Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Йәшел йылан” йәшәтмәҫ
(Рәшит Кәлимуллин, “Зыяратта —
“Йәштәр урамы”,
2015 йыл, 30 ғинуар)
“Түҙер әмәл ҡалманы...” , — тине Таңһылыу һәм муйынына элмәк элде. Аҫылынып торған ҡатындың кәүҙәһен беренсе булып хәл белергә ингән ҡәйнәһе күрҙе. Ҡалғаны томанда һымаҡ: йыраҡтан килгән әсәһе һушын юғалтты, балалары, бәләкәй булғанға күрә, хәлде аңламаны, Ирек тә ҡайҙалыр байрам итә ине...

— Әсәй, мин бөгөн ике “биш­ле” алдым! — Дамирҙың шатлыҡлы тауышына һиҫкәнеп китте Таңһылыу. Улы быйыл I класҡа уҡырға төштө шул.
— Афарин, балам! Тәртипле, ты­рыш булһаң, көндәлегеңдә лә “биш­ле”­ләр, тормошоңда ла тик уңыштар юлдаш булыр, — тине Таңһылыу һәм улын ҡыҫып ҡосаҡлап алды.
Башына ниндәй ҡурҡыныс уйҙар килгәнен әле генә аңлап ҡалды ул. Бына ошо ике ҡошсоғо — улы Дамир менән ҡыҙы Гөлнур — өсөн ул тормошон дауам итергә тейеш.
Таңһылыу менән Ирек Өфөлә уҡы­ғанда таныша. Эшкә бөтмөр егет һылыу ҡыҙға шунда уҡ ғашиҡ була. Улар осраша башлай, ләкин әрмегә китер алдынан Ирек Таңһылыуға бүтән күрешергә теләмәүе хаҡында әйтә. Шулай ҙа бер-береһен өс йыл күрмәһәләр ҙә, йәштәрҙең мөхәббәте һүнмәй, хаттар яҙышып аңлашалар. Ирек ҡайтҡас та, Таңһылыуҙы һора­тып бара, гөрләтеп туй үткәрәләр. Матур итеп донъя көткән ерҙән ирҙе “ен алмаштыра”. Ул “йәшел йылан” менән дуҫлаша, көн һайын дош­мандарҙы шатландырып, әсәһен көйөндөрөп, урамды үрле-ҡырлы үлсәп, дүрт аяҡлап өйөнә ҡайтып инә. Балалар ҡурҡыштан мөйөшкә боҫа, ҡатынға ла, һылтауы табылып, йоҙроҡ эләгеп тора.
Бына ошондай интегеүҙәргә лә хәҙер инде 10 йыл тирәһе булып килә, Ирек эскелек һаҙлығына батҡандан-бата...
Рәшит Кәлимуллиндың “Зыяратта — “Йәштәр урамы” тигән мәҡәләһе тәрән уйҙарға һалды. Ирҙәрҙең был көнгә төшөүендә ҡатын-ҡыҙҙың өлөшө ҙур тигән фекер менән килешә алмайым. Гүзәл зат аҡыллы, психология менән дә ҡыҙыҡһына. Ир янында ма­тур, яғымлы булырға кәрәк икәнлеген һәр береһе белә, яратҡаның өсөн матурлыҡ та, тәмле, йылы аш-һыу ҙа йәл түгел. Шулай уҡ автор менән уртаҡ фекерем дә бар.
Ысынлап та, киләсәк быуынды афәттән ҡурсаларға бурыслыбыҙ. Ки­беттәрҙә хәмергә хаҡты арттырыу эскелекте кәметмәй ҙә, туҡтатмай ҙа, сөнки эсәм тигән кеше кәрәкле аҡсаны барыбер таба.
“Эскелек сирме, әллә яман ғәҙәтме?” тигән һорауға мин былай яуап бирер инем: эскелек — ул яман ғәҙәттән тыуған сир. Кеше “йәшел йылан” менән дуҫлашһа, был яйлап ғәҙәткә һәм артабан сиргә килтерә.
“Мин уға йығып һалмайым бит”, — тип аҡланып араҡы һатҡандар, ке­ше­нең ниндәй һаҙлыҡҡа батып барғанын күрһә лә, үс иткәндәй, араҡыны бурысҡа таратыуҙы туҡтатмай.
Баһадирҙай көслө, аҡыллы ирҙәр, уңған ҡатындар, күп пенсия алған, ба­лалары фатирлы, машиналы әбей­ҙәргә ни етмәй?! Һеҙ ҙә ғаиләле ке­­шеләр бит, башҡаларҙың ба­ла­ла­ры­ның, ҡатындарының, әсә­лә­ренең түккән күҙ йәшенән алынған аҡса менән байыйһығыҙмы?! Үҙегеҙҙе, то­ҡомоғоҙҙо уйлағыҙ, рәнйеш алмағыҙ! Эсмәйек, туғандар, “йәшел йылан”дың ҡуйынында мәрхүм булмайыҡ, яҡын­дарыбыҙға иғтибар бүләйек, ярҙам ҡулы һуҙайыҡ! Хоҙай биргән ғүмерҙе матур, фәһемле итеп үткәрәйек!




Автор: Аҡйондоҙ ҠУСҠАРОВА. Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә