Ул тыуған ауылындағы мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эш башлай. Оҙаҡ йылдар Баймаҡ районының Йомаш ауыл мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын да башҡара. Төбәк мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һала. Был хаҡта дипломдар, республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы тарафынан бирелгән Маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары раҫлай. Уның эш һәм йәшәү девизы – “Алға ынтылырға, өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмаҫҡа”.
Хәҙер, халыҡты мәҙәниәт усағына йәлеп итеү ауыр осорҙа, Таңһылыу бының төрлө ысулын таба. Фәһемле, матур кисәләр менән ауылдаштарын ҡыуандырған хөрмәтле ҡатын бурысына яуаплы ҡарай. Һәр сараны үткәреү өсөн күп көс һала.
Таңһылыу Сабирйән ҡыҙы “Берҙән-берем, ғәзиз ерем” йыр конкурсында II урын яуланы. Шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, Баймаҡ мәҙәниәт бүлеге етәксеһе тарафынан маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булды. Ҡумыҙсылар бәйгеһендә юғары башҡарыу оҫталығын күрһәткәне һәм башҡорт фольклор сәнғәтен үҫтереүҙәге уңыштары тураһында иһә Баймаҡ район хакимиәте тарафынан бирелгән рәхмәт хаты һөйләй. Бөйөк Еңеүҙең 55 йыллығына арналған художестволы үҙешмәкәрлек смотрында ла бүләккә лайыҡ булды. “Театр яҙы” район конкурсында II урын яуланы. Башҡортостан халҡының милли йолаларын йәштәргә еткереү маҡсатында үткәрелгән республика конкурсында иң яҡшы сценарий төҙөү буйынса еңеүсе булды. Уның никах һәм алтын туй тантаналарына арнап яҙған сценарийҙары “Туй йолалары” номинацияһында I урынды яуланы. 2004 йылда Таңһылыу Байегетоваға “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тигән маҡтаулы исем бирелде.
Таңһылыу Сабирйән ҡыҙы 2013 йылдан Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Ҡыйышҡы мәҙәниәт йортонда эшен дауам итә. Ауылды ярата, тәбиғәткә, матурлыҡҡа ғашиҡ. Шул ҡыҫҡа ғына осорҙа урындағы халыҡтың һөйөүен яуланы. Байрамдарға, төрлө сараларға әҙерләнеү, үткәреү уның иңенә төшә.
Ул килгәс, ауылға йәм керҙе, мәҙәниәт усағы йәнләнде. Ауыл халҡы менән бәйләнеште яйға һалды. Тиҙ арала “Хәтирә” фольклор һәм “Иҙел” вокаль ансамблдәрен ойоштороп ебәрҙе. Репетицияларға шатланып йөрөйбөҙ, барырға ашҡынып торабыҙ. Сценарийҙарҙы бик эстәлекле төҙөй, актерлыҡ оҫталығы бар. Уның тәҡдиме менән физкультура-һауыҡтырыу төркөмө төҙөлдө, спорт залына аҙнаһына ике тапҡыр киләбеҙ. Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү, бәйләү, сигеү түңәрәге лә бар.
Беҙ хәҙер бәйләйбеҙ ҙә, сигәбеҙ ҙә, ә эшебеҙ йыр-моң, бейеү менән үрелеп бара. Ҡул эштәренән күргәҙмәләр ойошторабыҙ. Ансамбль ағзалары күрше ауылдарҙа, район үҙәгендә сығыш яһай. Таңһылыу үҙе ҡумыҙҙа оҫта уйнай, моңло йырлай. “Йыр-моңһоҙ йәшәй алмайым”, — ти ул.
Ҡабаҡ ауылы хакимиәте башлығы Флизә Макееваға, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа ҙур рәхмәт белдергебеҙ килә, сөнки улар беҙгә ихлас ярҙам итә. Мәҙәниәт йылында район етәксеһе 15 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Башҡорт, татар милли костюмдары, итек тектерҙек. Хәҙер беҙ шул матур кейемдә сығыш яһайбыҙ.
Зәлифә ҒӘҘЕЛШИНА,
мәғариф ветераны.