Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Милләтебеҙ киләсәге өмөтлө
Милләтебеҙ киләсәге өмөтлө Ил башлығының 2015 йылды Әҙәбиәт йылы тип иғлан итеүе, уның Еңеүҙең
70 йыллығын билдәләү менән тура килеүе осраҡлы хәл түгел. Шуға ла бөтә йәмәғәтселек, белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениелары эште дәһшәтле һуғышта еңеүҙе әҙәбиәт менән бәйләп саралар үткәреүҙән башлап ебәрҙе.



“Әҙәбиәт” төшөнсәһе киң даирәле. Илдә барған бөтә ваҡиғаларҙы төрлө жанрҙар аша йәмғиәткә еткергән төп ҡоралдарҙың береһе булараҡ, ул — заманалар ағышын халыҡ менән бәйләүсе төп сығанаҡ. Һәр яҙыусы үҙе йәшәгән осорҙо сағылдыра, кешеләр йәшәйешен асып һалырға тырыша.
Ошондай фәһемле сара менән Өфөләге Зәйнәб Биишева исемен йөрөткән 140-сы башҡорт гимна­зияһы ла Әҙәбиәт йылын асып ебәрҙе. Бындай конкурсты халыҡ яҙыусыһының 105 йыллығы айҡанлы уның тормош юлына арнап та үткәргәйнеләр, бы­йылғыһы республика кимәлендә Зәйнәб Биишева ижады буйынса Әҙәбиәт һәм Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланды.
Гимназия залы төрлө ҡала һәм райондарҙан кил­гән уҡытыусылар, уҡыусылар менән шығырым тулы булды. Фән докторҙары, әҙиптәр, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетынан, ЮНЕСКО-нан да вәкилдәр саҡырылғайны.
Республика кимәлендә ойошторолған был бәйгегә Өфөнән генә түгел, Салауат, Ишембай ҡалаларынан, Баймаҡ, Йылайыр райондарынан да килеп еткәндәр. Бәйгелә Ҡ. Дәүләткилдеев, Ғ. Әлмө­хәмәтов исемен­дәге гимназиялар ҙа әүҙемлек күрһәтте. Хатта урыҫ мәктәп­тәренән дә ихлас ҡатнашыуҙары күңелдә рә­хәт­лек, шатлыҡ тыуҙырҙы. Халыҡ яҙыу­сыһы Зәйнәб Биише­ваның ижадына тулы анализ эшләп, ҙур ғилми эш башҡарҙы уҡыусылар.
Бында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыларының ҙур хеҙмәте, уҡыусыларында башҡорт әҙәбиәтенә, З. Биишева ижадына һөйөү уята белеүе сағылды. Һәр уҡыусының үҙ фекерен әйтә, әҫәр­ҙәрҙән ниндәй фәһем алырға кәрәклеген аңлай белеүе уларҙың фекерләү ҡеүәһе кимәлен күрһәтте. Малай һәм ҡыҙҙарҙың әҙәбиәткә, ғөмүмән, донъяуи мәсьәләләргә етди ҡарашта булыуы ҡыуандырҙы.





Автор: Ләлә БЕЙЕШЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә