Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ауылға йәм бирҙе Таңһылыу
Ауылға йәм бирҙе Таңһылыу Ул тыуған ауылын­дағы мәҙә­ниәт йортонда художество етәк­се­һе булып эш башлай. Оҙаҡ йылдар Баймаҡ районының Йомаш ауыл мә­ҙә­ниәт йорто директоры вази­фа­һын да башҡа­ра. Төбәк мә­ҙә­ниәтен үҫтереүгә күп көс һала. Был хаҡта дипломдар, республикабыҙҙың Мәҙә­ниәт министрлығы тарафынан би­рел­гән Маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары раҫлай. Уның эш һәм йәшәү девизы – “Алға ынтылырға, өлгәшелгәндәрҙә туҡ­тап ҡалмаҫҡа”.
Хәҙер, халыҡты мәҙәниәт уса­ғына йәлеп итеү ауыр осор­ҙа, Таңһылыу бының төрлө ысулын таба. Фәһемле, матур кисәләр менән ауылдаштарын ҡыуан­дырған хөрмәтле ҡатын бурысына яуаплы ҡарай. Һәр сараны үткәреү өсөн күп көс һала.
Таңһылыу Сабирйән ҡыҙы “Берҙән-берем, ғәзиз ерем” йыр конкурсында II урын яуланы. Шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, Баймаҡ мәҙәниәт бүлеге етәксеһе тарафынан маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. Ҡумыҙсылар бәйгеһендә юғары башҡарыу оҫталығын күрһәткәне һәм башҡорт фольклор сәнғәтен үҫте­реү­ҙәге уңыштары тураһында иһә Баймаҡ район хакимиәте тарафынан бирелгән рәхмәт хаты һөйләй. Бөйөк Еңеүҙең 55 йыл­лығына арналған художестволы үҙешмәкәрлек смотрында ла бүләккә лайыҡ булды. “Театр яҙы” район конкурсында II урын яуланы. Башҡортостан халҡының милли йолаларын йәштәргә еткереү маҡсатында үткәрелгән республика конкурсында иң яҡшы сценарий төҙөү буйынса еңеүсе булды. Уның никах һәм алтын туй танта­на­ларына арнап яҙған сценарийҙары “Туй йолалары” номи­на­цияһында I урынды яуланы. 2004 йылда Таңһылыу Байегетоваға “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Таңһылыу Сабирйән ҡыҙы 2013 йылдан Ҡырмыҫҡалы райо­нының Иҫке Ҡыйышҡы мәҙәниәт йортонда эшен дауам итә. Ауылды ярата, тәбиғәткә, матурлыҡҡа ғашиҡ. Шул ҡыҫҡа ғына осорҙа урындағы халыҡтың һөйөүен яуланы. Байрамдарға, төрлө сараларға әҙерләнеү, үткәреү уның иңенә төшә.
Ул килгәс, ауылға йәм керҙе, мәҙәниәт усағы йәнләнде. Ауыл халҡы менән бәйләнеште яйға һалды. Тиҙ арала “Хәтирә” фольклор һәм “Иҙел” вокаль ансамблдәрен ойоштороп ебәрҙе. Репе­тицияларға шатланып йөрөйбөҙ, барырға ашҡынып торабыҙ. Сценарийҙарҙы бик эстәлекле төҙөй, актерлыҡ оҫталығы бар. Уның тәҡдиме менән физкультура-һауыҡтырыу төркөмө төҙөлдө, спорт залына аҙнаһына ике тапҡыр киләбеҙ. Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү, бәйләү, сигеү түңәрәге лә бар.
Беҙ хәҙер бәйләйбеҙ ҙә, сигәбеҙ ҙә, ә эшебеҙ йыр-моң, бейеү менән үрелеп бара. Ҡул эштәренән күргәҙмәләр ойошторабыҙ. Ансамбль ағзалары күрше ауылдарҙа, район үҙәгендә сығыш яһай. Таңһылыу үҙе ҡумыҙҙа оҫта уйнай, моңло йырлай. “Йыр-моңһоҙ йәшәй алмайым”, — ти ул.
Ҡабаҡ ауылы хакимиәте башлығы Флизә Макееваға, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа ҙур рәхмәт белдергебеҙ килә, сөнки улар беҙгә ихлас ярҙам итә. Мәҙәниәт йылында район етәксеһе 15 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Башҡорт, татар милли костюмдары, итек тектерҙек. Хәҙер беҙ шул матур кейемдә сығыш яһайбыҙ.

Зәлифә ҒӘҘЕЛШИНА,
мәғариф ветераны.




Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә