Шиғыр ысынбарлыҡтан тыуа14.03.2015
(Сәлимйән Бәҙретдинов, “Һүҙ тылсымы”,
2014 йыл, 7, 10, 11 февраль)
Билдәле журналист-яҙыусы Сәлимйән Бәҙретдинов яҙмаһының жанрын эссе тип исемләгән. Ҡыҙыҡлы формаһы, уйландырыр йөкмәткеһе йәһәтенән дә автор был жанрҙы дөрөҫ ҡуллана, сөнки эссе башлыса әҙәбиәткә, фәлсәфәгә, социаль темаларға бәйле, ғилми системаларҙы артыҡ күҙ уңында тотмай. Ирекле рәүештә ҡыҙыҡлы сюжет аша уй-фекерҙе мауыҡтырғыс, уҡымлы итеүгә өлгәшә. Автор яҙмаһында шуны күрәбеҙ.
С. Бәҙретдинов хеҙмәтендә Рәшит Назаров менән Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына ҡағылышлы һүҙ алып бара. Дөрөҫөрәге, ҡайһы бер билдәле шәхестәребеҙҙең әйткән фекерҙәрен дә иҫкә төшөрә. Мәҫәлән, ҙур шағирыбыҙ Рауил Бикбаев Рәшит Назаровтың үҙ ҡулъяҙмаларын утҡа яғыуы тураһында шулай ти: “Беҙ быны бер ваҡытта ла аңлап бөтә алмаясаҡбыҙ. Ниндәй хазиналар көлгә әйләнде был мейестә? Шағир ул ялҡында, бәлки, үҙенең һуңғы хыялдарын яндырғандыр, мейестә ут һүнгәндә, бәлки, Рәшиттең бөйөк зиһенендәге һуңғы балҡыштар һүнә барғандыр. Тәҡдир тигәндәре бына шулай аяуһыҙ шул, йондоҙ кеүек шағирҙы ла ҡыҙғанып тормай…”
Был һүҙҙәрҙе Рауил ныҡ тетрәнеп, бар йөрәгенән әйткән. Әммә мин дә ысын күңелемдән һөйөнөслө хәбәр еткерәм: юҡ, янмаған Рәшит шиғырҙары! Эйе, бындай хәл була яҙған, әлбиттә. Миңә Рәшиттең әсәһе Фатима апай менән иҫән сағында ике тапҡыр осрашып һөйләшеү насип булды. Был хаҡта һорашҡас: “Эйе, — тине ул, күҙҙәрендәге йәш бөрсөктәрен һөрткөләп. — Була яҙҙы ундай хәл. Бер саҡ әллә ҡайҙа йөрөп ҡайтып ингәс, һике аҫтындағы ҡатырға йәшниктә һаҡланған яҙмаларының бер нисәүһен ҡулына эләктереп алды ла янған мейескә ырғытып өлгөрҙө”. Халыҡ араһында таралған “Һеҙ генә башыма еттегеҙ” тигән һүҙҙәрҙе әйтеүен Фатима апайҙың ауыҙынан сыҡҡанын хәтерләмәйем. “Ҡуй, балам. Күҙ нурҙарыңды бөтөрөп көн-төн шулар менән булдың, бирмәйем!” — тип алдына сығып баҫҡан ул. Һуңынан белеүемсә, ул яҙмалар һаҡланған йәшникте күсереп, йәшереберәк ҡуйған.
Йомғаҡлап әйткәндә, Рәшит Назаровтың ҡулъяҙмалары яндырылмаған, имен-аман! Улар Башҡортостан Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты архивында өс ҙур папкала һаҡлана. Ҡыҙыл ҡара менән һәр битенә һандар һуғып сығылды. Берәүһе лә юғалырға тейеш түгел!
Рәшиттең ҡулъяҙмаларында тағы күпме хазина һаҡланалыр — әйтеүе ҡыйын. Китаптарында, төрлө гәзит-журналдарҙа сыҡҡан яҙмалары, миндәге әҫәрҙәре менән институттағы архивты сағыштырып тикшермәй, тупламай башҡа сара юҡ. Был иһә мин генә хәл итә ала торған мәсьәлә түгел.
Шуны ла әйтәйем: Рәшиттең тормошо, ижады хаҡында байтаҡ уйҙырма һөйләнелә. Хатта матбуғат биттәрендә баҫылып сыҡҡандары ла булды. Имеш, ул дәфтәрҙәрен урамға сығарып һәнәк менән бутай-бутай яндырған һәм башҡалар. Кемгә кәрәктер был ялған?
“Һүҙ тылсымы” эссеһында бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов тураһында ла һүҙ бара. Автор бында: “Күпте күргән Рәмиебеҙ иҫән-һау, шәп сағында уҡ үҙенә йыш-йыш ҡына ҡыҫҡа ғүмер күҙаллай”, — ти ҙә шуны раҫлаған шиғырҙарынан миҫалдар килтерә.
“Тормош михнәте, яҙмыш зәһәрлеге, йәбер-золом фани донъянан биҙҙереп, төшөнкөлөккә бирелеүгә, йәшәү нурының һүрелеүенә, күңеленең үлеүенә этәрҙеме икән Рәмиҙе?” – тигән һорау ҡуя автор.
Һин быға яуапты, Сәлимйән ҡәләмдәш, шиғырҙарынан түгел, тормоштағы хәҡиҡәттән эҙлә. Шиғырҙар бит шул ысынбарлыҡтан тыуа…