Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Йәнемдең бер киҫәген бирҙем уларға”
 “Йәнемдең бер киҫәген бирҙем уларға” Был йылы ҡарашлы, алсаҡ ханымдың үҫеп етеп, хәҙер үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан пациенттары араһында ғүмерен фәнгә, сәнғәткә, медицинаға бағышлағандары ла бар. Үҙәк һәм периферик нервы системаһы ҡаҡшау сәбәпле барлыҡҡа килгән ауыр сирҙәрҙе еңеү, яҙмышыңа үс итеп йәшәргә тырышыу, уҡыу, эшләү теләге ниндәй көслө уларҙа! “Үҙемдә дауаланып киткән балаларҙың артабанғы яҙмышына нисек битараф булайым инде? Йәнемдең бер киҫәген бирҙем бит уларға. Урамда осрап, бәләкәй генә булһа ла еңеүҙәргә, уңыштарға өлгәшеүҙәре тураһында һөйләп китһәләр, минең өсөн оло бәхет”, – тип ҡыуанып һөйләй балалар невропатологы Лидия Ибашева.

Ҡыуанырға сәбәптәр ҙә етерлек шул, эшенең һөҙөмтәләре лә күренеп тора. Әле яңыраҡ балаларҙың церебраль фалижы диагнозы ҡуйылған бер пациенты Бөрө медицина һәм фармацевтика колледжына уҡырға ингән, ә икенсеһе хатта биология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжәгә лайыҡ булған. Күптәре юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөй, эшкә урынлаша. Тимәк, был кешеләрҙең рухы һынмаған, иң мөһиме — күңелдәре зәғиф түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уйланырлыҡ етди проблемалар күп әле: ауырыу балалар һаны артҡандан-арта, киләсәгебеҙгә, халыҡ, ил яҙмышына хәүеф-хәтәр янай.
– Хәҙерге тормош шарттарында әсә кеше үҙен дә, балаһын да тейешенсә һаҡлай алмай. Эш, көнкүреш шарттары арҡаһында тыуған депрессия, стресс, дөрөҫ туҡланмау, көн тәртибенең боҙолоуы, экология насарайыуы, иҫерткес эсемлектәр, тәмәке тартыу, компьютерҙы, кеҫә телефонын йыш файҙаланыу – былар бөтәһе лә тыуасаҡ баланың һаулығына кире йоғонто яһай, үҙәк нервы системаһының ҡаҡшауына алып килә. Йәш әсәләр Интернетта ултырып, тышта саф һауала йөрөү, ваҡытында йоҡлау кеүекте онота, электромагнит тулҡындарының яралғыға ҙур зыян килтереүе тураһындағы уй баштарына инеп тә сыҡмай, – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә балалар невропатологы. – Элек бала табыу йортона байрамға барған һымаҡ йөрөй торғайным, хәҙер яңы тыуған ауырыу сабыйҙарҙы күреп күңел әрней. Ҡулымдан килһә, әсәләрҙе тәүге айҙарҙан уҡ декрет ялына ебәрер инем, сөнки уларҙың шул мәлдә күргән-кисергәндәре баланың һаулығы өсөн мөһим.
Лидия Александровна үҙе лә осраҡлы рәүештә балалар невропатологы булып китә. Мишкә районының Яңы Ключево тигән мари ауылында тыуған ҡыҙ 1981 йылда күрше Сабыҡ ауылы мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина институтының педиатрия факультетына уҡырға инә. 1987 йылда уҡыуын уңышлы тамамлап, Бөрө ҡалаһының үҙәк район дауаханаһында интернатура үтә башлай. Йәш педиатр артабан йүнәлтмә буйынса Татарстандың Бөгөлмә ҡалаһына эшкә барырға тейеш була. Әммә ҡыҙ кейәүгә сығып, Бөрө ҡалаһында тороп ҡала. Шулай итеп, балалар поликлиникаһында участка табибы булып эшләп китә Лидия Александровна.
Декрет ялынан һуң уның тормошонда өр-яңы үҙгәрештәр башлана. Ул ваҡытта поликлиникала балалар невропатологы вазифаһы булмай әле. Баш табип Марат Абдуллин тәҡдиме буйынса Лидия Александровна невропатологка уҡый. Балалар неврологияһы мәктәбенә нигеҙ һалған билдәле профессор Александр Юрьевич Ратнерҙың һабаҡтары бигерәк тә әһәмиәтле була. Уның әйткәндәрен һаман да иҫләй табип-невропатолог:
– Беҙгә профессор Ратнер, баланы беренсе йылында уҡ дауалай башларға кә­рәк, биш-алты йәшендә бының файҙаһы юҡ, тип өйрәтте.
Лидия Александровна шәхси эш­ҡыуар­лыҡ менән дә шөғөлләнә. Был эшкә тотоноуының да сәбәбе бар.
– Беренсенән, невропатолог ярҙамына мохтаж балалар һаны хәҙер көнөнә ҡырҡ-илле кешегә етә. Билдәле булыуынса, бөтә дауаханаларҙа электрон сират. Һәр бер балаға 12 минут тәғәйенләнгән. Әгәр ҙә бала өлкәнерәк, үҙаллы булһа, уның менән эшләүе күпкә еңелерәк. Ә теле асылмаған, хис-тойғоһон күрһәтеп бар­маған сабыйҙың хәрәкәттәрен, телмәр өндәрен өйрәнеп диагноз ҡуйыу күберәк ваҡытты талап итә. Тынғы белмәгән, мыжыҡ, тиҙ арып барыусан, кеше менән аралышыуҙан ҡурҡҡан балаларҙың ата-әсәһе шәхси кабинетыма йөрөй. Уларға шулай еңелерәк: сабыйҙары өсөн тыныс мөхит, уңайлы шарттар тыуҙырылған. Кәрәк булһа, өйҙәренә лә саҡыралар. Икенсенән, һөнәремде ныҡ яратам, әгәр ҙә пенсияға китһәм, үҙ эшемде дауам итергә мөмкинлегем бар. Өсөнсөнән, был – өҫтәмә эш хаҡы ла. Тәүге йылда, әлбиттә, ауыр булды: бөтә килгән аҡса һалым, аренда өсөн китеп торҙо. Шөкөр, хәҙер эш яйға һалынды, – тип аңлата ул.
Невропатолог Лидия Ибашеваның һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүенә егерме ете йыл да булып киткән. Ул — юғары категориялы табип, Башҡорт­остандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Әйткәндәй, тормош иптәше Дмитрий Ибашев – һөнәре буйынса хирург, үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы. Улар ике ул тәрбиә­ләй, өлкәне — Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранты, ә кесеһе, ата-әсә юлын һайлап, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға ингән.
Дмитрий Ишмаевич менән Лидия Александровна мари халҡының боронғо йолаларына битараф түгел. Бөрө ҡала­һын­да уҙғарылған төрлө мәҙәни сара­ларҙа, телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға бағышланған семинарҙарҙа, конфе­ренция­ларҙа, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә әүҙем ҡатнашалар. Дмитрий Ибашев мари автономиялы мәҙәниәт-ағартыу үҙәгенең рәйесе лә булараҡ күп эш башҡара.
Балалар невропатологы Лидия Александровна килгән һәр бер йәш әсәгә: “Мөмкин тиклем балаларығыҙ янында булығыҙ, һаҡлағыҙ һәм яратығыҙ”, – тип кәңәш бирә. Балалар һаулығы бөгөн дә көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып торған саҡта, һөйөү, иғтибар кеүек төшөнсәләр ҙур роль уйнай шул.





Автор: Айһылыу ВАХИТОВА. Район: Бөрө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә