Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан-Һиндостан дуҫлығы
Башҡортостан-Һиндостан дуҫлығы Илсе юғары баһаланы

Мәскәүҙә Һиндостандың Рәсәй Федерацияһындағы илселегендә Башҡортостандың презентацияһы үтте.

Һиндостан Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Аджай Малхотра үҙе­нең сәләмләү һүҙендә Башҡортостан халҡын һәм мә­ҙәниәтен хөрмәт итеүе хаҡында әйтте. Илсе рес­публиканың юғары мәҙәни кимәлен билдәләне. Шулай уҡ ул Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының Рәсәйҙә берҙән-бер Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостан вәкилдәре үҙ сығышта­рын­да рес­пуб­ли­каның инвестиция йәлеп итеү мөмкин­лек­тәре, ике яҡ өсөн дә файҙалы булған хеҙмәттәшлек йүнәлеш­тәре хаҡында һөйләне. Һөҙөмтәлә Һиндостан бизнесмендарында биотехнологиялар, фармацевтика һәм станоктар эшләү өлкәләрендәге бер нисә проект ҡыҙыҡһыныу уятты.

Дуҫлыҡ йәмғиәттәре берләште

Өфөлә үткән “Гражданлыҡ йәмғиәтен һәм территорияларҙы үҫтереү факторы булараҡ халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм халыҡ дипломатияһы” республика форумынан һуң Башҡортостанда Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ассоциацияһы булдырылды.

Уға туғыҙ дуҫлыҡ йәмғиәте индерелде. Улар иҫә­бен­дә – “Башҡортостан – Германия”, “Башҡортостан – Болгария”, “Башҡортостан – Ҡытай”, “Башҡортостан – Һиндостан”, Поляк мәҙәниәте үҙәге, Ғәрәп илдәре, Франция, Израиль менән дуҫлыҡ йәмғиәттәре.
– Халыҡ дипломатияһы территорияларҙы үҫтереү­ҙә, төбәктәрҙең ыңғай йөҙөн формалаштырыуҙа яр­ҙам итеүсе фактор булып тора. Бер дуҫлыҡ йәм­ғиәтенә генә быны башҡарыу ауыр. Шуға күрә уларҙы Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ассоциацияһына берләштерергә булдыҡ. Республика форумында ҡатнашыусылар дуҫлыҡ йәмғиәттәренең координация советын бул­дырҙы. Ул үҙ сиратында Рәсәй халыҡ-ара хеҙмәт­тәшлек ассоциацияһы составына инеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Башҡортостанда дуҫлыҡ йәм­ғиәт­тәрен төбәк кимәлендә бер ассоциацияға берләш­те­реүгә арналған форум үткәреү беҙҙең өсөн көтөлмә­гән ваҡиға булды, – тине Рәсәйҙең Халыҡ-ара хеҙ­мәт­тәшлек ассоциацияһы президиумы рәйесе Георгий Мурадов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡытта Рәсәй төбәктәрендә ни бары өс Халыҡ-ара хеҙмәт­тәшлек ассоциацияһы бар. Улар Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Новосибирск ҡалаларында урынлашҡан.

Истребителдәрендә –
Өфө моторы

Былтыр йәй “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә “Рособоронэкспорт” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һәм HAL корпорацияһының (Корапут ҡалаһы, Һиндостан) вәкилдәре килде. Улар Һиндостандың Хәрби-һауа көстәре өсөн сығарылған двигателдең һынау үтеүен күҙәтте. Йәнә сит ил ҡунаҡтары завод цехтарының береһендә “АЛ-31ФП” двигателенең нисек йыйылыуын да ҡараны. Был двигатель Һиндостанға экспортҡа оҙатылып, унда “Су-30МКИ” истребителдәренә ҡуйыла.

Ҡунаҡтар Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән Һиндостан хеҙмәттәшлегенең 50 йыллыҡ тарихы тураһында һөйләгән документтар һәм фотоһүрәттәр һаҡланған предприятие музейын ҡараны.
Берекмәнең корпоратив коммуникациялар идара­лы­ғында билдәләүҙәренсә, “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте Корапут ҡалаһында “АЛ-31ФП” двигателенең лицензиялы производствоһын ойоштороу буйынса Һиндос­тан менән хеҙмәттәшлек итә. Предприятие сит ил партнерҙарына ҡорамалдарҙы монтажлауҙа һәм персоналды уҡытыуҙа техник ярҙам күрһәтә. 2011 йылда HAL корпорацияһы бүлексәһендә тәүге “АЛ-31ФП” двигателе йыйылып, уңышлы һынау үткән.

Сауҙа көсәйһен ине
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Һиндостандың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Аджай Малхотра менән осрашҡайны. Улар Башҡортостан менән Һиндостан араһындағы иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.
— Былтыр Рәсәй менән Һиндостан араһында дипломатик мөнәсәбәттәр булдырылыуға 65 йыл тулды. Ошо осор дауамында Рәсәй-Һиндостан мөнәсәбәт­тәре ихлас дуҫлыҡ, партнерлыҡ, хеҙмәттәшлек өлгөһө булды. Беҙҙең республика Һиндостан менән Рәсәй Федерацияһы араһындағы тауар әйләнеше күләмен арттырыуға тос өлөш индерә. Былтыр ул 250 миллион доллар тәшкил итте. Рәсәй Һиндостанға машиналар, химия тауарҙары оҙата. Беҙ дарыуҙар, кейем, ҡора­малдар, көнкүреш техникаһы, ҡара металдан әйбер­ҙәр алабыҙ. Әммә был ғына аҙ, күләмде арттыра ба­рырға, шуға ла был йүнәлештәге эште әүҙем­ләш­терергә кәрәк, — тине республика Башлығы.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан хеҙмәттәшлек итеү өсөн Һиндостанға тәҡдим итә алған йүнәлештәрҙе атаны:
– Тәү сиратта “Ка-32”, “Ка-220” вертолеттары кеүек юғары технологик продукция, автоцистерналар, бетон болғаусы машиналар, троллейбустар, автобустар, электр энергияһы етештереү өсөн газ турбиналы техника. Беҙ “Ҙур химия” халыҡ-ара форумында ҡат­на­шыу өсөн Һиндостан белгестәрен саҡырырға те­ләйбеҙ. Унда үҫеш өсөн уртаҡ мөмкинлектәр табыу һәм ошоға бәйле башҡа эштәрҙе алып барыу хаҡында һөйләшергә булыр ине. Өфө дәүләт нефть техник университеты нигеҙендә нефть эшкәртеү, нефть сығарыу буйынса, Өфө дәүләт авиация университетында авиация двигателдәре буйынса инженерҙар әҙерләү, файҙалы ҡаҙылмалар табыу өлкәһендә, ағас эшкәр­теү, ауыл хужалығы производствоһы, төҙөлөш проект­тары, туризм, ял һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү мөмкин. Йүнәлештәр күп. Артистарыбыҙ Һин­достанда күп тапҡыр гастролдә булды.
Аджай Малхотра, үҙ сиратында, Һиндостандың Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһына яҡшы мөнәсәбәттә булыуын билдәләне.
– Дипломатик кимәлдә беҙҙең мөнәсәбәттәргә 65 йыл элек нигеҙ һалынһа ла, халыҡ араһында улар электән, бер нисә быуат дауам итә, – тине илсе. – Беҙҙең һеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуыбыҙ ҙур, Рәсәй менән Башҡортостан да беҙҙең менән ҡыҙыҡһы­на­лыр, тип уйлайым. Әлбиттә, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән бәйләнешебеҙ бар. Бөгөн унда булдым һәм берлектәге эштәрҙең нисек барғанын күрҙем. Йәнә Башҡорт дәүләт медицина университетына юлландыҡ, унда 40-лаған студентыбыҙ белем ала. Һеҙҙең ҡурсаҡ театры менән бәйләнеш тотабыҙ. Мәскәүҙә ҙур мәҙәни үҙәгебеҙ бар, ләкин бында ла ыңғай мөмкинлектәр күрәбеҙ.
Һинд компанияларына ла килергә, Өфөнө ҡарарға тәҡдим итәсәкмен. Уның үҙәктә урынлашыуы ла әһәмиәтле.


Географик хәле

Көньяҡ Азияла урынлашҡан. Майҙаны буйынса донъяла – етенсе, халыҡ һаны йәһәтенән икенсе урынды биләй. Төньяҡтан – Пакистан, төньяҡ-көнсығыштан – Ҡытай, Непал һәм Бутан, көнсығыштан Бангладеш һәм Мьянма дәүләттәре менән сиктәш.

Халҡы һәм теле

Ҡытайҙан ҡала иң күп кеше йәшәгән дәүләт. Халыҡтың төп өлөшө ауылда көн итә. Майҙаны, халҡының һаны буйынса тәүге урында торһа ла, һиндтарҙың байтағы ярлылыҡ сигендә йәшәй. Күптәрҙең белем алырға мөмкинлеге юҡ.
Һиндостан – күп милләтле ил. Халыҡтың 70 проценты һинд-арий телдәре төркөмөнә инә, шуға күпселек халыҡ һинд телендә аралаша. Дөйөм алғанда, ил конституцияһында 21 рәсми тел билдәләнгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә