Өфөләге “Театро” клубында “Һылыуҡай-2015” республика матурлыҡ конкурсының һайлап алыу туры үтте. Сарала 30-ҙан ашыу ҡыҙ ҡатнашты. Улар Башҡортостан төбәктәренән тыш, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Магнитогорск ҡалаларынан да килгәйне. Тәүге турҙа һылыуҡайҙар тәбиғи матурлығын, телмәр үҫешен, икенсеһендә – йырға, бейеүгә һәләтен, өсөнсөһөндә һомғоллоҡ, нәзәкәтлелеген, артислыҡ һәләтен күрһәтте.
Һөҙөмтәлә 12 ҡыҙ финалға сыҡты. Улар – Мәскәүҙән Әлфиә Килдейәрова, Санкт-Петербургтан Илнара Үтәшева, Магнитогорскиҙан Светлана Кожаринова, Стәрлетамаҡтан Римма Әбүбәкирова, Ишембайҙан Гөлназ Ильясова, Өфөнән Диана Мөхәмәтйәнова, Сибайҙан Нәркәс Насирова, Баймаҡ районынан Илнара Рахманғолова, Бөрйәндән Әлиә Әбдрәшитова, Салауаттан Гөлшат Манапова, Күгәрсендән Зәлиә Яппарова, Хәйбулланан Илмира Моталова.
Әҙерлек осоронда ҡыҙҙар “Һылыуҡай көндәлеге”ндә ҡатнашасаҡ. Бәйгенең телеверсияһы “Туған тел” телеканалында донъя күрәсәк. Улар шулай уҡ хореография, актер оҫталығы, вокал һәм дефиле серҙәренә төшөнәсәк.
Зәкиә МУСИНА, Өфө ҡалаһы: – Күршебеҙҙә һылыу башҡорт ҡыҙы үҫә. Айһылыу, һиңә “Һылыуҡай” конкурсында ҡатнашырға кәрәк, тип әйтә килдек. Ошо көндәрҙә һайлап алыу турында ҡатнашып, саф башҡортса һөйләшкән, сибәр, оҙон буйлы ҡыҙыбыҙ бәйгенән төшөп ҡалған. Сәбәбе нимәләме? “Бағыусың бармы? Һине кем финанслаясаҡ?” – тип һорағанға ыңғай яуап бирә алмаған.
Был ни ғәләмәт, йәмәғәт, хәҙер башҡорт ҡыҙҙарының үҙҙәренән сығым талап итә башланыҡмы? Ғәҙеллек ҡайҙа? Аҡсаһы булғандар ғына һылыуҡай исеменә дәғүә итә аламы?