Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ай, һылыуһың, башҡорт ҡыҙы!
Ай, һылыуһың, башҡорт ҡыҙы! Өфөләге “Театро” клубында “Һылыуҡай-2015” республика матурлыҡ конкурсының һайлап алыу туры үтте.

Сарала 30-ҙан ашыу ҡыҙ ҡатнашты. Улар Башҡортостан төбәктәренән тыш, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Магнитогорск ҡала­ларынан да килгәйне. Тәүге турҙа һылыу­ҡайҙар тәбиғи матурлығын, телмәр үҫешен, икенсеһендә – йырға, бейеүгә һәләтен, өсөн­сөһөндә һом­ғол­лоҡ, нәзәкәтлелеген, ар­тислыҡ һәләтен күр­һәтте.
Һөҙөмтәлә 12 ҡыҙ финалға сыҡты. Улар – Мәскәүҙән Әлфиә Килдейәрова, Санкт-Петербургтан Илнара Үтәшева, Магнитогорскиҙан Светлана Кожаринова, Стәрлетамаҡтан Рим­ма Әбүбәкирова, Ишембайҙан Гөлназ Илья­сова, Өфөнән Диана Мөхәмәтйәнова, Си­байҙан Нәркәс Насирова, Баймаҡ районынан Илнара Рахманғолова, Бөрйәндән Әлиә Әбдрәшитова, Салауаттан Гөлшат Манапова, Күгәрсендән Зәлиә Яппарова, Хәйбулланан Илмира Моталова.
Әҙерлек осоронда ҡыҙҙар “Һы­лыуҡай көн­дәлеге”ндә ҡатна­ша­саҡ. Бәйгенең теле­вер­сияһы “Туған тел” телеканалында донъя күрәсәк. Улар шулай уҡ хореография, актер оҫталығы, вокал һәм дефиле серҙәренә төшөнәсәк.


Зәкиә МУСИНА, Өфө ҡалаһы:
– Күршебеҙҙә һылыу башҡорт ҡыҙы үҫә. Ай­һылыу, һиңә “Һылыуҡай” конкурсында ҡат­на­шырға кәрәк, тип әйтә килдек. Ошо көндәрҙә һайлап алыу турында ҡатнашып, саф баш­ҡортса һөйләшкән, сибәр, оҙон буйлы ҡыҙы­быҙ бәйгенән төшөп ҡалған. Сәбәбе ни­мә­ләме? “Бағыусың бармы? Һине кем финанслая­саҡ?” – тип һорағанға ыңғай яуап бирә алмаған.
Был ни ғәләмәт, йәмәғәт, хәҙер баш­ҡорт ҡыҙҙарының үҙҙәренән сығым талап итә башланыҡмы? Ғәҙеллек ҡайҙа? Аҡсаһы булғандар ғына һылыуҡай исеменә дәғүә итә аламы?


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә