Мәскәү ҡала башҡорттарының ошоғаса ике берләшмәһе — “Башҡортостан яҡташтары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы һәм Мәскәү башҡорттары йәмғиәте — бар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Батырхан Әмирхан улы Мырҙабаев етәкселектән киткәс, эш һүлпәнәйҙе, дөрөҫөрәге, ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалды. Уның ҡарауы, башҡорт студенттары һәм аспиранттарының ассоциацияһы төҙөлдө, тәүге көндәрҙән үк ойошма берҙәм, көслө булыуын күрһәтте. Аныҡ бурыстары, маҡсаттары бар. Мәскәүҙәге ҡыҙ һәм егеттәребеҙ үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, Санкт-Петербургтағы башҡорт йәштәре менән дә тығыҙ аралашып йәшәй. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында ойошторолған сараларҙан урта һәм өлкән йәштәрҙәге милләттәштәребеҙ ситтәрәк ҡала килде, йә булмаһа Мәскәү татарҙарының концерттарына йөрөй торғайны. Төрки халыҡтарҙың Науруз, һабантуй байрамдарында башҡа милли мәҙәни үҙәктәрҙең эшмәкәрлегенә, әүҙемлегенә күҙебеҙ ҡыҙып ҡайтҡан саҡтар ҙа аҙ булманы.
Башҡорт милли коллективын ойоштороу хыялы менән күптән янабыҙ. Былтыр Науруз байрамында “Заман”, “Алтынай” ансамблдәре һәм йәш йырсы Радик Юлъяҡшин сығыш яһаны, әммә күргәҙмәләрҙә, үҙешмәкәр концертта Мәскәү башҡорттарының ҡатнашмауы күңелде ҡырҙы. Шул байрамдан һуң, илебеҙҙең баш ҡалаһында күптән йәшәгән һәм эшләгән һәләтле ҡыҙҙарҙы йыйып, “Аҡ тирмә” башҡорт фольклор ансамблен ойоштороп ебәрҙек.
Тәүге “ҡоймағыбыҙ” — былтыр ҡала һабантуйында Роберт Юлдашев, Артур Туҡтағолов кеүек сәхнә оҫталары менән бер рәттән ун ике үҙешмәкәр артисыбыҙ сығыш яһаны. Тамашасыларҙың яратып ҡабул итеүе беҙҙең күңелгә ҡанат ҡуйҙы. ВДНХ-ла үткәрелгән Башҡортостан көндәрендә, Төрки халыҡтарҙың I Мәскәү фестивалендә, Яңы йыл байрамында, “Һылыуҡай” конкурсында, Стәрлетамаҡта уҙған “Ашҡаҙар таңдары” республика фольклор байрамында һәм башҡа сараларҙа уңышлы сығыш яһаныҡ. “Уң ҡулдарым” Зөлфиә Хәсәнова менән Әлфиә Ағиеваға айырыуса рәхмәтлемен. Бер үҙемә ҙур эште ойоштороп ебәреүе, әлбиттә, бик ауырға төшөр ине.
Ошоғаса Мәскәүҙә башҡорттарҙың ғына милли мәҙәни үҙәге булманы. Рухташтар менән йыйылып, фекер алышып, “Аҡ тирмә” башҡорт фольклор ансамбле нигеҙендә үҙәк асырға ҡарар иттек. Мәскәү, шулай уҡ күрше төбәк тамашасыларын халҡыбыҙҙың йыр-бейеүҙәре, милли йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыуҙы, мәҙәниәтебеҙ, сәнғәтебеҙ өлгөләрен таратыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Хыялыбыҙ тормошҡа ашты — “Аҡ тирмә” башҡорт милли мәҙәни үҙәге үҙ ишектәрен асты. Сара Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге бинаһында уҙғарылды. Байрамда һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов, Ришат Халиҡов, танылған яҡташтарыбыҙ һәм, халҡыбыҙҙың сағыу таланттары Нажиә Аллаярова, Артур Нәзиуллиндарҙың ҡатнашыуы кисәнең мәртәбәһен күтәрҙе. Йырсыларыбыҙ туған моңдарға сарсап йәшәгән ерҙәштәребеҙгә күңел байрамы бүләк итте.
Яҡташтарыбыҙ был осрашыуҙан рухи көс алып таралышты. Киләсәктә ял кисәләре ойоштора башлайбыҙ. Бындай саралар матур йолаға әйләнер, “Аҡ тирмә” үҙәге Мәскәү башҡорттарын берләштереүгә, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға үҙ өлөшөн индерер тип өмөтләнәбеҙ.
Гөлсинә БАТЫРШИНА,
“Аҡ тирмә” башҡорт милли мәҙәни үҙәге етәксеһе, рәссам.