Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Аҡ тирмә”гә — аҡ юл!
Мәскәү ҡала башҡорттарының ошоғаса ике берләшмәһе — “Башҡортостан яҡташтары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Мәскәү башҡорттары йәмғиәте — бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Батырхан Әмирхан улы Мырҙабаев етәкселектән киткәс, эш һүлпәнәйҙе, дөрөҫөрәге, ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалды. Уның ҡарауы, башҡорт студенттары һәм аспиранттарының ассоциацияһы төҙөлдө, тәүге көндәрҙән үк ойошма берҙәм, көслө булыуын күрһәтте. Аныҡ бурыстары, маҡсаттары бар. Мәскәүҙәге ҡыҙ һәм егеттәребеҙ үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, Санкт-Петербургтағы башҡорт йәштәре менән дә тығыҙ аралашып йәшәй.

Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ойошторолған сараларҙан урта һәм өлкән йәштәрҙәге милләт­тәш­тәребеҙ ситтәрәк ҡала килде, йә булмаһа Мәскәү татарҙарының концерттарына йөрөй торғайны. Төрки халыҡтарҙың Нау­руз, һабантуй байрамдарында башҡа милли мәҙәни үҙәктәрҙең эшмәкәрлегенә, әүҙемлегенә күҙебеҙ ҡыҙып ҡайтҡан саҡтар ҙа аҙ булманы.
Башҡорт милли коллективын ойоштороу хыялы менән күптән янабыҙ. Былтыр Науруз байрамында “Заман”, “Алтынай” ансамблдәре һәм йәш йырсы Радик Юлъ­яҡшин сығыш яһаны, әммә күргәҙмә­ләр­ҙә, үҙешмәкәр концертта Мәскәү баш­ҡорт­тарының ҡатнашмауы күңелде ҡырҙы. Шул байрамдан һуң, илебеҙҙең баш ҡалаһында күптән йәшәгән һәм эшләгән һәләтле ҡыҙҙарҙы йыйып, “Аҡ тирмә” башҡорт фольклор ансамблен ойоштороп ебәрҙек.
Тәүге “ҡоймағыбыҙ” — былтыр ҡала һабантуйында Роберт Юлдашев, Артур Туҡтағолов кеүек сәхнә оҫталары менән бер рәттән ун ике үҙешмәкәр артисыбыҙ сығыш яһаны. Тамашасыларҙың яратып ҡабул итеүе беҙҙең күңелгә ҡанат ҡуйҙы. ВДНХ-ла үткәрелгән Башҡортостан көн­дәрендә, Төрки халыҡтарҙың I Мәскәү фестивалендә, Яңы йыл байрамында, “Һылыуҡай” конкурсында, Стәрле­та­маҡта уҙған “Ашҡаҙар таңдары” республика фольклор байрамында һәм башҡа са­раларҙа уңышлы сығыш яһаныҡ. “Уң ҡул­дарым” Зөлфиә Хәсәнова менән Әлфиә Ағиеваға айырыуса рәхмәтлемен. Бер үҙемә ҙур эште ойоштороп ебәреүе, әлбиттә, бик ауырға төшөр ине.
Ошоғаса Мәскәүҙә башҡорттарҙың ғы­на милли мәҙәни үҙәге булманы. Рухташтар менән йыйылып, фекер алышып, “Аҡ тирмә” башҡорт фольклор ансамбле ни­ге­ҙендә үҙәк асырға ҡарар иттек. Мәскәү, шулай уҡ күрше төбәк тамашасыларын халҡыбыҙҙың йыр-бейеүҙәре, милли йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныш­ты­рыуҙы, мәҙәниәтебеҙ, сәнғәтебеҙ өл­гө­ләрен таратыуҙы маҡсат итеп ҡуй­ҙыҡ. Хыялыбыҙ тормошҡа ашты — “Аҡ тирмә” башҡорт милли мәҙәни үҙәге үҙ ишектәрен асты. Сара Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге бинаһында уҙға­рылды. Байрамда һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, Рәсәй Дәүләт Думаһы депута­ты Иршат Фәхретдинов, Ришат Ха­ли­ҡов, танылған яҡташтарыбыҙ һәм, халҡыбыҙҙың сағыу таланттары Нажиә Аллаярова, Артур Нәзиуллиндарҙың ҡатнашыуы кисәнең мәртәбәһен күтәрҙе. Йырсыларыбыҙ туған моңдарға сарсап йәшәгән ерҙәштәребеҙгә күңел байрамы бүләк итте.
Яҡташтарыбыҙ был осрашыуҙан рухи көс алып таралышты. Киләсәктә ял кисә­ләре ойоштора башлайбыҙ. Бындай саралар матур йолаға әйләнер, “Аҡ тирмә” үҙәге Мәскәү башҡорттарын берләш­тереүгә, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға үҙ өлөшөн индерер тип өмөтләнәбеҙ.

Гөлсинә БАТЫРШИНА,
“Аҡ тирмә” башҡорт милли мәҙәни үҙәге етәксеһе, рәссам.





Район: Мәскәү ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә