Сосновкала бер көн06.03.2015
Юлдарыма мең рәхмәтлемен. Улар миңә тормош мәшәҡәттәренән аҙға ғына булһа ла ял итеп тороу мөмкинлеге биреп кенә ҡалмай, ә яңы осрашыуҙар, онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итә.
Сираттағы сәйәхәтем урман һәм тауҙар иле Белорет яҡтарына ине. Райондың өс-дүрт мәҙәниәт йорто пьесаларымды сәхнәләштергән, ошо сәбәпле мине Сосновка ауылына саҡырҙылар. Әҫәрҙәрҙең урындағы драма түңәрәктәре тарафынан юғары кимәлдә ҡуйылыуы, ауыл артистарының образға инеп уйнауы, тамашасыларҙы онотолорға мәжбүр итеүе — былары икенсе тема. Ул хаҡта фекерҙе бүтәндәр әйтһен. Мине иһә Сосновка халҡының дәррәүлеге, дәртлелеге бер һоҡландырһа, һәләттәргә бай булыуы йәнә ғәжәпләндерҙе. Бында мәҙәниәт йорто бер генә көн дә буш тормай. Һәр төрлө кисәләр, осрашыуҙар, иҫтәлекле даталарға арналған саралар, барлыҡ ауыл халҡын тиерлек бергә туплаған түңәрәктәр... Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зифа Муллағәлләмова, художество етәксеһе Римма Йосопова, “Оҫталыҡ дәресе” түңәрәгендә шөғөлләнгәндәрҙе яңы һөнәрҙәргә өйрәткән Зилә Абзалова, балаларға бейеү серҙәрен асҡан Әлфирә Ишморатова һәм башҡалар ауылда мәҙәниәтте күтәреү юлында арыу-талыу белмәй хеҙмәт итә. Исем-шәрифе аталмаған башҡа эшлекле һәм тырыш егет-ҡыҙҙар мине ғәфү итһен, улар, һис шикһеҙ, ҙур маҡтауға лайыҡ. Әле иһә ҡәләмдәшем һәм уның ғаиләһе тураһында бәйән итергә теләйем.
...Бөхтәлеге, күркәмлеге менән күңелде йәлеп иткән ҙур йорт, төҙөк кәртә-ҡура ҡаршыланы. Земфира менән Мәүлит Кәримовтарҙың Сосновкала йәшәүенә әллә ни күп тә түгел. Икеһе лә ошо районда тыуып үҫкән, ҡасандыр Шығай урта мәктәбендә бер класта уҡығандар, хатта дуҫлашып та йөрөгәндәр. Ләкин яҙмыш икеһен ике яҡҡа айырған. Ул арала һәр береһе ғаилә ҡороп өлгөргән, балалар үҫтергән. Земфира уҡытыусылыҡты һайлаһа, Мәүлит эшсе һөнәрен үҙ иткән. Икеһе лә яңғыҙ ҡалғас, тормош һуҡмаҡтары ошо ауылға, әле бына мине балҡып ҡаршылаған йортҡа, килеп төйнәлгән.
– Икебеҙгә – ете бала, тиҫтәләп ейән-ейәнсәр, – тип йылмая Земфира. – Мәүлит менән ҡабаттан осрашыуыма үкенмәйем. Йомшаҡ күңелле, егәрле кеше, балаларҙы ярата, айырып ҡарамай, мине ихтирам итә. Бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәй.
Земфира Сосновка мәҙәниәт йортонда директор булып эшләй. Быға тиклем 28 йыл мәктәптә уҡытҡан. Рысыҡай ҡыҙының хеҙмәт кенәгәһендә бығаса бер генә яҙыу була, ләкин тәүге мөхәббәте менән ҡауышҡас, улар Сосновкала йорт һатып алып, ошонда күсенәләр. Өйөндә генә һәйбәт хужа түгел Мәүлит, мәҙәниәт йортондағы барлыҡ төҙөү-төҙәтеү эштәрен дә ул алып бара: электрик та, балта оҫтаһы ла, дизайнер ҙа, рәссам да, шағир ҙа...
Шағир, тигәндәй, был юғары исемде яулау өсөн көсәнеп рифма теҙгән шиғыр яһаусылар ҙа етерлек арабыҙҙа. Мәүлиткә иһә һәләт Хоҙай тарафынан бирелгән.
Саптар атҡай юрта һалмаҡ
ҡына,
Ҡола ялан буйлап аҡ ҡарҙан.
Юл буйында матур аҡ
ҡайындар
Бирә төҫлө һорау: “Һин
ҡайҙан?..”
...Саптар атҡай ауыр тарта
үргә,
Йөк тейәгән, гүйә, таштарҙан.
Күңелдәге йөктө алып ташлап,
Эх, сабырға алдан саптарҙан!”
Яҙмыш елдәре төрлө тарафта күп йөрөтә Мәүлит Зиннәт улын. Стәрлетамаҡтағы “ВТС”, “Сода”, Санкт-Петербург, Великие Луки, Өфө заводтарында электромонтер, токарь булып эшләй, һәр ерҙә тормош тәжрибәһе туплай, ижади түл йыя. Уның тәүге шиғырҙарын уҡығас та мәрхүмә Зөбәржәт апай Йәнбирҙинаның: “Яңы шағир таптым!” — тип ихлас шатланыуы һис тә ғәжәп түгел. Үҙе оло һәләткә эйә шағирә Зөбәржәт һынлы Зөбәржәт шундай баһа биргән икән, тимәк, Мәүлит, ысынлап та, шағир. Хәйер, уҡыусылар уның көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән мәҡәләләре, нескә юморлы скетчтары, тойғоға бай хикәйәләре менән дә таныш. 2009 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Салауат вариҫтары” серияһында уның “Миләштәр” исемле шиғырҙар йыйынтығы донъя күргәйне. Йәнә бер нисә йылдан Стәрлетамаҡта үҙнәшер менән “Әрме тәме” тигән йыйынтығы баҫылды. Ә быйыл “Китап” нәшриәте уның хикәйәләр китабын сығарҙы. Шағир һәм драматург Рәмил Ҡолдәүләт исемендәге премия ла Мәүлит Кәримовҡа тиккә генә бирелмәгән.
Мәүлитте мин “Тыуған яҡ һәм мөхәббәт шағиры” тиер инем. Хис-тойғоға бай лирика уҡыусыға тыуған ерҙең гүзәллеген аса, уның берҙән-бер икәнлеген күрһәтә, әҙәм балаһының һөйөүһеҙ йәшәй алмауына ишара яһай. Земфираһын осратҡанға тиклем яңғыҙлыҡ һурпаһын күп һемергән шиғри күңел бөгөнгө яҙмышына мәҙхиә йырлай:
Яландай өй, киң күңелең,
Ишегеңдә лә юҡ бигең.
Ҡунаҡмы ул, балалармы —
Һәр саҡ тулы һинең өйөң,
Үҙең алсаҡ, йөҙөң асыҡ,
Ҡояш кеүек балҡый һәр саҡ.
Түҙемлегең тауҙай, таштай,
Ә миндә ул... етмәй ҡай саҡ.
Һиңә ҡарап, көс-дәрт алам,
Йөрәгемә уттар һалаң.
Һалҡында ла өшөмәйем,
Усағыңда дөрләп янам.
Яландай өй, киң күңелең...
Етмәй һине ҙурлар һүҙем.
Йәнәшәңдә тороуҙан да
Бәхетлемен шундай үҙем!
Ярты һүҙҙән аңлашып, донъя йөгөн бергә егелеп тартҡанда ғына, болоҡһоу көҙҙәрҙә, сатлама һыуыҡлы ҡыштарҙа, еңмеш яҙҙарҙа бер-береңә терәк-таяныс булғанда ғына йәмлелер был тормош. Хатта юлдар һуңлап киҫешкән осраҡта ла...