“Йәшел йылан” йәшәтмәҫ13.03.2015
(Рәшит Кәлимуллин, “Зыяратта —
“Йәштәр урамы”,
2015 йыл, 30 ғинуар)
“Түҙер әмәл ҡалманы...” , — тине Таңһылыу һәм муйынына элмәк элде. Аҫылынып торған ҡатындың кәүҙәһен беренсе булып хәл белергә ингән ҡәйнәһе күрҙе. Ҡалғаны томанда һымаҡ: йыраҡтан килгән әсәһе һушын юғалтты, балалары, бәләкәй булғанға күрә, хәлде аңламаны, Ирек тә ҡайҙалыр байрам итә ине...
— Әсәй, мин бөгөн ике “бишле” алдым! — Дамирҙың шатлыҡлы тауышына һиҫкәнеп китте Таңһылыу. Улы быйыл I класҡа уҡырға төштө шул.
— Афарин, балам! Тәртипле, тырыш булһаң, көндәлегеңдә лә “бишле”ләр, тормошоңда ла тик уңыштар юлдаш булыр, — тине Таңһылыу һәм улын ҡыҫып ҡосаҡлап алды.
Башына ниндәй ҡурҡыныс уйҙар килгәнен әле генә аңлап ҡалды ул. Бына ошо ике ҡошсоғо — улы Дамир менән ҡыҙы Гөлнур — өсөн ул тормошон дауам итергә тейеш.
Таңһылыу менән Ирек Өфөлә уҡығанда таныша. Эшкә бөтмөр егет һылыу ҡыҙға шунда уҡ ғашиҡ була. Улар осраша башлай, ләкин әрмегә китер алдынан Ирек Таңһылыуға бүтән күрешергә теләмәүе хаҡында әйтә. Шулай ҙа бер-береһен өс йыл күрмәһәләр ҙә, йәштәрҙең мөхәббәте һүнмәй, хаттар яҙышып аңлашалар. Ирек ҡайтҡас та, Таңһылыуҙы һоратып бара, гөрләтеп туй үткәрәләр. Матур итеп донъя көткән ерҙән ирҙе “ен алмаштыра”. Ул “йәшел йылан” менән дуҫлаша, көн һайын дошмандарҙы шатландырып, әсәһен көйөндөрөп, урамды үрле-ҡырлы үлсәп, дүрт аяҡлап өйөнә ҡайтып инә. Балалар ҡурҡыштан мөйөшкә боҫа, ҡатынға ла, һылтауы табылып, йоҙроҡ эләгеп тора.
Бына ошондай интегеүҙәргә лә хәҙер инде 10 йыл тирәһе булып килә, Ирек эскелек һаҙлығына батҡандан-бата...
Рәшит Кәлимуллиндың “Зыяратта — “Йәштәр урамы” тигән мәҡәләһе тәрән уйҙарға һалды. Ирҙәрҙең был көнгә төшөүендә ҡатын-ҡыҙҙың өлөшө ҙур тигән фекер менән килешә алмайым. Гүзәл зат аҡыллы, психология менән дә ҡыҙыҡһына. Ир янында матур, яғымлы булырға кәрәк икәнлеген һәр береһе белә, яратҡаның өсөн матурлыҡ та, тәмле, йылы аш-һыу ҙа йәл түгел. Шулай уҡ автор менән уртаҡ фекерем дә бар.
Ысынлап та, киләсәк быуынды афәттән ҡурсаларға бурыслыбыҙ. Кибеттәрҙә хәмергә хаҡты арттырыу эскелекте кәметмәй ҙә, туҡтатмай ҙа, сөнки эсәм тигән кеше кәрәкле аҡсаны барыбер таба.
“Эскелек сирме, әллә яман ғәҙәтме?” тигән һорауға мин былай яуап бирер инем: эскелек — ул яман ғәҙәттән тыуған сир. Кеше “йәшел йылан” менән дуҫлашһа, был яйлап ғәҙәткә һәм артабан сиргә килтерә.
“Мин уға йығып һалмайым бит”, — тип аҡланып араҡы һатҡандар, кешенең ниндәй һаҙлыҡҡа батып барғанын күрһә лә, үс иткәндәй, араҡыны бурысҡа таратыуҙы туҡтатмай.
Баһадирҙай көслө, аҡыллы ирҙәр, уңған ҡатындар, күп пенсия алған, балалары фатирлы, машиналы әбейҙәргә ни етмәй?! Һеҙ ҙә ғаиләле кешеләр бит, башҡаларҙың балаларының, ҡатындарының, әсәләренең түккән күҙ йәшенән алынған аҡса менән байыйһығыҙмы?! Үҙегеҙҙе, тоҡомоғоҙҙо уйлағыҙ, рәнйеш алмағыҙ! Эсмәйек, туғандар, “йәшел йылан”дың ҡуйынында мәрхүм булмайыҡ, яҡындарыбыҙға иғтибар бүләйек, ярҙам ҡулы һуҙайыҡ! Хоҙай биргән ғүмерҙе матур, фәһемле итеп үткәрәйек!