Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » төрлө тарафтан хәбәр
Силәбелә Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан тәүге тапҡыр милли фильмдар күрһәтелгән.

Ҡаланың “Знамя” кинотеатрында баш­ҡорт, татар, ҡаҙаҡ һәм урыҫ телдә­рен­дә кино ҡарарға мөмкин булған. Респуб­лика кинематографистары “Баш­ҡорт­остан” киностудияһының ҡыҫҡа метражлы фильмдарын тәҡдим иткән: “Өйләнәм” (режиссеры — Таңсулпан Бураҡаева), “Еңмеш” (режиссеры — Айнур Асҡаров), “Фирүзә муйынсаҡ” (режиссеры — Дилә Мөхәмәтйәрова).

***
Бөгөн Ҡырғыҙстанда Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне көндәре тамамланды. Унда йырсылар, бейеү коллективтары, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Республика Милли музейы иһә бай экспозиция алып барҙы.

Ҡырғыҙҙарҙың “Манас” һәм баш­ҡорт­тар­ҙың “Урал батыр” эпостарының, милли музыка ҡоралдары, кейем, тел, хатта ғөрөф-ғәҙәттәрҙең оҡшашлығын билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Совет заманында был ике республиканы бер дәү­ләт ҡанаты аҫтында йәшәү ҙә бер­ләш­терҙе. Хәҙер Евразияның уртаһында урын­лашҡан биш миллион ярым халыҡлы Ҡырғыҙстан – айырым дәүләт, әммә ул Рәсәй төбәктәре менән бәйләнеште өҙмәй.

***
Башҡорт рәссамы Раушания Бәҙретдинованың һәм Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге башланғысы менән яңы хәйриә акцияһы старт алды.

1 марттан 17-һенә тиклем һәр кем Раушания Бәҙретдинованың картинаһын һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Оҡшаған эште рәссамдың сайтында һайларға, ә һатыуҙан килгән аҡсаны “Мәрхәмәт” (Өфө) һәм “Ғүмер бүләк ит” (Мәскәү) хәйриә фондтарына күсерергә була.
Раушания Бәҙретдинова бындай акцияла беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Әүҙем хәйриә эшмәкәрлеге алып бар­ғаны өсөн ул Башҡортостанда былтырғы йомғаҡтар буйынса “Йыл кешеһе” тип танылды. Яҡташыбыҙ Стәрлебаш районының Йәшергән ауылында тыуған. Ул — “Ағиҙел буйындағы ҡала”, “Төш”, “Фәрештәләрем”, “Автопортрет”, “Намаҙ”, “Аҙан”, “Уян” һәм башҡа рәсемдәр авторы. Рәссамдың шәхси күргәҙмәһе Мәс­кәүҙә тәүге тапҡыр ойошторола. Әммә уның эштәре Рәсәй, Украина, Намибия, Канада, АҠШ, Австрия, Германия, Нидерландтар, Төркиә илдәрендәге картина галереяларында, шулай уҡ Мирей Матье, Филипп Киркоров, Кристина Орбакайте, Юрий Шевчук, Владимир Кузьмин һәм башҡа “йондоҙҙар”ҙың шәхси коллекцияларында һаҡлана.

***
Күптән түгел Сибай ҡалаһының «Тәҡүә» мәсетенә йөрөгән бер төркөм шәкерт ҡатын-ҡыҙ Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарайға сәйәхәт ҡылды. Сәфәрҙең төп маҡсаты Каруанһарайҙың мәсетен күреү, унда дини ғәмәлдәр ҡылып, тарихы менән танышып ҡайтыу ине.

Әле Каруанһарай комплексындағы биналарҙа 18 ойошма урынлашҡан. Ал­лаға шөкөр, мәсет үҙ урынында, халыҡ намаҙға йөрөй. Совет власы йылдарында, иман йортонан планетарий яһар өсөн, Перовскийҙың заказы буйынса Санкт-Петербургта эшләтелгән ҙур гәл­сәр люстраны юҡ иткәндәр, тәҙрәләрен көпләгәндәр. Ә хәҙер мәсет йәнә үҙ төҫөнә ингән. Тәҙрәләр урынына витраж ҡуйылған, изге Ҡөрьәндән аяттар яҙыл­ған.
Киләһе йылдың авгусында Каруанһа­райҙың асылыуына 170 йыл тула. Дин ҡәрҙәштәребеҙҙе башҡорт халҡының мираҫы һәм рухи хазинаһы булған изге йортҡа сәйәхәт ҡылырға, тарихыбыҙ менән танышырға һәм ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә саҡырабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә