төрлө тарафтан хәбәр06.03.2015
Силәбелә Халыҡ-ара туған тел көнө уңайынан тәүге тапҡыр милли фильмдар күрһәтелгән.
Ҡаланың “Знамя” кинотеатрында башҡорт, татар, ҡаҙаҡ һәм урыҫ телдәрендә кино ҡарарға мөмкин булған. Республика кинематографистары “Башҡортостан” киностудияһының ҡыҫҡа метражлы фильмдарын тәҡдим иткән: “Өйләнәм” (режиссеры — Таңсулпан Бураҡаева), “Еңмеш” (режиссеры — Айнур Асҡаров), “Фирүзә муйынсаҡ” (режиссеры — Дилә Мөхәмәтйәрова).
***
Бөгөн Ҡырғыҙстанда Башҡортостан мәҙәниәте һәм фәне көндәре тамамланды. Унда йырсылар, бейеү коллективтары, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Республика Милли музейы иһә бай экспозиция алып барҙы.
Ҡырғыҙҙарҙың “Манас” һәм башҡорттарҙың “Урал батыр” эпостарының, милли музыка ҡоралдары, кейем, тел, хатта ғөрөф-ғәҙәттәрҙең оҡшашлығын билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Совет заманында был ике республиканы бер дәүләт ҡанаты аҫтында йәшәү ҙә берләштерҙе. Хәҙер Евразияның уртаһында урынлашҡан биш миллион ярым халыҡлы Ҡырғыҙстан – айырым дәүләт, әммә ул Рәсәй төбәктәре менән бәйләнеште өҙмәй.
***
Башҡорт рәссамы Раушания Бәҙретдинованың һәм Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге башланғысы менән яңы хәйриә акцияһы старт алды.
1 марттан 17-һенә тиклем һәр кем Раушания Бәҙретдинованың картинаһын һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Оҡшаған эште рәссамдың сайтында һайларға, ә һатыуҙан килгән аҡсаны “Мәрхәмәт” (Өфө) һәм “Ғүмер бүләк ит” (Мәскәү) хәйриә фондтарына күсерергә була.
Раушания Бәҙретдинова бындай акцияла беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Әүҙем хәйриә эшмәкәрлеге алып барғаны өсөн ул Башҡортостанда былтырғы йомғаҡтар буйынса “Йыл кешеһе” тип танылды. Яҡташыбыҙ Стәрлебаш районының Йәшергән ауылында тыуған. Ул — “Ағиҙел буйындағы ҡала”, “Төш”, “Фәрештәләрем”, “Автопортрет”, “Намаҙ”, “Аҙан”, “Уян” һәм башҡа рәсемдәр авторы. Рәссамдың шәхси күргәҙмәһе Мәскәүҙә тәүге тапҡыр ойошторола. Әммә уның эштәре Рәсәй, Украина, Намибия, Канада, АҠШ, Австрия, Германия, Нидерландтар, Төркиә илдәрендәге картина галереяларында, шулай уҡ Мирей Матье, Филипп Киркоров, Кристина Орбакайте, Юрий Шевчук, Владимир Кузьмин һәм башҡа “йондоҙҙар”ҙың шәхси коллекцияларында һаҡлана.
***
Күптән түгел Сибай ҡалаһының «Тәҡүә» мәсетенә йөрөгән бер төркөм шәкерт ҡатын-ҡыҙ Ырымбур ҡалаһындағы Каруанһарайға сәйәхәт ҡылды. Сәфәрҙең төп маҡсаты Каруанһарайҙың мәсетен күреү, унда дини ғәмәлдәр ҡылып, тарихы менән танышып ҡайтыу ине.
Әле Каруанһарай комплексындағы биналарҙа 18 ойошма урынлашҡан. Аллаға шөкөр, мәсет үҙ урынында, халыҡ намаҙға йөрөй. Совет власы йылдарында, иман йортонан планетарий яһар өсөн, Перовскийҙың заказы буйынса Санкт-Петербургта эшләтелгән ҙур гәлсәр люстраны юҡ иткәндәр, тәҙрәләрен көпләгәндәр. Ә хәҙер мәсет йәнә үҙ төҫөнә ингән. Тәҙрәләр урынына витраж ҡуйылған, изге Ҡөрьәндән аяттар яҙылған.
Киләһе йылдың авгусында Каруанһарайҙың асылыуына 170 йыл тула. Дин ҡәрҙәштәребеҙҙе башҡорт халҡының мираҫы һәм рухи хазинаһы булған изге йортҡа сәйәхәт ҡылырға, тарихыбыҙ менән танышырға һәм ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә саҡырабыҙ.