Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ишле күстең шатлығы ла ишле
Ишле күстең  шатлығы ла ишле Сабир, Ләйсән, Азамат, Самат, Алмас — береһенән-береһе матур, аҡыллы сабыйҙар — ғаилә тарихтары әле саҡ ике тиҫтә йылға яҡынайған Гөлназ менән Зинур Абыҙгилдиндарҙың байлығы, шатлығы. Ишембай ҡалаһының ишле, күркәм ғаиләләренең береһе улар. Мөхәббәтле йөрәктәре, тырыш холоҡтары менән башҡаларға үрнәк булып йәшәйҙәр.


— Бер-береңде аңлауҙан, тормош мәшәҡәттәрен бергә хәстәрләүҙән күп нәмә тора. Тыныс күңел менән иртән эшкә китәм, кис өйгә ҡайтам. Беләм: балаларҙың күңеле бөтөн, донъя тәртиптә, сөнки уларҙы мәктәптән, балалар баҡсаһынан әсәйҙәре көтөп тора. Гөлназ эшкә сығырға теләһә, бер ҡаршылығым да юҡ, әммә ул ғаилә өсөн әсәйҙең өйҙә булыуы күпкә яҡшыраҡ икәнен аңлай, — ти ғаилә башлығы.
Бының менән килешмәй булмай. Уҡыуҙа, спортта, йыр-бейеүҙә уңыштары менән шат­ландырған балаларға әсәй йылыһынан, атай терә­генән ҡәҙерлерәк ни бар! Гөлназ декрет ялына тиклем ҡала судында эшләй, Зинур — консалтинг фирмаһы етәк­сеһе, халыҡҡа төрлө хоҡуҡи хеҙмәт күрһәтә. Өлкәндәре Сабир ҙа атаһы­ның уң ҡулы булмаҡсы – БДУ-ның Стәр­летамаҡ филиалында юрист һөнәрен үҙләш­терә. Ләйсән менән Азамат ҡаланың Зәки Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернатында белем ала, ә бәләкәстәр “Ҡауҙы” балалар баҡсаһына йөрөй.
— Балалар күбәйгән һайын өй нурлыраҡ, бәхетебеҙ тулы­раҡ тойола. Бишәү түгел, ике сабый үҫтереүҙе ауырға алған атай-әсәйҙәрҙе аңла­майым. Киреһенсә, балалар — үҙҙәре беҙгә ҙур таяныс. Ауылда атайҙарына нисек ярҙамла­шыуҙарын күрһәгеҙ! – тип ҡыуанысын белдерә Гөлназ.
Күптән түгел район хаки­миәте тарафынан ойошто­ролған Атайҙар советына ла Зинур Зинфир улы тәүгеләр­ҙән булып саҡырылған — йәмғиәттә лә ғаилә, атай-әсәй абруйын үҫтереү өсөн тап Абыҙгилдиндар кеүектәр күбе­рәк кәрәк шул.
2013 йылда иһә уларға рес­публиканың күп балалы ғаи­лә­ләргә дәүләт ярҙамы програм­маһы сиктәрендә торлаҡ сертификаты тапшырылды. Быйыл, ниһайәт, ремонт эштәренән һуң үҙ йорт­тарына сығырға ниәт­ләйҙәр. Бына шунда инде тормоштары тағы ла күркәмерәк буласаҡ!







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә