Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шиғыр ысынбарлыҡтан тыуа
(Сәлимйән Бәҙретдинов, “Һүҙ тылсымы”,
2014 йыл, 7, 10, 11 февраль)
Билдәле журналист-яҙыусы Сәлимйән Бәҙретдинов яҙмаһының жанрын эссе тип исемләгән. Ҡыҙыҡлы формаһы, уйландырыр йөкмәткеһе йәһәтенән дә автор был жанрҙы дөрөҫ ҡуллана, сөнки эссе башлыса әҙәбиәткә, фәлсәфәгә, социаль темаларға бәйле, ғилми системаларҙы артыҡ күҙ уңында тотмай. Ирекле рәүештә ҡыҙыҡлы сюжет аша уй-фекерҙе мауыҡтырғыс, уҡымлы итеүгә өлгәшә. Автор яҙмаһында шуны күрәбеҙ.

С. Бәҙретдинов хеҙмәтендә Рәшит Назаров менән Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына ҡағы­лыш­лы һүҙ алып бара. Дөрөҫөрәге, ҡайһы бер бил­дәле шәхестәребеҙҙең әйткән фекерҙәрен дә иҫкә төшөрә. Мәҫәлән, ҙур шағирыбыҙ Рауил Бикбаев Рәшит Назаровтың үҙ ҡулъяҙмаларын утҡа яғыуы тураһында шулай ти: “Беҙ быны бер ваҡытта ла аңлап бөтә алмаясаҡбыҙ. Ниндәй хазиналар көлгә әйләнде был мейестә? Шағир ул ялҡында, бәлки, үҙенең һуңғы хыялдарын яндырғандыр, мейестә ут һүнгәндә, бәлки, Рә­шиттең бөйөк зиһенендәге һуңғы балҡыштар һүнә барғандыр. Тәҡдир тигәндәре бына шулай аяуһыҙ шул, йондоҙ кеүек шағирҙы ла ҡыҙғанып тормай…”
Был һүҙҙәрҙе Рауил ныҡ тетрәнеп, бар йөрәгенән әйткән. Әммә мин дә ысын күңелемдән һөйөнөслө хәбәр еткерәм: юҡ, янмаған Рәшит шиғырҙары! Эйе, бындай хәл була яҙған, әлбиттә. Миңә Рәшиттең әсәһе Фатима апай менән иҫән сағында ике тапҡыр осрашып һөйләшеү насип булды. Был хаҡта һо­раш­ҡас: “Эйе, — тине ул, күҙҙәрендәге йәш бөрсөктәрен һөрткөләп. — Була яҙҙы ундай хәл. Бер саҡ әллә ҡайҙа йөрөп ҡайтып ингәс, һике аҫтындағы ҡатырға йәшниктә һаҡланған яҙмаларының бер нисәүһен ҡулына эләктереп алды ла янған мейескә ырғытып өлгөрҙө”. Халыҡ араһында таралған “Һеҙ генә башыма еттегеҙ” тигән һүҙҙәрҙе әйтеүен Фатима апай­ҙың ауыҙынан сыҡҡанын хәтерләмәйем. “Ҡуй, балам. Күҙ нурҙарыңды бөтөрөп көн-төн шулар менән булдың, бирмәйем!” — тип алдына сығып баҫҡан ул. Һуңынан белеүемсә, ул яҙмалар һаҡ­лан­ған йәшникте күсереп, йәшереберәк ҡуйған.
Йомғаҡлап әйткәндә, Рәшит Назаровтың ҡулъяҙ­малары яндырылмаған, имен-аман! Улар Башҡортос­тан Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты архивында өс ҙур папкала һаҡлана. Ҡыҙыл ҡара менән һәр битенә һандар һуғып сығылды. Берәүһе лә юғалырға тейеш түгел!
Рәшиттең ҡулъяҙмаларында тағы күпме хазина һаҡланалыр — әйтеүе ҡыйын. Китаптарында, төрлө гәзит-журналдарҙа сыҡҡан яҙмалары, миндәге әҫәр­ҙәре менән институттағы архивты сағыштырып тик­шермәй, тупламай башҡа сара юҡ. Был иһә мин генә хәл итә ала торған мәсьәлә түгел.
Шуны ла әйтәйем: Рәшиттең тормошо, ижады ха­ҡында байтаҡ уйҙырма һөйләнелә. Хатта матбуғат биттәрендә баҫылып сыҡҡандары ла булды. Имеш, ул дәфтәрҙәрен урамға сығарып һәнәк менән бутай-бутай яндырған һәм башҡалар. Кемгә кәрәктер был ялған?
“Һүҙ тылсымы” эссеһында бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов тураһында ла һүҙ бара. Автор бында: “Күпте күргән Рәмиебеҙ иҫән-һау, шәп сағында уҡ үҙенә йыш-йыш ҡына ҡыҫҡа ғүмер күҙаллай”, — ти ҙә шуны раҫлаған шиғырҙарынан миҫалдар килтерә.
“Тормош михнәте, яҙмыш зәһәрлеге, йәбер-золом фани донъянан биҙҙереп, төшөнкөлөккә бирелеүгә, йәшәү нурының һүрелеүенә, күңеленең үлеүенә этәрҙеме икән Рәмиҙе?” – тигән һорау ҡуя автор.
Һин быға яуапты, Сәлимйән ҡәләмдәш, шиғыр­ҙа­рынан түгел, тормоштағы хәҡиҡәттән эҙлә. Шиғырҙар бит шул ысынбарлыҡтан тыуа…








Автор: Риф МИФТАХОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә