Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Башҡортостаныма — именлек, халҡыма берҙәмлек теләйем”
Израилдең Сдерот ҡалаһында йәшәгән эшҡыуар яҡташыбыҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, “Мираҫ” төрки халыҡтары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рауил САДИҠОВ менән ҡорған әңгәмәбеҙ, аҡыллыға ишара булып, гәзит уҡыусыларыбыҙҙы тел, милләт, рух кеүек мәңгелек изге төшөнсәләр хаҡында тағы бер тапҡыр уйландырһын ине.

— Рауил Әхмәтшәриф улы, Баш­ҡорт­остандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйткәнсә, “сит ерҙәрҙә баш­ҡорт булыуы ауырмы”?
— Беҙ, тыуған еребеҙҙән ҡырҙа йәшә­гән башҡорттар, иңебеҙгә икеләтә яуап­лылыҡ һалынғанын яҡшы аңлайбыҙ. Ни өсөн тигәндә, сит ил кешеләре беҙгә ҡарап Башҡортостан һәм милләтебеҙ тураһында фекер йөрөтә. Сит ерҙә беҙ­ҙең насар булырға, ялҡауланырға хаҡы­быҙ юҡ. Шуға күрә лә республикабыҙҙы, халҡыбыҙҙы лайыҡлы күрһәтеү, яҡшы яҡ­тан ғына танытыу өсөн тырышып йә­шәй­беҙ. Башҡортостанда йәһүдтәр күп булһа ла, Израилдә башҡорттар бик аҙ, күргәҙ­мә әсбап кеүек. Уның ҡарауы, беҙҙе бын­да юғары квалификациялы белгес итеп таныйҙар, хеҙмәтебеҙҙе баһалай­ҙар. Яҙ­ған булһа, тыуған яҡтарға ҡайтып, сит ил­дә туплаған тәжрибәне үҙебеҙҙең төйәгебеҙҙе үҫтереүгә йүнәлтербеҙ әле.
— Мәғлүм булыуынса, сит мәмлә­кәттәрҙә үҙең йәшәгән илдең дәүләт телен белмәйенсә тороп, уҡыу йорттарына инеү, эшкә урынлашыу еңел түгел.
— Хатта мөмкин дә түгел. Сит илдә тиңдәр араһында тиң булып йәшәү өсөн тәү сиратта йәмғиәттә лайыҡлы урын биләргә кәрәк. Ә бының өсөн, әлбиттә, үҙең йәшәгән ер халҡының телен мотлаҡ белергә тейешһең. Шунһыҙ етәксе вази­фа­ларға үрләй алмайһың. Ерле халыҡ­тың телен ни тиклем яҡшыраҡ һәм тәрә­нерәк белһәң, биләйәсәк вазифаң да шул тиклем юғарыраҡ буласаҡ. Әгәр һинең тейешле һөнәри сифаттарың юҡ икән, бында ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ аша ғына юғарыға үрләү мөмкин түгел.
Иврит телен үҙләштереүе бик ауыр. Уны өйрәнеү өсөн үҙең белгән бөтөн телдәрҙе онота яҙаһың. Ләкин мин бала саҡтан аңыма һеңеп ҡалған “атай”, “әсәй”, “Ватан”, “икмәк” кеүек изге һүҙҙәрҙе һис онотмаясаҡмын.
— Израилдәр өсөн нимә ул демок­ратия?
— Израиль халҡы өсөн демократия — шәхси ирек, һәр кемдең шәхес булып үҫеүе һәм һүҙ азатлығы. Иң мөһиме — был тойғо уларға сабый саҡтан уҡ “һин иң аҡыллыһы, иң көслөһө, иң матуры” кеүек һүҙҙәр аша һеңдерелә. Уйлап ҡараһаң, бәлки, улар бер аҙ арттырып та ебәрә­ләрҙер. Ләкин демократия нигеҙҙәре шуға ҡоролған: мин берәүгә лә буйһонмайым, миңә лә һис кем буйһонмай, беҙ – тиңдәр. Израилдә йәһүдтәр өсөн үҙ тарихын, мәҙә­ниәтен, телен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә.
Башҡортостанда шундай ғибрәтле ваҡиғаларҙы үҙ башыбыҙҙан кисерҙек: урамда, транспортта, йәмәғәт урындарында башҡортса һөйләшергә тартына торғайныҡ. Күп йылдар элек баш ҡа­ла­ның 20-се башҡорт мәктәбендә (хәҙерге Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы) бергә уҡыған класташтар менән осраштыҡ. Исмаһам, береһе башҡортса һүҙ әйтһә?!. Юҡ, был телде онотоуҙан түгел, сәбәбе — үҙ телебеҙҙән үҙебеҙ оялыуҙа ғына...
Интернет селтәре аша республикабыҙ яңылыҡтары менән танышып барабыҙ. Борсоулы хәбәрҙәр ҙә килеп етә. Һәр милләт үҙенең дәүләт телен һаҡларға бурыслы. Халҡыбыҙҙың Ер шарында Баш­ҡортостандан башҡа башҡорт телен һаҡ­ларлыҡ һәм яҡларлыҡ бүтән иле юҡ. Быны республикабыҙҙа йәшәгән башҡа милләттәр яҡшы аңларға һәм ихтирамлы булырға тейеш.
— Рауил Әхмәтшәриф улы, ни өсөн ул тарафтарға барып нигеҙ ҡорҙоғоҙ?
— Күптәр уйлағанса, беҙ “оҙон” аҡса артынан, бәхет эҙләп сығып китмәнек. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң йүнәлтмә буйынса Литваға ебәрҙеләр. Ғүмеремдең күп өлөшө Каунас ҡала­һында үтте. Шунда буласаҡ ҡатыным менән таныштым. Балаларыбыҙ тыуҙы, уларға башҡорт исемдәрен ҡуштыҡ. СССР заманында илдең бер мөйөшөнән икенсеһенә бер ниндәй ауырлыҡһыҙ йөрөгәнгә күрә, Башҡортостаныма йыш ҡына ҡайтып, үҙемде тыуған еремдең айырылғыһыҙ өлөшө итеп тоя торғайным.
СССР тарҡалғандан һуң, әсәһенән айырып алынған сабый бала кеүек, ситтә тороп ҡалырға мәжбүр булдыҡ, ҙур тетрә­неү кисерҙек. Бында беҙҙең милләтте һорап торманылар, барыбыҙ ҙа урыҫ теллегә әйләндек. Шул ваҡытта Израиль үҙ иленә кире ҡайтырға теләгән халҡына ярҙам итеү программаһын әҙерләне һәм бар донъяға таралған милләттәштәрен үҙ ҡанаты аҫтына йыйҙы. Ҡатыным йәһүд булғанға күрә, 1992 йылда бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ унда күстек. Ә ватандаш­тарыбыҙҙың күбеһе, диңгеҙ уртаһына ташланған кеүек, бер ниндәй ярҙамһыҙ тороп ҡалырға мәжбүр булды. Күпме ҡыйралған яҙмыш! Ул турала яҙмайҙар ғына... Әле булһа тыуған яғына күсеп ҡайта алмағандар йәки мең бәлә менән Ватаны тупһаһына баҫып та, унда граж­данлыҡ ала алмай ыҙаланғандар әҙме ни?! Ә күпме башҡорт хыялланып та, ҡайта алмайынса, сит ерҙәрҙә гүр эйәһе булып ҡалды?!.
Тыуған илеңде ҡалдырып китеүҙең ни тиклем ауыр һәм әсе ғазап икәнлеген үҙе кисергән кеше генә аңлайҙыр. СССР тар­ҡалып, беҙ ике яр уртаһында тороп ҡалған саҡта миңә: “Ҡайт, үҙ илеңә кәрәк­һең, ярҙам итербеҙ”, — тиһәләр, һис уй­лап тормай, ялан аяҡ йәйәү ҡайтып китергә лә риза булыр инем. Үкенескә ҡаршы, илебеҙ үҙ балаларын яҙмыш ҡосағына ташланы, махсус программалар эшләп, юғары белемле белгестәрен ҡайтарыу сараһын күрмәне. Мин әле лә ҡайтыр инем...
— Рауил Әхмәтшәриф улы, был шатлыҡлы көндәрҙе лә күрергә насип булһын! Халҡыбыҙға ниндәй теләктәр еткерер инегеҙ?
— Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының төп бурысы – башҡорт халҡы­ның милли аңын үҫтереүгә ярҙам итеү, уны берләштереү, көслө генофондыбыҙ барлығын иҫбатлау тип иҫәпләйем. Был маҡсатты милләтселек, экстремизм тип ҡарарға ярамай. Милли үҙаң ул. Көслө генофонд булғанда ғына, милләт үҙен һаҡлай һәм яҡлай ала.
Донъя кимәленә ҡыйыуыраҡ сыҡһын­дар, сит илдәрҙә танытырлыҡ ҡаҙаныш­тарыбыҙ, бай тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ бар. Башҡортостаныма – именлек, хал­ҡы­ма берҙәмлек теләйем!

Рауил уҙаман Садиҡов былтыр баш ҡалабыҙҙа халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосы “Урал батыр”ға арнап үткәрелгән флеш­мобта ҡатнашты, эпостан өҙөк­тө ҡурай моңо аҫтында башҡортса уҡыған видеояҙмаһын ебәрҙе. Башҡорт­лоҡ “Мин — башҡорт!” тип күкрәк ҡағыуҙа түгел, ә илеңде, милләтеңде яратыуҙа, халҡың өсөн башҡарған эш­тәреңдә сағыла. Ошондай көслө рухлы милләттәштәребеҙ донъяның һәр тарафында күп булһын!

Флүрә СОЛТАНОВА әңгәмәләште.

Өфө — Израиль.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә