Сихонкин һөтсөлөк фермаһында күпселекте гүзәл заттың тәшкил итеүе беҙҙе аптыратманы. Илдәге иҡтисади үҙгәрештәр сәбәпле, “оҙон” аҡса артынан төрлө тарафҡа юлланыусылар күбәйҙе шул. Кемделер Себер яҡтары тартҡан, Өфөлә төпләнгәндәр ҙә байтаҡ. Әйткәндәй, ферма мөдире Лариса Иванова, киреһенсә, баш ҡалала байтаҡ йәшәгәндән һуң яҙмышын ауыл менән бәйләгән.– Һөтсөлөк йүнәлеше буйынса эшләйбеҙ, – тип башланы һүҙен “Артемида” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Сихонкин фермаһы мөдире. – Һыйырҙарҙың быҙаулау осоро еткәс, һауым ярайһы ғына артты. Һөттө Саҡмағоштан килеп алалар.

Лариса Михайловна билдәләүенсә, хеҙмәткә түләү ваҡытында башҡарылғас, дәртләндереү саралары ла күрелгәс, һәр кем тырыша, илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуйылмай. “Төшкө ашҡа өйгә ҡайтып та өлгөрмәйем, яңынан фермаға ашҡынып торам”, — ти ул уйынлы-ысынлы.
Хужалыҡта мал ҡышлатыу яҡшы бара. Һыйырҙар ҡышты көр генә сыға. Ферма янына көҙҙән үк килтерелгән һалам эҫкерттәре, бесән кәбәндәре теҙелгән.
Сихонкин һөтсөлөк фермаһы “500 ферма” программаһына инергә йыйына. Тимәк, мөмкинлектәр күбәйәсәк. Әҙәм балаһына эш, шөғөл табыу – ошоларҙың барыһы ла ауылдың һүнмәүенә булышлыҡ итә бит.
Бөгөн хужалыҡтарҙа “Ҡыҙыл мөйөш” — һирәк күренеш, ә бында ул тергеҙелгән. Тамаҡ ялғап алырға мөмкин, телевизор һәм радио бар, ҡыҫҡаһы, ял итеү өсөн һәр яҡлап та уңайлы шарттар тыуҙырылған.
Сихонкин ауылы ҡатын-ҡыҙҙары хужалыҡты алдынғы итеүгә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Фәймә Баһауетдинова, Татьяна Коновалова, Надежда Васильева, Алевтина Захарова һәм башҡа уңғандар бар саҡта, ауылдың киләсәге ышаныслы.