Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сосновкала бер көн
Юлдарыма мең рәхмәтлемен. Улар миңә тормош мәшәҡәттәренән аҙға ғына булһа ла ял итеп тороу мөмкинлеге биреп кенә ҡалмай, ә яңы осрашыуҙар, онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итә.

Сираттағы сәйәхәтем урман һәм тауҙар иле Белорет яҡта­рына ине. Райондың өс-дүрт мәҙәниәт йорто пьесаларымды сәхнәләштергән, ошо сәбәпле ми­не Сосновка ауылына саҡыр­ҙылар. Әҫәрҙәрҙең урындағы дра­ма түңәрәктәре тарафынан юғары кимәлдә ҡуйылыуы, ауыл артистарының образға инеп уйнауы, тамашасыларҙы оното­лор­ға мәжбүр итеүе — былары икен­се тема. Ул хаҡта фекерҙе бүтәндәр әйтһен. Мине иһә Сосновка халҡының дәр­рәү­леге, дәртлелеге бер һоҡлан­дырһа, һәләттәргә бай булыуы йәнә ғәжәпләндерҙе. Бында мәҙә­ниәт йорто бер генә көн дә буш тормай. Һәр төрлө кисәләр, осра­шыуҙар, иҫтәлекле дата­ларға арналған саралар, барлыҡ ауыл халҡын тиерлек бергә туплаған түңәрәктәр... Ағинәйҙәр ҡоро етәк­сеһе Зифа Мулла­ғәлләмова, художество етәксеһе Римма Йосопова, “Оҫталыҡ дәресе” түңә­рәгендә шөғөл­лән­гәндәрҙе яңы һөнәрҙәргә өйрәткән Зилә Абзалова, балаларға бейеү серҙәрен асҡан Әлфирә Ишморатова һәм башҡалар ауылда мәҙәниәтте кү­тәреү юлында арыу-талыу бел­мәй хеҙмәт итә. Исем-шәри­фе аталмаған башҡа эшлекле һәм тырыш егет-ҡыҙҙар мине ғәфү итһен, улар, һис шикһеҙ, ҙур маҡ­тауға лайыҡ. Әле иһә ҡәләм­дә­шем һәм уның ғаиләһе ту­ра­һында бәйән итергә теләйем.
...Бөхтәлеге, күркәмлеге менән күңелде йәлеп иткән ҙур йорт, төҙөк кәртә-ҡура ҡаршыланы. Зем­фира менән Мәүлит Кә­ри­мовтарҙың Сосновкала йәшәүенә әллә ни күп тә түгел. Икеһе лә ошо районда тыуып үҫкән, ҡасан­дыр Шығай урта мәктәбендә бер класта уҡығандар, хатта дуҫла­шып та йөрөгәндәр. Ләкин яҙмыш икеһен ике яҡҡа айырған. Ул ара­ла һәр береһе ғаилә ҡороп өл­гөр­гән, балалар үҫтергән. Зем­фи­ра уҡытыусылыҡты һайлаһа, Мәү­лит эшсе һөнәрен үҙ иткән. Икеһе лә яңғыҙ ҡалғас, тормош һуҡ­маҡ­тары ошо ауылға, әле бына мине балҡып ҡаршылаған йортҡа, килеп төйнәлгән.
– Икебеҙгә – ете бала, тиҫтә­ләп ейән-ейәнсәр, – тип йылмая Зем­фира. – Мәүлит менән ҡабат­тан осрашыуыма үкен­мәйем. Йом­шаҡ күңелле, егәрле кеше, бала­ларҙы ярата, айырып ҡарамай, мине ихтирам итә. Бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәй.
Земфира Сосновка мәҙәниәт йортонда директор булып эшләй. Быға тиклем 28 йыл мәктәптә уҡытҡан. Рысыҡай ҡыҙының хеҙ­мәт кенәгәһендә бығаса бер генә яҙыу була, ләкин тәүге мөхәббәте менән ҡауышҡас, улар Сосновкала йорт һатып алып, ошонда күсенәләр. Өйөндә генә һәйбәт хужа түгел Мәүлит, мәҙәниәт йор­тондағы барлыҡ төҙөү-төҙәтеү эштәрен дә ул алып бара: электрик та, балта оҫтаһы ла, дизайнер ҙа, рәссам да, шағир ҙа...
Шағир, тигәндәй, был юғары исемде яулау өсөн көсәнеп рифма теҙгән шиғыр яһаусылар ҙа етерлек арабыҙҙа. Мәүлиткә иһә һәләт Хоҙай тарафынан бирелгән.
Саптар атҡай юрта һалмаҡ
ҡына,
Ҡола ялан буйлап аҡ ҡарҙан.
Юл буйында матур аҡ
ҡайындар
Бирә төҫлө һорау: “Һин
ҡайҙан?..”
...Саптар атҡай ауыр тарта
үргә,
Йөк тейәгән, гүйә, таштарҙан.
Күңелдәге йөктө алып ташлап,
Эх, сабырға алдан саптарҙан!”
Яҙмыш елдәре төрлө тарафта күп йөрөтә Мәүлит Зиннәт улын. Стәрлетамаҡтағы “ВТС”, “Сода”, Санкт-Петербург, Великие Луки, Өфө заводтарында электромонтер, токарь булып эшләй, һәр ерҙә тормош тәжрибәһе туплай, ижади түл йыя. Уның тәүге ши­ғыр­ҙарын уҡығас та мәрхүмә Зөбәржәт апай Йәнбирҙинаның: “Яңы шағир таптым!” — тип ихлас шатланыуы һис тә ғәжәп түгел. Үҙе оло һәләткә эйә шағирә Зөбәржәт һынлы Зөбәржәт шундай баһа биргән икән, тимәк, Мәү­лит, ысынлап та, шағир. Хәйер, уҡыусылар уның көнүҙәк мәсьә­лә­­ләрҙе күтәргән мәҡәләләре, нескә юморлы скетчтары, тойғоға бай хикәйәләре менән дә таныш. 2009 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Салауат вариҫтары” серия­һын­да уның “Миләштәр” исемле ши­ғырҙар йыйынтығы донъя күр­гәй­не. Йәнә бер нисә йылдан Стәрле­тамаҡта үҙнәшер менән “Әрме тәме” тигән йыйынтығы баҫылды. Ә быйыл “Китап” нәш­риәте уның хикәйәләр китабын сығарҙы. Ша­ғир һәм драматург Рәмил Ҡол­дәү­ләт исемендәге премия ла Мәүлит Кәримовҡа тиккә генә бирелмәгән.
Мәүлитте мин “Тыуған яҡ һәм мөхәббәт шағиры” тиер инем. Хис-тойғоға бай лирика уҡыусыға тыуған ерҙең гүзәллеген аса, уның берҙән-бер икәнлеген күр­һә­тә, әҙәм балаһының һөйөүһеҙ йәшәй алмауына ишара яһай. Земфираһын осратҡанға тиклем яңғыҙлыҡ һурпаһын күп һемергән шиғри күңел бөгөнгө яҙмышына мәҙхиә йырлай:
Яландай өй, киң күңелең,
Ишегеңдә лә юҡ бигең.
Ҡунаҡмы ул, балалармы —
Һәр саҡ тулы һинең өйөң,
Үҙең алсаҡ, йөҙөң асыҡ,
Ҡояш кеүек балҡый һәр саҡ.
Түҙемлегең тауҙай, таштай,
Ә миндә ул... етмәй ҡай саҡ.
Һиңә ҡарап, көс-дәрт алам,
Йөрәгемә уттар һалаң.
Һалҡында ла өшөмәйем,
Усағыңда дөрләп янам.
Яландай өй, киң күңелең...
Етмәй һине ҙурлар һүҙем.
Йәнәшәңдә тороуҙан да
Бәхетлемен шундай үҙем!
Ярты һүҙҙән аңлашып, донъя йөгөн бергә егелеп тартҡанда ғы­на, болоҡһоу көҙҙәрҙә, сатлама һыуыҡлы ҡыштарҙа, еңмеш яҙ­ҙар­ҙа бер-береңә терәк-таяныс булғанда ғына йәмлелер был тормош. Хатта юлдар һуңлап киҫешкән осраҡта ла...






Автор: Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА. Район: Белорет районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә