Ил башлығының 2015 йылды Әҙәбиәт йылы тип иғлан итеүе, уның Еңеүҙең
70 йыллығын билдәләү менән тура килеүе осраҡлы хәл түгел. Шуға ла бөтә йәмәғәтселек, белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениелары эште дәһшәтле һуғышта еңеүҙе әҙәбиәт менән бәйләп саралар үткәреүҙән башлап ебәрҙе. “Әҙәбиәт” төшөнсәһе киң даирәле. Илдә барған бөтә ваҡиғаларҙы төрлө жанрҙар аша йәмғиәткә еткергән төп ҡоралдарҙың береһе булараҡ, ул — заманалар ағышын халыҡ менән бәйләүсе төп сығанаҡ. Һәр яҙыусы үҙе йәшәгән осорҙо сағылдыра, кешеләр йәшәйешен асып һалырға тырыша.
Ошондай фәһемле сара менән Өфөләге Зәйнәб Биишева исемен йөрөткән 140-сы башҡорт гимназияһы ла Әҙәбиәт йылын асып ебәрҙе. Бындай конкурсты халыҡ яҙыусыһының 105 йыллығы айҡанлы уның тормош юлына арнап та үткәргәйнеләр, быйылғыһы республика кимәлендә Зәйнәб Биишева ижады буйынса Әҙәбиәт һәм Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланды.
Гимназия залы төрлө ҡала һәм райондарҙан килгән уҡытыусылар, уҡыусылар менән шығырым тулы булды. Фән докторҙары, әҙиптәр, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетынан, ЮНЕСКО-нан да вәкилдәр саҡырылғайны.
Республика кимәлендә ойошторолған был бәйгегә Өфөнән генә түгел, Салауат, Ишембай ҡалаларынан, Баймаҡ, Йылайыр райондарынан да килеп еткәндәр. Бәйгелә Ҡ. Дәүләткилдеев, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназиялар ҙа әүҙемлек күрһәтте. Хатта урыҫ мәктәптәренән дә ихлас ҡатнашыуҙары күңелдә рәхәтлек, шатлыҡ тыуҙырҙы. Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның ижадына тулы анализ эшләп, ҙур ғилми эш башҡарҙы уҡыусылар.
Бында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының ҙур хеҙмәте, уҡыусыларында башҡорт әҙәбиәтенә, З. Биишева ижадына һөйөү уята белеүе сағылды. Һәр уҡыусының үҙ фекерен әйтә, әҫәрҙәрҙән ниндәй фәһем алырға кәрәклеген аңлай белеүе уларҙың фекерләү ҡеүәһе кимәлен күрһәтте. Малай һәм ҡыҙҙарҙың әҙәбиәткә, ғөмүмән, донъяуи мәсьәләләргә етди ҡарашта булыуы ҡыуандырҙы.