Сабир, Ләйсән, Азамат, Самат, Алмас — береһенән-береһе матур, аҡыллы сабыйҙар — ғаилә тарихтары әле саҡ ике тиҫтә йылға яҡынайған Гөлназ менән Зинур Абыҙгилдиндарҙың байлығы, шатлығы. Ишембай ҡалаһының ишле, күркәм ғаиләләренең береһе улар. Мөхәббәтле йөрәктәре, тырыш холоҡтары менән башҡаларға үрнәк булып йәшәйҙәр.— Бер-береңде аңлауҙан, тормош мәшәҡәттәрен бергә хәстәрләүҙән күп нәмә тора. Тыныс күңел менән иртән эшкә китәм, кис өйгә ҡайтам. Беләм: балаларҙың күңеле бөтөн, донъя тәртиптә, сөнки уларҙы мәктәптән, балалар баҡсаһынан әсәйҙәре көтөп тора. Гөлназ эшкә сығырға теләһә, бер ҡаршылығым да юҡ, әммә ул ғаилә өсөн әсәйҙең өйҙә булыуы күпкә яҡшыраҡ икәнен аңлай, — ти ғаилә башлығы.
Бының менән килешмәй булмай. Уҡыуҙа, спортта, йыр-бейеүҙә уңыштары менән шатландырған балаларға әсәй йылыһынан, атай терәгенән ҡәҙерлерәк ни бар! Гөлназ декрет ялына тиклем ҡала судында эшләй, Зинур — консалтинг фирмаһы етәксеһе, халыҡҡа төрлө хоҡуҡи хеҙмәт күрһәтә. Өлкәндәре Сабир ҙа атаһының уң ҡулы булмаҡсы – БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында юрист һөнәрен үҙләштерә. Ләйсән менән Азамат ҡаланың Зәки Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназия-интернатында белем ала, ә бәләкәстәр “Ҡауҙы” балалар баҡсаһына йөрөй.
— Балалар күбәйгән һайын өй нурлыраҡ, бәхетебеҙ тулыраҡ тойола. Бишәү түгел, ике сабый үҫтереүҙе ауырға алған атай-әсәйҙәрҙе аңламайым. Киреһенсә, балалар — үҙҙәре беҙгә ҙур таяныс. Ауылда атайҙарына нисек ярҙамлашыуҙарын күрһәгеҙ! – тип ҡыуанысын белдерә Гөлназ.
Күптән түгел район хакимиәте тарафынан ойошторолған Атайҙар советына ла Зинур Зинфир улы тәүгеләрҙән булып саҡырылған — йәмғиәттә лә ғаилә, атай-әсәй абруйын үҫтереү өсөн тап Абыҙгилдиндар кеүектәр күберәк кәрәк шул.
2013 йылда иһә уларға республиканың күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы программаһы сиктәрендә торлаҡ сертификаты тапшырылды. Быйыл, ниһайәт, ремонт эштәренән һуң үҙ йорттарына сығырға ниәтләйҙәр. Бына шунда инде тормоштары тағы ла күркәмерәк буласаҡ!