Тәгәрмәс ҡала — Арҡайым06.03.2015
Арҡайым — Көньяҡ Уралда табылған торлаҡ нығытмаһы, хужалыҡ итеү майҙаны һәм ҡәберлеге булған археологик комплекс.
1987 йылда Көньяҡ Урал далаларында иң боронғо “ҡалалар иле” табылғайны. Ул Бөйөк Британияның боронғо Стоунхендж обсерваторияһына оҡшаған. Был асыш XX быуаттың һуңғы ике тиҫтә йылындағы археологик сенсация булды. Янында урынлашҡан элекке башҡорт ауылы исемен алып, ғалимдар уны “Арҡайым” тип исемләне. Хәҙерге көндә әлеге урындар музей-ҡурсаулык дәрәжәһендә, унан донъяның төрлө тарафтарынан экскурсияға килгән кешеләр ағымы өҙөлмәй. Музей-ҡурсаулыҡтың даны — б. э. т. III—II меңйыллыҡҡа ҡараған Арҡайым нығытмаһы һәм некрополе. Арҡайым Уралдың көнсығыш һырттары буйлап төньяҡтан көньяҡҡа — 400, көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай 100—150 саҡрымға һуҙылған.
Әле Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында һәм Силәбе өлкәһенең көньяғындағы ҙур ғына майҙанда Арҡайым цивилизацияһына ҡараған 21 ҡаласыҡ асылған. Уларҙың йәше — яҡынса 4000 йыл. Арҡайымдар күпләп мал аҫраған, металл эшкәртеү, ювелир әйберҙәр, ҡорал яһау, туҡыу һәм башҡа төр эштәр менән шөғөлләнгән. Тикшеренеүселәр шуныһына хайран ҡала: Арҡайымды кешеләр ҡапыл ташлап киткән, бынан һуң унда ҙур янғын сығып, ҡала күмергә ҡалған. Бындағы ҡоролмалар ағастан һәм үҙенән-үҙе цементҡа әйләнә торған ләмдән төҙөлгән. Ә күмергә әйләнгән ағас быуаттар буйына һаҡлана. Меңдәрсә йыл үткәс ғәжәп ҡалаларҙы асыуға нәҡ ошо булышлыҡ итә лә инде. Кешеләрҙең был урынды ҡапыл ғына ташлап китмәгәнен, үҙҙәре менән барлыҡ кәрәк-яраҡтарын да алыуын һуңғараҡ асыҡлай ғалимдар. Уларҙың фекеренсә, арҡайымдар ут ғәрәсәте хаҡында алдан иҫкәртелгән һәм хәүефһеҙ урынға күсеп киткән булырға тейеш. Был иһә унда йәшәгән халыҡтың һәләкәттәрҙе алдан күрергә һәләтле булыуы хаҡында һығымтаға килтерә. Тимәк, арҡайымдар үҙенсәлекле белемгә эйә булған, тип фаразларға мөмкин. Ғалимдар билдәләүенсә, кешелектең иң боронғо тарихы тап Урал менән бәйле.