Агросәнәғәт комплексы буйынса кәңәшмәлә сығыш яһағандарҙың береһе былай тигәйне: “Дүртөйлө районы хужалыҡтары һәр саҡ бүтәндәргә өлгө һаналды, маяҡ ролен үтәне. Ә инде Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Рәйес Шакиров кеүек уңған да, хәстәрлекле лә етәкселәр күберәк булғанда, ауыл хужалығы тармағы ярайһы үҫеш кисерәсәк”. Күп тә үтмәне, ошо тарафтарға юл төштө. Ысынлап та, бында бөтәһе лә ал да гөлмө икән? Уңыш сере нимәлә?“Киров исемендәге тоҡомсолоҡ заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эргә-тирәләге Айыуҡаш, Йәйләү һәм башҡа ауылдарҙан кешеләр эшләй, хужалыҡтың идараһы иһә Өсбүләлә урынлашҡан.
– Төрлө яҡҡа сәфәргә йыш сығырға, халыҡтың тормошон күҙәтергә тура килә, – тип башланы һүҙен хужалыҡ рәйесе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәйес Шакиров. – Халыҡтың, айырыуса имәндәй ирҙәрҙең ситкә эшкә йөрөүенә йәнем әсей. Хәҙер хатта Мәскәү, Санкт-Петербургка ла барып еттеләр, Себер тураһында әйтәһе лә түгел. Тырыштар нисек тә аҡса тапһа, араларында кешелектән сығыусылар ҙа юҡ түгел бит. Принцибым шундай: ир-ат ғаиләһе янында булырға тейеш, балаларға атай тәрбиәһе кәрәк. Ир кеше бит әле төп эшенән һуң үҙенең шәхси хужалығында ла донъяһын ҡарарға бурыслы.
Йәмғиәт малсылыҡта ла, игенселектә лә һынатмай. Бында мал һанын йылдан-йыл арттырыуҙы маҡсат иткәндәр. Барлығы алты йөҙ баш һауын һыйыры иҫәпләнә, был дөйөм малдың өстән бер өлөшөн тәшкил итә.
“500 ферма” программаһында ҡатнашыу эште еңеләйткән, заманса ҡорамалдар ҡулланалар. Рәйес Руфат улы йәнә бер ҡыуанысы менән уртаҡлашты: ошо көндәрҙә улар мал һуйыу цехын асасаҡ. Уның әйтеүенсә, был тәңгәлдә әҙме-күпме тәртип урынлашасаҡ.
Уңған эшсәндәргә килгәндә, һауынсылар Ирина Баҡыева, Рида Хәйруллина, Нажиә Әхмәтйәнова, Рәзимә Шәйҙуллина, малсылар Илгиз Бәҙретдинов, Азамат Йосопов, баш зоотехник Назалия Фәрхитова һәм башҡалар бар саҡта етәксенең күңеле тыныс. Алдынғылар исемлегендә аталған Нажиә Бөрйән районынан килеп, бында бәхетен тапҡан.
– Утыҙ йыл етәксе булған осорҙа кемдәр менән генә аралашманым, – ти рәйес. – Берәүҙәрҙе үҙ итеп, икенселәрҙе үгәйһетеп ҡараманым, әле лә һәммәһен дә ихлас күңелдән дәртләндереп торам. Ғүмер буйы механизатор булған атайым тиккә генә, йылы һүҙ – йән аҙығы, тимәй ине.