Илсе юғары баһаланы Мәскәүҙә Һиндостандың Рәсәй Федерацияһындағы илселегендә Башҡортостандың презентацияһы үтте. Һиндостан Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Аджай Малхотра үҙенең сәләмләү һүҙендә Башҡортостан халҡын һәм мәҙәниәтен хөрмәт итеүе хаҡында әйтте. Илсе республиканың юғары мәҙәни кимәлен билдәләне. Шулай уҡ ул Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының Рәсәйҙә берҙән-бер Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостан вәкилдәре үҙ сығыштарында республиканың инвестиция йәлеп итеү мөмкинлектәре, ике яҡ өсөн дә файҙалы булған хеҙмәттәшлек йүнәлештәре хаҡында һөйләне. Һөҙөмтәлә Һиндостан бизнесмендарында биотехнологиялар, фармацевтика һәм станоктар эшләү өлкәләрендәге бер нисә проект ҡыҙыҡһыныу уятты.
Дуҫлыҡ йәмғиәттәре берләштеӨфөлә үткән “Гражданлыҡ йәмғиәтен һәм территорияларҙы үҫтереү факторы булараҡ халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм халыҡ дипломатияһы” республика форумынан һуң Башҡортостанда Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ассоциацияһы булдырылды.
Уға туғыҙ дуҫлыҡ йәмғиәте индерелде. Улар иҫәбендә – “Башҡортостан – Германия”, “Башҡортостан – Болгария”, “Башҡортостан – Ҡытай”, “Башҡортостан – Һиндостан”, Поляк мәҙәниәте үҙәге, Ғәрәп илдәре, Франция, Израиль менән дуҫлыҡ йәмғиәттәре.
– Халыҡ дипломатияһы территорияларҙы үҫтереүҙә, төбәктәрҙең ыңғай йөҙөн формалаштырыуҙа ярҙам итеүсе фактор булып тора. Бер дуҫлыҡ йәмғиәтенә генә быны башҡарыу ауыр. Шуға күрә уларҙы Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ассоциацияһына берләштерергә булдыҡ. Республика форумында ҡатнашыусылар дуҫлыҡ йәмғиәттәренең координация советын булдырҙы. Ул үҙ сиратында Рәсәй халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ассоциацияһы составына инеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Башҡортостанда дуҫлыҡ йәмғиәттәрен төбәк кимәлендә бер ассоциацияға берләштереүгә арналған форум үткәреү беҙҙең өсөн көтөлмәгән ваҡиға булды, – тине Рәсәйҙең Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ассоциацияһы президиумы рәйесе Георгий Мурадов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге ваҡытта Рәсәй төбәктәрендә ни бары өс Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ассоциацияһы бар. Улар Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Новосибирск ҡалаларында урынлашҡан.
Истребителдәрендә –
Өфө моторы
Былтыр йәй “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә “Рособоронэкспорт” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һәм HAL корпорацияһының (Корапут ҡалаһы, Һиндостан) вәкилдәре килде. Улар Һиндостандың Хәрби-һауа көстәре өсөн сығарылған двигателдең һынау үтеүен күҙәтте. Йәнә сит ил ҡунаҡтары завод цехтарының береһендә “АЛ-31ФП” двигателенең нисек йыйылыуын да ҡараны. Был двигатель Һиндостанға экспортҡа оҙатылып, унда “Су-30МКИ” истребителдәренә ҡуйыла.
Ҡунаҡтар Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән Һиндостан хеҙмәттәшлегенең 50 йыллыҡ тарихы тураһында һөйләгән документтар һәм фотоһүрәттәр һаҡланған предприятие музейын ҡараны.
Берекмәнең корпоратив коммуникациялар идаралығында билдәләүҙәренсә, “Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте Корапут ҡалаһында “АЛ-31ФП” двигателенең лицензиялы производствоһын ойоштороу буйынса Һиндостан менән хеҙмәттәшлек итә. Предприятие сит ил партнерҙарына ҡорамалдарҙы монтажлауҙа һәм персоналды уҡытыуҙа техник ярҙам күрһәтә. 2011 йылда HAL корпорацияһы бүлексәһендә тәүге “АЛ-31ФП” двигателе йыйылып, уңышлы һынау үткән.
Сауҙа көсәйһен инеБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Һиндостандың Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Аджай Малхотра менән осрашҡайны. Улар Башҡортостан менән Һиндостан араһындағы иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе.
— Былтыр Рәсәй менән Һиндостан араһында дипломатик мөнәсәбәттәр булдырылыуға 65 йыл тулды. Ошо осор дауамында Рәсәй-Һиндостан мөнәсәбәттәре ихлас дуҫлыҡ, партнерлыҡ, хеҙмәттәшлек өлгөһө булды. Беҙҙең республика Һиндостан менән Рәсәй Федерацияһы араһындағы тауар әйләнеше күләмен арттырыуға тос өлөш индерә. Былтыр ул 250 миллион доллар тәшкил итте. Рәсәй Һиндостанға машиналар, химия тауарҙары оҙата. Беҙ дарыуҙар, кейем, ҡорамалдар, көнкүреш техникаһы, ҡара металдан әйберҙәр алабыҙ. Әммә был ғына аҙ, күләмде арттыра барырға, шуға ла был йүнәлештәге эште әүҙемләштерергә кәрәк, — тине республика Башлығы.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан хеҙмәттәшлек итеү өсөн Һиндостанға тәҡдим итә алған йүнәлештәрҙе атаны:
– Тәү сиратта “Ка-32”, “Ка-220” вертолеттары кеүек юғары технологик продукция, автоцистерналар, бетон болғаусы машиналар, троллейбустар, автобустар, электр энергияһы етештереү өсөн газ турбиналы техника. Беҙ “Ҙур химия” халыҡ-ара форумында ҡатнашыу өсөн Һиндостан белгестәрен саҡырырға теләйбеҙ. Унда үҫеш өсөн уртаҡ мөмкинлектәр табыу һәм ошоға бәйле башҡа эштәрҙе алып барыу хаҡында һөйләшергә булыр ине. Өфө дәүләт нефть техник университеты нигеҙендә нефть эшкәртеү, нефть сығарыу буйынса, Өфө дәүләт авиация университетында авиация двигателдәре буйынса инженерҙар әҙерләү, файҙалы ҡаҙылмалар табыу өлкәһендә, ағас эшкәртеү, ауыл хужалығы производствоһы, төҙөлөш проекттары, туризм, ял һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү мөмкин. Йүнәлештәр күп. Артистарыбыҙ Һиндостанда күп тапҡыр гастролдә булды.
Аджай Малхотра, үҙ сиратында, Һиндостандың Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһына яҡшы мөнәсәбәттә булыуын билдәләне.
– Дипломатик кимәлдә беҙҙең мөнәсәбәттәргә 65 йыл элек нигеҙ һалынһа ла, халыҡ араһында улар электән, бер нисә быуат дауам итә, – тине илсе. – Беҙҙең һеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуыбыҙ ҙур, Рәсәй менән Башҡортостан да беҙҙең менән ҡыҙыҡһыналыр, тип уйлайым. Әлбиттә, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән бәйләнешебеҙ бар. Бөгөн унда булдым һәм берлектәге эштәрҙең нисек барғанын күрҙем. Йәнә Башҡорт дәүләт медицина университетына юлландыҡ, унда 40-лаған студентыбыҙ белем ала. Һеҙҙең ҡурсаҡ театры менән бәйләнеш тотабыҙ. Мәскәүҙә ҙур мәҙәни үҙәгебеҙ бар, ләкин бында ла ыңғай мөмкинлектәр күрәбеҙ.
Һинд компанияларына ла килергә, Өфөнө ҡарарға тәҡдим итәсәкмен. Уның үҙәктә урынлашыуы ла әһәмиәтле.
Географик хәлеКөньяҡ Азияла урынлашҡан. Майҙаны буйынса донъяла – етенсе, халыҡ һаны йәһәтенән икенсе урынды биләй. Төньяҡтан – Пакистан, төньяҡ-көнсығыштан – Ҡытай, Непал һәм Бутан, көнсығыштан Бангладеш һәм Мьянма дәүләттәре менән сиктәш.
Халҡы һәм телеҠытайҙан ҡала иң күп кеше йәшәгән дәүләт. Халыҡтың төп өлөшө ауылда көн итә. Майҙаны, халҡының һаны буйынса тәүге урында торһа ла, һиндтарҙың байтағы ярлылыҡ сигендә йәшәй. Күптәрҙең белем алырға мөмкинлеге юҡ.
Һиндостан – күп милләтле ил. Халыҡтың 70 проценты һинд-арий телдәре төркөмөнә инә, шуға күпселек халыҡ һинд телендә аралаша. Дөйөм алғанда, ил конституцияһында 21 рәсми тел билдәләнгән.