Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уңыш сере хәстәрлеккә бәйле
Уңыш сере хәстәрлеккә бәйле Агросәнәғәт комплексы буйынса кәңәшмәлә сығыш яһағандарҙың береһе былай тигәйне: “Дүртөйлө районы хужалыҡтары һәр саҡ бүтәндәргә өлгө һаналды, маяҡ ролен үтәне. Ә инде Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Рәйес Шакиров кеүек уңған да, хәстәрлекле лә етәкселәр күберәк булғанда, ауыл хужалығы тармағы ярайһы үҫеш кисерәсәк”. Күп тә үтмәне, ошо тарафтарға юл төштө. Ысынлап та, бында бөтәһе лә ал да гөлмө икән? Уңыш сере нимәлә?
“Киров исемендәге тоҡомсолоҡ заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиә­тендә эргә-тирәләге Айыуҡаш, Йәйләү һәм башҡа ауылдарҙан кешеләр эш­ләй, хужалыҡтың идараһы иһә Өсбү­ләлә урынлашҡан.
– Төрлө яҡҡа сәфәргә йыш сығырға, халыҡтың тормошон күҙәтергә тура килә, – тип башланы һүҙен хужалыҡ рәйесе, Рәсәйҙең һәм Башҡортос­тандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәйес Шакиров. – Халыҡ­тың, айырыуса имәндәй ирҙәрҙең ситкә эшкә йөрөүенә йәнем әсей. Хә­ҙер хатта Мәскәү, Санкт-Петербургка ла барып еттеләр, Себер тураһында әйтәһе лә түгел. Тырыштар нисек тә аҡса тапһа, араларында кешелектән сығыусылар ҙа юҡ түгел бит. Принцибым шундай: ир-ат ғаиләһе янында булырға тейеш, балаларға атай тәр­биә­һе кәрәк. Ир кеше бит әле төп эше­нән һуң үҙенең шәхси хужалығында ла донъяһын ҡарарға бурыслы.
Уңыш сере хәстәрлеккә бәйлеЙәмғиәт малсылыҡта ла, игенсе­лек­тә лә һынатмай. Бында мал һанын йылдан-йыл арттырыуҙы маҡсат ит­кән­дәр. Барлығы алты йөҙ баш һауын һыйыры иҫәпләнә, был дөйөм малдың өстән бер өлөшөн тәшкил итә.
“500 ферма” программаһында ҡат­на­шыу эште еңеләйткән, заманса ҡорамалдар ҡулланалар. Рәйес Руфат улы йәнә бер ҡыуанысы менән ур­таҡ­лашты: ошо көндәрҙә улар мал һуйыу цехын асасаҡ. Уның әйтеүенсә, был тәңгәлдә әҙме-күпме тәртип урын­ла­шасаҡ.
Уңған эшсәндәргә килгәндә, һауын­сылар Ирина Баҡыева, Рида Хәйрул­лина, Нажиә Әхмәтйәнова, Рәзимә Шәйҙуллина, малсылар Илгиз Бәҙрет­динов, Азамат Йосопов, баш зоотехник Назалия Фәрхитова һәм башҡалар бар саҡта етәксенең күңеле тыныс. Ал­дын­ғылар исемлегендә аталған Нажиә Бөрйән районынан килеп, бында бәхетен тапҡан.
– Утыҙ йыл етәксе булған осорҙа кемдәр менән генә аралашманым, – ти рәйес. – Берәүҙәрҙе үҙ итеп, икенсе­ләр­ҙе үгәйһетеп ҡараманым, әле лә һәммәһен дә ихлас күңелдән дәрт­ләндереп торам. Ғүмер буйы механизатор булған атайым тиккә генә, йылы һүҙ – йән аҙығы, тимәй ине.


Автор: Дүртөйлө районы. Район: Илдар АҠЪЮЛОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә