Ҡаһарман эҙҙәренән06.03.2015
Һәр дәүләттең идеологияһы ниндәйҙер дәрәжәлә мифик хәл-ваҡиғаларға мохтажлыҡ кисерә. Шул уҡ ваҡытта исем-шәрифтәрҙең дөрөҫлөгө, даталарҙың аныҡлығы улар өсөн әллә ни мөһим түгел. И.В. Сталин исемендәге 91-се айырым Себер доброволецтар бригадаһының 2-се батальоны автоматсыһы Александр Матросов – тап шундай батырҙарҙың береһе. Ул 1943 йылдың 27 февралендә тиңе булмаған батырлыҡ ҡыла. Ләкин рәсми идеологтар оҙаҡ ваҡыт яугирҙең ысын исемен, сығышын халыҡҡа еткерергә ашыҡмай.

Ҡануни легендала иһә былай тиелә: “1943 йылдың 23 февра­лен­дә яугир хеҙмәт иткән под­раз­де­лениеға Псков өлкәһенең Лок­нянск районындағы Плетень ауылы эргәһендә, Чернушки ауылынан көнбайыштараҡ урын­лашҡан дошман пунктына һөжүм итеү бурысы йөкмәтелә. Өс дош­ман дзоты уның юлын бүлә. Автоматсыларҙың штурмлау төр­көмө тәүге дзотты юҡ итә. Бронебойщиктар икенсеһен шарт­лата. Ләкин өсөнсө пулемет ут сәсеүен дауам итә, уны тонсоҡтороу әмәле табылмай. Ҡыҙылармеец Матросов дзот яғына шыуыша. Флангтан амбразура эргәһенә килеп, ике граната ырғыта. Атыу туҡтай, әммә яугирҙәр һөжүмгә күтә­ре­леү менән пулемет тағы “телгә килә”. Шул саҡ Матросов амбра­зураға ташлана, уны кәүҙәһе менән ҡаплай”.
Артабан инде ваҡиға дөрөҫ­лөк­кә тап килеп етмәгән мәғлү­мәттәр менән һуғарыла. Иң элек батырлыҡ ҡылынған датаға бәйле аңлашылмаусанлыҡ тыуа. Ҡайһы бер рәсми баҫмаларҙа билдәлә­не­үенсә, Матросов (әлегә уны шу­лай тип атайыҡ. – Ред.) 23 фе­в­­ралдә һәләк булған. Ләкин тыуған яҡты өйрәнеү музе­йын­дағы мәғлүмәткә ҡарағанда, ҡа­һарманлыҡтың ысын датаһы – 27 февраль. Дүрт көн­лөк айырма ҡайҙан барлыҡҡа килгән һуң? Асыҡланыуынса, дивизия гәзит­тә­ренең береһенән часҡа коман­дировкаға ебәрелгән хәбәрсе ваҡиғаны ентекле һүрәт­ләп яҙған, әммә уның датаһында хаталанған (А. Матросовтың ҡа­һар­манлығы хаҡындағы тәүге мәҡәлә Калинин фронтының “За Родину!” гәзи­тендә баҫыла, уның авторы – И. Шкадаревич. – Ред.). Хәл-ва­ҡиғаның мәғәнәһе бөтөн­ләй икен­се юҫыҡта асыла тү­гелме? Баҡ­һаң, батырлыҡ Ҡыҙыл Армия­ның 25 йыллығына арнал­ған икән. Ул арала “Матросов армия­ға алынғанға тиклем енә­йәтсе булған икән” тигән имеш-мимеш тә тарала.
Сталинға уның батырлығы ха­ҡын­да хәбәр иткәс, бөйөк даһи: “Ундай кеше мотлаҡ комсомолец булырға тейештер”, – тип әйткән һәм гәзиттәге мәҡәлә өҫтөнә “Өл­гө булырлыҡ миҫал” тип яҙып ҡуй­ған, тиҙәр. Шул уҡ көндө ВЛКСМ Үҙәк Комитеты Матросов исеме­нә, үткән датаны күрһәтеп, комсомол билетын тултырған. Был мәғлү­мәт ҡайҙан алынған­дыр – билдәһеҙ.
Совет Армияһының Үҙәк музейында Матросов фамилияһы күрһәтелгән ике комсомол билеты һаҡлана. Уларҙың берәүһенә – “Дошмандың яу (һуғыш) нөктә­һенә ташланды”, икенсеһенә “Дошмандың утлы нөктәһенә ташланды” тип яҙылған. Был доку­менттарҙың ҡай­һыһы төп нөсхә һуң? Музейҙа быны асыҡлау мөмкин түгел – экспо­нат­тарҙы һаҡлап ҡалыу маҡ­сатында бында уларҙың күсермәһен генә файҙа­ла­налар. Асылда иһә Александр Ырымбур өл­кә­һендәге Красный Холм пехота училищеһы курсанты булған осорҙа уҡ Коммунистик йәштәр союзы сафына инә. Уҡыу йортона ул хәрби хеҙ­мәткә саҡырылғас ебә­релә. Енәйәтсе булһа, бындай ышаныс күрһә­тел­мәҫ ине, моға­йын. Уҡыу йортондағы сәйәси бүлек етәксеһе ярҙам­сыһы Аркадий Гри­горь­янцтың хәтирәлә­ре­нән күренеүенсә, Александр Мат­росовҡа комсомол билетын тап ул тапшырған. Һу­ғыш йылдарында бригада­ның сәйәси бүлеге инструкторы Людмила Вик­торов­на Попова һу­ңыраҡ ошо билетҡа “Дошмандың утлы нөктә­һе­нә ташланды” тигән яҙманы индергән. Бу­тал­сыҡ, хаталы мәғлүмәттәр батырҙың яҙмы­шы һәм кем булыуы хаҡында төрлө имеш-ми­меш өсөн ерлек тыуҙыра. Улар­ҙың ҡайһыһы дөрөҫлөккә тап килә һуң? Рәсми биогра­фияларҙы төҙөүселәр­ҙең барыһы ла Мат­ро­совтың урыҫ мил­ләтенән булыуын билдәләй. Был ысынлап та шулаймы? Ниндәй егет булған ул?
Барлыҡ мәғлүмәттәр араһын­да башҡорт журналисы Рәүеф Насиров бел­дер­гән, һуңыраҡ иҫбат та иткән “милли версия”ны иң ышаныс­лыһы тип иҫәпләргә мөмкиндер.
Командировкаларҙың бере­һен­дә ул Ҡунаҡбай ауыл Советы рәйесе Дауыт Һиҙиәтовтан Мат­росовтың ысын исеме Шакирйән булыуы, уның Ҡунаҡбай ауылын­да тыуыуы, милләте буйынса башҡорт икәнлеге хаҡында ише­тә. Тап ошо мәғлүмәт киләсәктә оҙайлы һәм ентекле тикшереүҙәр өсөн ерлек тыуҙыра. Һуңыраҡ Рәүеф Хәй улының “Ҡайҙан һин, Матросов?” тип аталған китабы донъя күрә. (Әйткәндәй, бөгөн был раритет китапты табыуы еңел түгел. – Ред.) Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул батырҙың сығышына бәйле етди документтарҙы таба алмаған. Уның ҡарауы, китап Матросовтың яҡташтарының бик күп хәтирәләре менән һуға­рыл­ған. Асыҡланыуынса, егет 1923 йылда тыуған. Атаһы Юныс ағай­ҙы замандаштары ғәжәп оҫта, йор һүҙле, таң ҡалып тыңларлыҡ уй­ҙыр­малар сығарған кеше булараҡ һүрәтләй. Мәҫәлән, уның сүл­лек­тә Ленинды ҡотҡарыуы тураһын­дағы мәрәкәһен хәтерләйҙәр. Имеш, ярҙамы өсөн ил башлығы уға әллә күпме алтын-көмөш биргән. Тик был байлыҡты Юныс ағай баҡсаһында күмгән дә ҡайҙа икәнлеген онотҡан. Тағы ла бер уйҙырмаһында ул Ленин һәм Сталин менән самолетта осоуы, са­мо­леттың кәрәсине бөтөүе ха­ҡында бәйән итә. Ергә төшкәс, Юныс һунарға киткән. Бик күп йәнлек аулап, өҫтәүенә яғыулыҡ табып ҡайтҡан ул. “Бына шулай итеп юлбашсыларыбыҙҙы ҡотҡа­рып ҡалдым!” – тип маҡтаныр булған Юныс ағай, ә балалар уның һүҙенә ихлас ышанған.
Шакирйән дә атаһына оҡшап хыялға бирелеүсән, фантазияға бай булған. Әсәһенең: “Буй етһә, улымдан йә бик шәп кеше сығыр, йә бур булыр”, – тигән һүҙҙәрен хәтерләүселәр ҙә бар. Матросов­тың атаһы бер нисә тапҡыр өй­лән­гән, тиҙәр. Тәүге ҡатыны Мөс­лимә менән хатта Себер яҡтарында ла йөрөп ҡайтҡан. Тап шунда кулактарҙан туҡмалып, аҡһаҡ булып ҡалған, имеш. Юныстың Граждандар һуғы­шында яраланып, ғәрипләнеүе хаҡында ла һөйләйҙәр. Ҡатыны вафат булғас, ул тағы ике тапҡыр өйләнгән. 1932 йылда тәүге хә­ләл ефетенән тыуған Шакирйән исемле улы уҡырға барған. Ғаилә аслы-туҡлы көн күргән. Шуға ла үгәй әсә, малайҙан ҡотолорға теләп, уны балалар йортонда ҡал­дырған. Бер үк ваҡытта Ша­кирйән өйҙән үҙе киткән тигән фараз да бар. Һуңыраҡ уның Ульяновск өлкәһендәге Иваново балалар йортонда тәрбиәләнеүе асыҡлана. Тикшереү барышында шул осорҙа балалар йортонда күгәрсен тотҡан малайҙы фотоға төшөргән кешене лә табалар. Һуңыраҡ, был фото район гәзи­тендә баҫылып сыҡҡас, Ҡунаҡбай ауылында йәшәгәндәрҙең күбеһе Шакирйәнде таный. Иҫке Өфөлә урынлашҡан хеҙмәт колония­һын­да Матросовты күргән-белгәндәр ҙә була. Бында ул тәрбиәсенең ярҙамсыһы, төркөм командиры булған, тиҙәр. Әйтергә кәрәк, ул осорҙа колониялағы тормош совет осоро кинофильмдары идео­логияһынан ҡырҡа айырыл­ған. Матросовтың командаһына индерелгән элекке колонист Петр Халтурин буласаҡ батырҙан үҙе­нә йыш ҡына эләгеүен хәтерләй. Матросов фамилияһының ҡайҙан килеп сығыуы ла асыҡланды – Шакирйән һәр саҡ тельняшка кейер булған. Икенсе сығанаҡтан күренеүенсә, ул осорҙа колонис­тарҙың күбеһе сит-ят фамилияны алыр булған, ә исемдәре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Урыҫ телле мөхиттә Шакирйән башта Шуркаға, артабан Сашка йәки Александрға әйләнгән, күрәһең.
Колониянан һуң Шакирйән ауыл­ға ҡайтҡан. “Бөтөнләй урыҫ булып бөткәйне, тик туған телен онотмағайны”, тип хәтерләй ауылдаштары. Үҫмер үҙен Матросов тип йөрөтөүҙе үтенгән. Кемдер уның тәнендә тельняшка рәүешендәге татуировка булыуын да билдәләй. Шакирйән һуңғы тапҡыр тыуған ауылына һуғыш башланыр алдынан, 1941 йыл­дың июнендә, ҡайтҡан. Өҫтөндәге кейеме ҡаласа: тельняшка, аҡ күлдәгенең еңе һыҙғанылған, ҡара салбар, ботинка. Йылға буйына килгәс, тиҫтерҙәре “О, Шакирйән ҡайтҡан!” – тип геү­лә­шеп киткәс, ул тыныс ҡына: “Егеттәр, ағайығыҙ инде Ша­кир­йән түгел, ә Саша. Саша тип йөрөтөгөҙ...” – тигән. Был ҡыҙыҡ­лы һөйләшеүҙе Рәүеф Насиров­тың китабынан да табырға мөм­кин: “Ҡайһы яҡтарҙан ел ташланы?” тигән һо­рауға ул уйсан ғына: ”Эх, егеттәр, мин булмаған ер ҡалмағандыр инде ул, ә бында Украина яҡ­тарынан ҡайттым”, – тине. “Ә һин бит детдомда инең?” – тигәс, ул: “Ә мин бөгөн – бында, иртәгә – тегендә. Ҡайҙа икәнле­гем­де үҙемдән баш­ҡа бер кем дә белмәй...” Был һүҙҙәр уның урам тормо­шо менән яҡшы таныш булыуы хаҡында һөйлә­мәйме икән? Ләкин ул осорҙағы “йәмә­ғәтселек”­тең фе­ке­ренсә, ысын батырҙың био­гра­фия­һын­да ҡара таптар бул­маҫҡа тейеш.
Рәүеф Насиров эҙлә­неү­ҙәрен уҙған быуаттың 80-се йылдарында башла­һа ла, урыҫ телле уҡыусылар уның мәҡәләләре хаҡында хәбәр­ҙар булмағандыр, сөнки тикшере­неүҙәрҙең һөҙөм­тә­һе гәзиттә тик башҡорт телендә генә баҫыла ине. Шакирйән ба­тыр хаҡындағы “милли версия”ға ышанмауҙың сәбәбен дә ошоға бәй­ләр­гә кәрәк­тер. Наси­ров­ты һәм уның эҙлә­неү­ҙәре хаҡында белгән кешеләр, “өлкән иптәштәр” уны аҡылға ки­лергә өндәй, үт­кән­дәрҙе ҡуҙғат­маҫ­ҡа кәңәш итә. Йәнәһе, ба­ры­һына ла яҡшы бил­дәле Генераль секретарҙың тыу­ған яғы­нан булған “һары сәсле, зәңгәр күҙле урыҫ егете”нең образына тап төшөрөргә, батырҙың биогра­фияһын боҙорға, уға милли үҙенсәлек өҫтәргә ярамай.
Насировтың Мәскәүгә мөрә­жәғәт итеүе лә һөҙөмтә бирмәй. Бер үк ваҡытта абруйлы эксперттар, шул иҫәптән СССР Оборона министрлығы Хәрби тарих инсти­тутының өлкән ғилми хеҙмәткәре Н. Борисов та “Матросовтың био­графияһы – тулыһынса уйҙырма” тигән фекер менән килешә. Һуңыраҡ ул: “Батырлыҡтың да­таһы пропаганда маҡсатында Ҡыҙыл Армияның 25 йыллығына тура килтереп яҙылған. Асылда иһә, сәйәси белдереүҙәрҙә, юғал­тыуҙар исемлегендә һәм башҡа документтарҙа ҡаһарманлыҡ­тың 1943 йылдың 27 февра­лендә ҡылыныуы, ә награда ҡа­ғыҙында А. Матросовтың Калинин фронтына 25 февралдә килеүе күрһәтелгән”, – тип яҙа. Ул саҡта “һары сәсле, зәңгәр күҙле урыҫ егете” ҡайҙан алынған һуң? Бының аңлатмаһы ябай: төрлө балалар йортонан алынған фотоларҙың берәүһе генә һай­ланып, ентекле ретушланған һәм таратылған. Әлбиттә, был Ватанын һаҡлап ҡорбан булған һал­даттың дәрәжәһенә һис тап төшөрмәй. Тик был осраҡта халыҡҡа батырҙың ысын исемен ҡайтарыу хаҡында һүҙ бара. Башҡортостанда, Салауат Юлаевтан тыш, үҙҙәренең Шакирйә­нен дә онотмаһындар ине.
1942 йылдың сентябрендә колонист Мөхәмәтйәнов (ул ваҡыт­та инде А. Матросов) армия сафына саҡырыла һәм Красный Холм пехота училищеһына ебә­релә. 2-се батальондың 5-се уҡсылар ротаһында хеҙмәт итә. Хәрби фәндәр курсы ярты йылға иҫәпләнә. Март айында йәш лейтенанттар ғәскәрҙәр сафына юлланырға тейеш була. Тик 1943 йылдың ғинуарында училищеның ябылыуы, личный составтың яртыһы рядовойҙар рәүешендә Калинин фронтына оҙатыласағы хаҡында иғлан ителә. Матросов иптәштәре менән Сталин исемен­дәге 91-се Тымыҡ океан комсомол доброволецтар бригадаһына эләгә. Башта ул комендант взводына алына, һуңыраҡ строевой подразделениела хеҙмәтен да­уам итә. Эҙләнеүҙәр барышында Матросовтың һуңғы алышының шаһиты ла табыла. “Беҙ, разведчиктар, хәрби заданиенан ҡай­тып килә инек. Алғы һыҙыҡҡа еткәндә (Чернушки ауылында “тел” алғайныҡ) беҙҙекеләрҙең “Ура!” ҡысҡырыуы ишетелде, – тип хәтерләй Петр Александрович Огурцов (1920 йылда тыуған, Һарытау өлкәһенең Балаково ҡалаһынан). – Немецтар утҡа тотоуын дауам итә, алға барыу мөмкинлеге юҡ. Хәлдең айышына төшөнөргә булдым, разведчиктар алышҡа әҙерлән­де. Алға шыуышам, эргәмдә генә таныш тауыш ишетелә. “Ярҙам ит. Мин, яҡыныраҡ барып, граната ырғытам”, – ти Сашка. Алға шыуышабыҙ. Пулемет ут сәсә, туптар шартлай. Яраландым. Саша амбразураға ташланды. Дошман пулеметы тон­­соҡто. Егеттәр һөжүмгә күтәрелде. Миңә ярҙамға килде­ләр, иртәгәһенә Мәскәүгә госпиталгә оҙаттылар”. (Рәүеф Насиров, “Ҡайҙан һин, Матросов?”, Өфө, 1994). Башҡа бер генә рәсми китапта ла һуғыштың ошо рәүешле һүрәтләнеше юҡ. Насиров тағы ла бер мөһим үҙенсәлекте билдәләй: ветеран комсомолецтар менән командо­ваниеның Матросовҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреүҙе юллап Сталинға хат яҙыуын да хәтерләй.
ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡара­мағына ингән Хәрби комсомол даны музейы тап Александр Матросовҡа арналған була. Великие Лукиҙың үҙәгендәге боронғо ҡәлғә янында урынлашҡан был бетон куб шул дәүерҙәге илһам­лан­дырыу, йүнәлеш биреү кеүек бурыстарҙы уңышлы үтәгән. Бында пионер, комсомол сафына ҡабул иткәндәр, төҙөлөш отрядтарын хеҙмәт батырлығына дәрт­ләндергәндәр. Заманалар үҙгәреү менән, 1992 йылда төп музей ҙа ябылған. Әле ҡала ҡарамағына тапшырылған мәҙәниәт учрежде­ниеһы фондында 30 меңдән ашыу артефакт һаҡлана. Учреждение йәштәрҙә ватансылыҡ тәрбиәләүгә тос өлөш индерә. Матросовтың тыуған көнөндә бында үҫмерҙәр, ветерандар килә. Йәш быуын ысын батыр­ҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа, уларҙың яҡты иҫтәлеген һаҡларға тейеш.

(“Совершенно секретно” гәзитенән).



Вернуться назад