Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәгәрмәс ҡала — Арҡайым
Арҡайым — Көньяҡ Уралда табылған торлаҡ нығытмаһы, хужалыҡ итеү майҙаны һәм ҡәберлеге булған археологик комплекс.

1987 йылда Көньяҡ Урал далаларында иң боронғо “ҡалалар иле” табылғайны. Ул Бөйөк Британияның боронғо Стоунхендж обсерва­то­рияһына оҡшаған. Был асыш XX быуаттың һуңғы ике тиҫтә йылындағы археологик сенсация булды. Янында урынлашҡан элекке башҡорт ауылы исемен алып, ғалимдар уны “Арҡайым” тип исемләне. Хәҙерге көндә әлеге урындар музей-ҡурсаулык дәрәжәһендә, унан донъяның төрлө тарафтарынан экскурсияға килгән кешеләр ағымы өҙөлмәй. Музей-ҡурсау­лыҡтың даны — б. э. т. III—II меңйыл­лыҡҡа ҡараған Арҡайым нығытмаһы һәм некрополе. Арҡайым Уралдың көнсығыш һырттары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа — 400, көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай 100—150 саҡрымға һуҙылған.
Әле Башҡортостандың көньяҡ-көнсығы­шында һәм Силәбе өлкәһенең көньяғындағы ҙур ғына майҙанда Арҡайым цивилизация­һына ҡараған 21 ҡаласыҡ асылған. Уларҙың йәше — яҡынса 4000 йыл. Арҡайымдар күп­ләп мал аҫраған, металл эшкәртеү, ювелир әйберҙәр, ҡорал яһау, туҡыу һәм башҡа төр эштәр менән шөғөлләнгән. Тикшеренеүселәр шуныһына хайран ҡала: Арҡайымды кешеләр ҡапыл ташлап киткән, бынан һуң унда ҙур янғын сығып, ҡала күмергә ҡалған. Бындағы ҡоролмалар ағастан һәм үҙенән-үҙе цементҡа әйләнә торған ләмдән төҙөлгән. Ә күмергә әйләнгән ағас быуаттар буйына һаҡлана. Меңдәрсә йыл үткәс ғәжәп ҡалаларҙы асыуға нәҡ ошо булышлыҡ итә лә инде. Кешеләрҙең был урынды ҡапыл ғына ташлап китмәгәнен, үҙ­ҙәре менән барлыҡ кәрәк-яраҡтарын да алыуын һуңғараҡ асыҡлай ғалимдар. Уларҙың фекеренсә, арҡайымдар ут ғәрәсәте хаҡында алдан иҫкәртелгән һәм хәүефһеҙ урынға күсеп киткән булырға тейеш. Был иһә унда йәшәгән халыҡтың һәләкәттәрҙе алдан кү­рергә һәләтле булыуы хаҡында һығымтаға килтерә. Тимәк, арҡайымдар үҙенсәлекле белемгә эйә булған, тип фаразларға мөмкин. Ғалимдар билдәләүенсә, кешелектең иң боронғо тарихы тап Урал менән бәйле.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә