Һәр дәүләттең идеологияһы ниндәйҙер дәрәжәлә мифик хәл-ваҡиғаларға мохтажлыҡ кисерә. Шул уҡ ваҡытта исем-шәрифтәрҙең дөрөҫлөгө, даталарҙың аныҡлығы улар өсөн әллә ни мөһим түгел. И.В. Сталин исемендәге 91-се айырым Себер доброволецтар бригадаһының 2-се батальоны автоматсыһы Александр Матросов – тап шундай батырҙарҙың береһе. Ул 1943 йылдың 27 февралендә тиңе булмаған батырлыҡ ҡыла. Ләкин рәсми идеологтар оҙаҡ ваҡыт яугирҙең ысын исемен, сығышын халыҡҡа еткерергә ашыҡмай.
Ҡануни легендала иһә былай тиелә: “1943 йылдың 23 февралендә яугир хеҙмәт иткән подразделениеға Псков өлкәһенең Локнянск районындағы Плетень ауылы эргәһендә, Чернушки ауылынан көнбайыштараҡ урынлашҡан дошман пунктына һөжүм итеү бурысы йөкмәтелә. Өс дошман дзоты уның юлын бүлә. Автоматсыларҙың штурмлау төркөмө тәүге дзотты юҡ итә. Бронебойщиктар икенсеһен шартлата. Ләкин өсөнсө пулемет ут сәсеүен дауам итә, уны тонсоҡтороу әмәле табылмай. Ҡыҙылармеец Матросов дзот яғына шыуыша. Флангтан амбразура эргәһенә килеп, ике граната ырғыта. Атыу туҡтай, әммә яугирҙәр һөжүмгә күтәрелеү менән пулемет тағы “телгә килә”. Шул саҡ Матросов амбразураға ташлана, уны кәүҙәһе менән ҡаплай”.
Артабан инде ваҡиға дөрөҫлөккә тап килеп етмәгән мәғлүмәттәр менән һуғарыла. Иң элек батырлыҡ ҡылынған датаға бәйле аңлашылмаусанлыҡ тыуа. Ҡайһы бер рәсми баҫмаларҙа билдәләнеүенсә, Матросов (әлегә уны шулай тип атайыҡ. – Ред.) 23 февралдә һәләк булған. Ләкин тыуған яҡты өйрәнеү музейындағы мәғлүмәткә ҡарағанда, ҡаһарманлыҡтың ысын датаһы – 27 февраль. Дүрт көнлөк айырма ҡайҙан барлыҡҡа килгән һуң? Асыҡланыуынса, дивизия гәзиттәренең береһенән часҡа командировкаға ебәрелгән хәбәрсе ваҡиғаны ентекле һүрәтләп яҙған, әммә уның датаһында хаталанған (А. Матросовтың ҡаһарманлығы хаҡындағы тәүге мәҡәлә Калинин фронтының “За Родину!” гәзитендә баҫыла, уның авторы – И. Шкадаревич. – Ред.). Хәл-ваҡиғаның мәғәнәһе бөтөнләй икенсе юҫыҡта асыла түгелме? Баҡһаң, батырлыҡ Ҡыҙыл Армияның 25 йыллығына арналған икән. Ул арала “Матросов армияға алынғанға тиклем енәйәтсе булған икән” тигән имеш-мимеш тә тарала.
Сталинға уның батырлығы хаҡында хәбәр иткәс, бөйөк даһи: “Ундай кеше мотлаҡ комсомолец булырға тейештер”, – тип әйткән һәм гәзиттәге мәҡәлә өҫтөнә “Өлгө булырлыҡ миҫал” тип яҙып ҡуйған, тиҙәр. Шул уҡ көндө ВЛКСМ Үҙәк Комитеты Матросов исеменә, үткән датаны күрһәтеп, комсомол билетын тултырған. Был мәғлүмәт ҡайҙан алынғандыр – билдәһеҙ.
Совет Армияһының Үҙәк музейында Матросов фамилияһы күрһәтелгән ике комсомол билеты һаҡлана. Уларҙың берәүһенә – “Дошмандың яу (һуғыш) нөктәһенә ташланды”, икенсеһенә “Дошмандың утлы нөктәһенә ташланды” тип яҙылған. Был документтарҙың ҡайһыһы төп нөсхә һуң? Музейҙа быны асыҡлау мөмкин түгел – экспонаттарҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында бында уларҙың күсермәһен генә файҙаланалар. Асылда иһә Александр Ырымбур өлкәһендәге Красный Холм пехота училищеһы курсанты булған осорҙа уҡ Коммунистик йәштәр союзы сафына инә. Уҡыу йортона ул хәрби хеҙмәткә саҡырылғас ебәрелә. Енәйәтсе булһа, бындай ышаныс күрһәтелмәҫ ине, моғайын. Уҡыу йортондағы сәйәси бүлек етәксеһе ярҙамсыһы Аркадий Григорьянцтың хәтирәләренән күренеүенсә, Александр Матросовҡа комсомол билетын тап ул тапшырған. Һуғыш йылдарында бригаданың сәйәси бүлеге инструкторы Людмила Викторовна Попова һуңыраҡ ошо билетҡа “Дошмандың утлы нөктәһенә ташланды” тигән яҙманы индергән. Буталсыҡ, хаталы мәғлүмәттәр батырҙың яҙмышы һәм кем булыуы хаҡында төрлө имеш-мимеш өсөн ерлек тыуҙыра. Уларҙың ҡайһыһы дөрөҫлөккә тап килә һуң? Рәсми биографияларҙы төҙөүселәрҙең барыһы ла Матросовтың урыҫ милләтенән булыуын билдәләй. Был ысынлап та шулаймы? Ниндәй егет булған ул?
Барлыҡ мәғлүмәттәр араһында башҡорт журналисы Рәүеф Насиров белдергән, һуңыраҡ иҫбат та иткән “милли версия”ны иң ышаныслыһы тип иҫәпләргә мөмкиндер.
Командировкаларҙың береһендә ул Ҡунаҡбай ауыл Советы рәйесе Дауыт Һиҙиәтовтан Матросовтың ысын исеме Шакирйән булыуы, уның Ҡунаҡбай ауылында тыуыуы, милләте буйынса башҡорт икәнлеге хаҡында ишетә. Тап ошо мәғлүмәт киләсәктә оҙайлы һәм ентекле тикшереүҙәр өсөн ерлек тыуҙыра. Һуңыраҡ Рәүеф Хәй улының “Ҡайҙан һин, Матросов?” тип аталған китабы донъя күрә. (Әйткәндәй, бөгөн был раритет китапты табыуы еңел түгел. – Ред.) Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул батырҙың сығышына бәйле етди документтарҙы таба алмаған. Уның ҡарауы, китап Матросовтың яҡташтарының бик күп хәтирәләре менән һуғарылған. Асыҡланыуынса, егет 1923 йылда тыуған. Атаһы Юныс ағайҙы замандаштары ғәжәп оҫта, йор һүҙле, таң ҡалып тыңларлыҡ уйҙырмалар сығарған кеше булараҡ һүрәтләй. Мәҫәлән, уның сүллектә Ленинды ҡотҡарыуы тураһындағы мәрәкәһен хәтерләйҙәр. Имеш, ярҙамы өсөн ил башлығы уға әллә күпме алтын-көмөш биргән. Тик был байлыҡты Юныс ағай баҡсаһында күмгән дә ҡайҙа икәнлеген онотҡан. Тағы ла бер уйҙырмаһында ул Ленин һәм Сталин менән самолетта осоуы, самолеттың кәрәсине бөтөүе хаҡында бәйән итә. Ергә төшкәс, Юныс һунарға киткән. Бик күп йәнлек аулап, өҫтәүенә яғыулыҡ табып ҡайтҡан ул. “Бына шулай итеп юлбашсыларыбыҙҙы ҡотҡарып ҡалдым!” – тип маҡтаныр булған Юныс ағай, ә балалар уның һүҙенә ихлас ышанған.
Шакирйән дә атаһына оҡшап хыялға бирелеүсән, фантазияға бай булған. Әсәһенең: “Буй етһә, улымдан йә бик шәп кеше сығыр, йә бур булыр”, – тигән һүҙҙәрен хәтерләүселәр ҙә бар. Матросовтың атаһы бер нисә тапҡыр өйләнгән, тиҙәр. Тәүге ҡатыны Мөслимә менән хатта Себер яҡтарында ла йөрөп ҡайтҡан. Тап шунда кулактарҙан туҡмалып, аҡһаҡ булып ҡалған, имеш. Юныстың Граждандар һуғышында яраланып, ғәрипләнеүе хаҡында ла һөйләйҙәр. Ҡатыны вафат булғас, ул тағы ике тапҡыр өйләнгән. 1932 йылда тәүге хәләл ефетенән тыуған Шакирйән исемле улы уҡырға барған. Ғаилә аслы-туҡлы көн күргән. Шуға ла үгәй әсә, малайҙан ҡотолорға теләп, уны балалар йортонда ҡалдырған. Бер үк ваҡытта Шакирйән өйҙән үҙе киткән тигән фараз да бар. Һуңыраҡ уның Ульяновск өлкәһендәге Иваново балалар йортонда тәрбиәләнеүе асыҡлана. Тикшереү барышында шул осорҙа балалар йортонда күгәрсен тотҡан малайҙы фотоға төшөргән кешене лә табалар. Һуңыраҡ, был фото район гәзитендә баҫылып сыҡҡас, Ҡунаҡбай ауылында йәшәгәндәрҙең күбеһе Шакирйәнде таный. Иҫке Өфөлә урынлашҡан хеҙмәт колонияһында Матросовты күргән-белгәндәр ҙә була. Бында ул тәрбиәсенең ярҙамсыһы, төркөм командиры булған, тиҙәр. Әйтергә кәрәк, ул осорҙа колониялағы тормош совет осоро кинофильмдары идеологияһынан ҡырҡа айырылған. Матросовтың командаһына индерелгән элекке колонист Петр Халтурин буласаҡ батырҙан үҙенә йыш ҡына эләгеүен хәтерләй. Матросов фамилияһының ҡайҙан килеп сығыуы ла асыҡланды – Шакирйән һәр саҡ тельняшка кейер булған. Икенсе сығанаҡтан күренеүенсә, ул осорҙа колонистарҙың күбеһе сит-ят фамилияны алыр булған, ә исемдәре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Урыҫ телле мөхиттә Шакирйән башта Шуркаға, артабан Сашка йәки Александрға әйләнгән, күрәһең.
Колониянан һуң Шакирйән ауылға ҡайтҡан. “Бөтөнләй урыҫ булып бөткәйне, тик туған телен онотмағайны”, тип хәтерләй ауылдаштары. Үҫмер үҙен Матросов тип йөрөтөүҙе үтенгән. Кемдер уның тәнендә тельняшка рәүешендәге татуировка булыуын да билдәләй. Шакирйән һуңғы тапҡыр тыуған ауылына һуғыш башланыр алдынан, 1941 йылдың июнендә, ҡайтҡан. Өҫтөндәге кейеме ҡаласа: тельняшка, аҡ күлдәгенең еңе һыҙғанылған, ҡара салбар, ботинка. Йылға буйына килгәс, тиҫтерҙәре “О, Шакирйән ҡайтҡан!” – тип геүләшеп киткәс, ул тыныс ҡына: “Егеттәр, ағайығыҙ инде Шакирйән түгел, ә Саша. Саша тип йөрөтөгөҙ...” – тигән. Был ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙе Рәүеф Насировтың китабынан да табырға мөмкин: “Ҡайһы яҡтарҙан ел ташланы?” тигән һорауға ул уйсан ғына: ”Эх, егеттәр, мин булмаған ер ҡалмағандыр инде ул, ә бында Украина яҡтарынан ҡайттым”, – тине. “Ә һин бит детдомда инең?” – тигәс, ул: “Ә мин бөгөн – бында, иртәгә – тегендә. Ҡайҙа икәнлегемде үҙемдән башҡа бер кем дә белмәй...” Был һүҙҙәр уның урам тормошо менән яҡшы таныш булыуы хаҡында һөйләмәйме икән? Ләкин ул осорҙағы “йәмәғәтселек”тең фекеренсә, ысын батырҙың биографияһында ҡара таптар булмаҫҡа тейеш.
Рәүеф Насиров эҙләнеүҙәрен уҙған быуаттың 80-се йылдарында башлаһа ла, урыҫ телле уҡыусылар уның мәҡәләләре хаҡында хәбәрҙар булмағандыр, сөнки тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәһе гәзиттә тик башҡорт телендә генә баҫыла ине. Шакирйән батыр хаҡындағы “милли версия”ға ышанмауҙың сәбәбен дә ошоға бәйләргә кәрәктер. Насировты һәм уның эҙләнеүҙәре хаҡында белгән кешеләр, “өлкән иптәштәр” уны аҡылға килергә өндәй, үткәндәрҙе ҡуҙғатмаҫҡа кәңәш итә. Йәнәһе, барыһына ла яҡшы билдәле Генераль секретарҙың тыуған яғынан булған “һары сәсле, зәңгәр күҙле урыҫ егете”нең образына тап төшөрөргә, батырҙың биографияһын боҙорға, уға милли үҙенсәлек өҫтәргә ярамай.
Насировтың Мәскәүгә мөрәжәғәт итеүе лә һөҙөмтә бирмәй. Бер үк ваҡытта абруйлы эксперттар, шул иҫәптән СССР Оборона министрлығы Хәрби тарих институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Н. Борисов та “Матросовтың биографияһы – тулыһынса уйҙырма” тигән фекер менән килешә. Һуңыраҡ ул: “Батырлыҡтың датаһы пропаганда маҡсатында Ҡыҙыл Армияның 25 йыллығына тура килтереп яҙылған. Асылда иһә, сәйәси белдереүҙәрҙә, юғалтыуҙар исемлегендә һәм башҡа документтарҙа ҡаһарманлыҡтың 1943 йылдың 27 февралендә ҡылыныуы, ә награда ҡағыҙында А. Матросовтың Калинин фронтына 25 февралдә килеүе күрһәтелгән”, – тип яҙа. Ул саҡта “һары сәсле, зәңгәр күҙле урыҫ егете” ҡайҙан алынған һуң? Бының аңлатмаһы ябай: төрлө балалар йортонан алынған фотоларҙың берәүһе генә һайланып, ентекле ретушланған һәм таратылған. Әлбиттә, был Ватанын һаҡлап ҡорбан булған һалдаттың дәрәжәһенә һис тап төшөрмәй. Тик был осраҡта халыҡҡа батырҙың ысын исемен ҡайтарыу хаҡында һүҙ бара. Башҡортостанда, Салауат Юлаевтан тыш, үҙҙәренең Шакирйәнен дә онотмаһындар ине.
1942 йылдың сентябрендә колонист Мөхәмәтйәнов (ул ваҡытта инде А. Матросов) армия сафына саҡырыла һәм Красный Холм пехота училищеһына ебәрелә. 2-се батальондың 5-се уҡсылар ротаһында хеҙмәт итә. Хәрби фәндәр курсы ярты йылға иҫәпләнә. Март айында йәш лейтенанттар ғәскәрҙәр сафына юлланырға тейеш була. Тик 1943 йылдың ғинуарында училищеның ябылыуы, личный составтың яртыһы рядовойҙар рәүешендә Калинин фронтына оҙатыласағы хаҡында иғлан ителә. Матросов иптәштәре менән Сталин исемендәге 91-се Тымыҡ океан комсомол доброволецтар бригадаһына эләгә. Башта ул комендант взводына алына, һуңыраҡ строевой подразделениела хеҙмәтен дауам итә. Эҙләнеүҙәр барышында Матросовтың һуңғы алышының шаһиты ла табыла. “Беҙ, разведчиктар, хәрби заданиенан ҡайтып килә инек. Алғы һыҙыҡҡа еткәндә (Чернушки ауылында “тел” алғайныҡ) беҙҙекеләрҙең “Ура!” ҡысҡырыуы ишетелде, – тип хәтерләй Петр Александрович Огурцов (1920 йылда тыуған, Һарытау өлкәһенең Балаково ҡалаһынан). – Немецтар утҡа тотоуын дауам итә, алға барыу мөмкинлеге юҡ. Хәлдең айышына төшөнөргә булдым, разведчиктар алышҡа әҙерләнде. Алға шыуышам, эргәмдә генә таныш тауыш ишетелә. “Ярҙам ит. Мин, яҡыныраҡ барып, граната ырғытам”, – ти Сашка. Алға шыуышабыҙ. Пулемет ут сәсә, туптар шартлай. Яраландым. Саша амбразураға ташланды. Дошман пулеметы тонсоҡто. Егеттәр һөжүмгә күтәрелде. Миңә ярҙамға килделәр, иртәгәһенә Мәскәүгә госпиталгә оҙаттылар”. (Рәүеф Насиров, “Ҡайҙан һин, Матросов?”, Өфө, 1994). Башҡа бер генә рәсми китапта ла һуғыштың ошо рәүешле һүрәтләнеше юҡ. Насиров тағы ла бер мөһим үҙенсәлекте билдәләй: ветеран комсомолецтар менән командованиеның Матросовҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреүҙе юллап Сталинға хат яҙыуын да хәтерләй.
ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарамағына ингән Хәрби комсомол даны музейы тап Александр Матросовҡа арналған була. Великие Лукиҙың үҙәгендәге боронғо ҡәлғә янында урынлашҡан был бетон куб шул дәүерҙәге илһамландырыу, йүнәлеш биреү кеүек бурыстарҙы уңышлы үтәгән. Бында пионер, комсомол сафына ҡабул иткәндәр, төҙөлөш отрядтарын хеҙмәт батырлығына дәртләндергәндәр. Заманалар үҙгәреү менән, 1992 йылда төп музей ҙа ябылған. Әле ҡала ҡарамағына тапшырылған мәҙәниәт учреждениеһы фондында 30 меңдән ашыу артефакт һаҡлана. Учреждение йәштәрҙә ватансылыҡ тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Матросовтың тыуған көнөндә бында үҫмерҙәр, ветерандар килә. Йәш быуын ысын батырҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа, уларҙың яҡты иҫтәлеген һаҡларға тейеш.
(“Совершенно секретно” гәзитенән).