Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡыҙыл мөйөш”тәр бар әле
“Ҡыҙыл мөйөш”тәр бар әле Сихонкин һөтсөлөк фермаһында күпселекте гүзәл заттың тәшкил итеүе беҙҙе аптыратманы. Илдәге иҡтисади үҙгәрештәр сәбәпле, “оҙон” аҡса артынан төрлө тарафҡа юлланыусылар күбәйҙе шул. Кемделер Себер яҡтары тартҡан, Өфөлә төпләнгәндәр ҙә байтаҡ. Әйткәндәй, ферма мөдире Лариса Иванова, киреһенсә, баш ҡалала байтаҡ йәшәгәндән һуң яҙмышын ауыл менән бәйләгән.
– Һөтсөлөк йүнәлеше буйынса эшләйбеҙ, – тип башланы һүҙен “Артемида” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәтенең Сихонкин фермаһы мө­дире. – Һыйыр­ҙарҙың быҙаулау осоро еткәс, һауым ярайһы ғына артты. Һөттө Саҡмағоштан килеп алалар.
“Ҡыҙыл мөйөш”тәр бар әлеЛариса Михайловна билдәлә­үенсә, хеҙмәткә түләү ваҡытында башҡарылғас, дәртләндереү саралары ла күрелгәс, һәр кем тырыша, илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуйылмай. “Төшкө ашҡа өйгә ҡайтып та өлгөр­мәйем, яңынан фермаға ашҡынып торам”, — ти ул уйынлы-ысынлы.
Хужалыҡта мал ҡышлатыу яҡшы бара. Һыйырҙар ҡышты көр генә сыға. Ферма янына көҙҙән үк килтерелгән һалам эҫкерттәре, бесән кәбәндәре теҙелгән.
Сихонкин һөтсөлөк фермаһы “500 ферма” программаһына инергә йыйына. Тимәк, мөмкинлектәр күбә­йәсәк. Әҙәм балаһына эш, шөғөл табыу – ошоларҙың барыһы ла ауылдың һүнмәүенә булышлыҡ итә бит.
Бөгөн хужалыҡтарҙа “Ҡыҙыл мө­йөш” — һирәк күренеш, ә бында ул тергеҙелгән. Тамаҡ ялғап алырға мөмкин, телевизор һәм радио бар, ҡыҫҡаһы, ял итеү өсөн һәр яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Сихонкин ауылы ҡатын-ҡыҙҙары хужалыҡты алдынғы итеүгә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Фәймә Баһауетдинова, Татьяна Коновалова, Надежда Васильева, Алевтина Захарова һәм башҡа уңғандар бар саҡта, ауылдың киләсәге ышаныслы.







Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Фото: Э. Дилмөхәмәтов
Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә