләт тарафынан гражданлыҡ, административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡарала.
Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ кодексының 1079-сы статьяһында билдәләнгәнсә, ҙур хәүеф сығанағын тәшкил иткән газ приборының хужаһы, фажиғә, бүтән күңелһеҙ ваҡиғалар була ҡалһа, ошо ҡорамал килтергән зыянды ҡапларға бурыслы. Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексындағы 7.21-се статьяла торлаҡ бинаны файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙған, йортҡа, бүлмәләргә, ҡорамалдарға зыян килтергән, йорттоң һәм бүлмәләрҙең планын үҙгәрткән өсөн дә административ яуаплылыҡ күҙҙә тотола.
Ут йәки башҡа юғары хәүеф сығанаҡтары менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә сит мөлкәтте юҡ иткән йәки уға ҙур зыян килтергән өсөн Рәсәй Енәйәт кодексының 168-се статьяһына ярашлы яуап бирергә тура киләсәк. Был осраҡта ғәйеплегә 120 мең һумға йәки уның йыллыҡ эш хаҡы, йә иһә башҡа мөлкәте күләмендә штраф һалына, шулай уҡ кешене холоҡ төҙәтеү эшенә йәлеп итеү, бер йылға иркенән мәхрүм итеү ҙә ҡарала.
Фатирығыҙҙағы йәки йортоғоҙҙағы газ ҡорамалының төҙөк булмауы арҡаһында үҙегеҙгә генә түгел, күршеләрегеҙгә лә хәүеф янауы хаҡында онотмағыҙ.
“Газпром газораспределение Уфа” көнкүрештәге газ приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен Башҡортостан Республикаһы халҡының хәтеренә тағы ла бер тапҡыр төшөрөргә теләй. Ошо ябай ҡағиҙәләрҙе үтәмәү етди һәләкәткә килтереүе ихтимал. Бына ул ҡағиҙәләр:
lгаз приборын файҙаланғанда тәҙрә өлгөһөн асырға онотмағыҙ;
lгаз колонкаһын һәм ҡаҙанын ҡабыҙыр алдынан тартыу көсөн тикшерегеҙ;
lгаз ярҙамында эшләгән йылытыу мейесенең горелкаһын ҡабыҙыр алдынан шиберҙы асып, тартыу көсөн тикшерегеҙ;
lэшләп торған газ приборҙарын (өҙлөкһөҙ эшләгәндәренән һәм тейешле хәүефһеҙлек автоматикаһы менән йыһазландырылғандарынан тыш) ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
lбалаларға һәм газ приборҙарын файҙаланыу ҡағиҙәләрен белмәгән кешеләргә уларҙы ҡулланырға рөхсәт итмәгеҙ;
lгазды файҙаланып бөткәс, ҡорамалдың кранын ябығыҙ;
lприборға газ килеүе ҡапыл туҡтаған осраҡта, кисекмәҫтән крандарҙы ябығыҙ һәм 04 телефоны аша авария хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ;
lгаз приборын таҙа һәм төҙөк килеш һаҡлағыҙ;
lбөтә теүәлһеҙлектәр “Газпром газораспределение Уфа” ойошмаһының газ хеҙмәте белгестәре тарафынан төҙәтелергә тейеш.
“Газпром газораспределение Уфа” республика халҡын фатирҙың планын үҙгәрткәндә, мебелде йәки көнкүреш техникаһын ҡорғанда, газ ҡорамалын күсергәндә газ торбаһын, газ юлдарын гипс ҡатырға, мебель артында ҡалдырыуҙы ҠӘТҒИ ТЫЯ!
Күп кенә баҡсасылар һәм ауыл халҡы көнкүрештә баллонға тултырылған шыйыҡ газ ҡуллана. Хәтерҙә тотоғоҙ: шыйыҡ газ тәбиғигә ҡарағанда хәүефлерәк. Ул тәбиғи газдан 3,2 тапҡырға, шулай уҡ һауанан да ауырыраҡ. Әгәр һауала метан осоп бөтһә, пропанбутан, киреһенсә, түбәнгә төшә, уйһыу урында, ҡоҙоҡта, подвалда туплана. Был осраҡта газ һәм һауа ҡатнашмаһына шартлау өсөн бер осҡон етә.
Йортоғоҙҙа плитә өсөн баллонға тултырылған шыйыҡ газ ҡулланырға теләһәгеҙ, уны дөрөҫ ҡулайлаштырыу, техник хеҙмәтләндереү өсөн “Газпром газораспределение Уфа” ойошмаһының үҙегеҙ йәшәгән ерҙәге филиалына мөрәжәғәт итегеҙ, уларҙа инструктаж үтеп, шыйыҡ углеводород газы тултырылған баллондарҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен өйрәнегеҙ.
Йылытыу миҙгеленең аҙағында төтөн һәм елләтеү торбаларының башын тикшерергә онотмағыҙ. Тартыу көсө һүлпәнәйгән осраҡта уларҙы боҙҙан таҙартығыҙ, емерелгән урындарҙы төҙөкләндерегеҙ.
Авариялар, газ сығыу, ошо яғыулыҡ төрө ярҙамында эшләгән көнкүреш ҡорамалдарының, газ ҡулланыуҙы иҫәпләү приборҙарының төҙөкһөҙлөгө һәм башҡа етешһеҙлектәр хаҡында, газлы бинанан сығып, 04 телефоны аша газ хеҙмәтенә КИСЕКМӘҪТӘН хәбәр итергә кәрәк.
Ер аҫтындағы газ торбаларына зыян килмәһен өсөн түбәндәге ҡағиҙәләрҙе ҡәтғи үтәү шарт:
1. Ер эштәрен башлағанға тиклем проектты “Газпром газораспределение Уфа” филиалында яраштырырға, газ бүлеү системаһы объектының һаҡ зонаһында ер эшен башҡарыуға рөхсәт алырға кәрәк. Был һаҡ зонаһында “Газпром газораспределение Уфа” йәмғиәте төбәк вәкиленең телефоны мотлаҡ күрһәтелә.
2. Ер эшен башлар алдынан газ торбаһының урынлашҡан ерен асыҡлау өсөн урынға “Газпром газораспределение Уфа” вәкилен саҡырыу зарур.
3. Газ торбаһы янында йәки уның өҫтөндә ер эшен башҡарғанда айырыуса һаҡ булыу шарт: был осраҡта ер ҡаҙыу, баҫым яһау, ҡағыу, ҡатыу ғәмәлдәре ҡәтғи тыйыла.
Ер аҫты коммуникацияларының һаҡ зоналарында эш башҡарыу тәртибен боҙоуҙа ғәйепле ойошмалар һәм айырым кешеләр Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыла.
ОНОТМАҒЫҘ! Был ҡағиҙәләрҙе үтәмәү ер аҫтындағы газ торбаларының емерелеүенә, аварияларға һәм күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе ихтимал.