Ниндәй генә дөйөмләштереү, глобалләштереү заманында йәшәһәк тә, барыбер үҙ тамырҙарыңа ынтылыу, ҡан тартыу бар. Ул халыҡ йырҙарын, ҡурай моңдарын тыңлағанда, мәсет тупһаһына баҫҡанда, алыҫ ерҙәрҙә ҡәрҙәштәреңде осратҡанда күңелде солғап ала. Ошо көндәрҙә Төркиәлә бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле сәфәрҙә йөрөп ҡайтырға насип булды. Бында донъяның төрлө төбәктәренән мәҙәниәт темаһын яҡтыртҡан төрки телле журналистар бер аҙналыҡ махсус сараға йыйылғайны. “ТӨРКСОЙ” ойошмаһы саҡырыуы буйынса Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төньяҡ Кипр, Македония илдәре һәм Рәсәйҙең Башҡортостан, Татарстан, Дағстан, Хакас республикаларынан вәкилдәр бер майҙанда осраштыҡ. Барлығы 18 журналист 2014 йыл һөҙөмтәләре буйынса “ТӨРКСОЙ”-ҙың халыҡ-ара премияһына лайыҡ тип баһаланды.
“Башҡортостан” телерадиокомпанияһынан алып барыусы, продюсер Гөлназ Яҡупова һәм мин, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе, ике төп мәғлүмәт ойошмаһы вәкилдәре булараҡ ҡатнаштыҡ был байрамда.
Башҡа ерҙәрҙән килгән коллегаларыбыҙ тыуған төбәктәрендә башҡарған эштәре менән хөрмәт ҡаҙанған кешеләр: режиссер, Ҡырғыҙстандың халыҡ артисы Айнур Алдашева, Башҡортостанда тыуып үҫкән, хәҙерге көндә Татарстандандағы “Татмедиа” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры кәңәшсеһе Римзил Вәлиев, Дағстандан билдәле публицист Камил Әлиев, Ҡаҙағстан телерадиокорпорацияһының директор урынбаҫары Ҡайнар Олжаев, Төркиәнең “360” каналының баш мөхәррире Сыңғыҙ Оздемир. Улар менән танышыу, бер нисә көн дауамында яҡындан аралашыу, төрки халыҡтарҙың уртаҡ тарихы, мәҙәниәте хаҡында һөйләшеү онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Журналистарҙы бүләкләү тантанаһы Анкара дәүләт театрында ойошторолдо. Кисә билдәле төрөк яҙыусыһы һәм драматургы Халдун Танерҙың 100 йыллығын билдәләү менән бергә тап килде. Шәхестең тормош һәм ижад юлына арналған фильм һәм уның әҫәрҙәре буйынса Анкара һәм Самсун театрҙары ҡуйған спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде.
Тантанала “ТӨРКСОЙ”-ҙың генераль секретары Дүсән Касеинов һәм Төркиә Республикаһының мәҙәниәт һәм туризм министры Омер Челик сығыш яһап, лауреаттарға наградалар тапшырҙы. Ҙур сәхнәнән бөтә донъянан йыйылған вәкилдәр алдында Башҡортостан йөҙөнән сығыш яһау бик тулҡынландырҙы.
— Журналистар күбеһенсә үҙ илдәренең мәҙәниәте һәм сәнғәте тураһында ғына яҙа, башҡа төрки халыҡтарҙың мәҙәниәтен яҡтыртыусылар элекке заманда бигерәк аҙ булды, мәғлүмәтте шәхси каналдарҙан ғына ала инек. Бөгөн киң белемле, донъя мәҙәниәте, тарих менән ҡыҙыҡһынған көслө журналистар һаны арта бара – шуныһы ҡыуаныслы. Беҙ үҙебеҙҙең эшмәкәрлекте йылдан-йыл киңәйтергә, донъя кимәлендә ойошторорға тырышабыҙ, — тине Дүсән Касеинов.
Анкарала һәм Истанбулда урынлашҡан Матбуғат һәм мәғлүмәт идаралығы, Сит ил эштәре министрлығы, Төркиәнең хеҙмәттәшлек һәм координация буйынса агентлығы, Төрөк кәңәше, шулай уҡ дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән осраштыҡ. Һәр күрешеү йәнле фекер алышыу менән тамамланды, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙек. Был ойошмалар үҙҙәренең ишектәрен беҙҙең өсөн һәр саҡ асыҡ тип белдерҙе.
Төрки донъяны берләштереү буйынса етди ҡаҙаныштарҙың береһе – Төркиә, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан башлыҡтары ҡарары менән, Астанала Төрки академияһын асыу. Бында төрки донъянан йыйылған ғалимдар фәнни эш алып бара, ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә, төрки халыҡтарҙың энциклопедияһын әҙерләй.
— Беҙ Ҡаҙағстан тарихын ҡырҡ битлек кенә китапта уҡый торғайныҡ, башҡа илдәр хаҡындағы яҙмалар ҙа шул күләмдә. Тарихты ныҡлап өйрәнеп, яңы быуынға дәреслектәр әҙерләп сығарыу – академияның төп маҡсаттарының береһе, – тине Төрөк кәңәше ойошмаһының генераль секретары ярҙамсыһы Афзал Япарбекулы.
Осрашыу барышында көтөлмәгән хәлдәр ҙә асыҡланды. “Афәт” көрсөк һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә идара итеү департаменты етәксеһе Эркан Доғанайҙың өләсәһе — Башҡортостандан, атаһы Азербайжандан икәнен белдек. Ошо хаҡта ул ҙур ғорурлыҡ менән бәйән итте.
Ҡунаҡтарҙы оҙатып йөрөгән ойоштороусы егет мәшһүр ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туғандың уҡыусыһы булып сыҡты. Беҙҙең өсөн бик һөйөнөслө булды был яңылыҡтар.
Анкарала йәшәгән ватандаштарыбыҙ Зилә һәм Рим Хажиндар менән осрашыу үҙе бер ваҡиға булды. Улар беҙҙе киске ҡала буйлап йөрөттө, матур урындарҙы – Ататөрк мавзолейын, мәсеттәрҙе күрһәтте. Зилә – Күмертау ҡалаһында, Рим Салауат районында тыуып үҫкән, әле Төркиәлә уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Яҡташтарыбыҙҙың сит илдә шулай үҙ урындарын табып, кәрәкле белгес булыуҙарына, йәшәүҙең тәмен белеп донъя көтөүҙәренә һөйөндөк.
Журналистарға бай һәм эстәлекле мәҙәни программа ла ойошторолдо. Төркиәнең иң ҙур телерадиокомпанияларына — күп телле “ТРТ-Ауаз” һәм “360” (элекке “Sky Turk”) каналдарына ҡунаҡҡа барҙыҡ. Заманса йыһазландырылған студиялар, ньюс-румдар, яңы техник ҡоролмаларҙы күреп, үҙебеҙҙең дә Башҡортостан юлдаш телеканалының техник яҡтан ошондай кимәлгә етеүен теләнек. “ТРТ-Ауаз”дың биләмәһе ҙур, урамы киң, инфраструктураһы бай. “360” каналы тәүлек әйләнәһенә күрһәтә, унда тарих, мәҙәни тапшырыуҙар, яңылыҡтар бирелә, ә ни бары 120 генә кеше эшләй – шуныһы ғәжәпләндерҙе.
Төркиәгә сәйәхәттең бер өлөшө боронғо Каппадокия өлкәһендә үтте. Уны Төркиәнең йөрәге тип атайҙар, ул фарсы теленән “Матур аттар иле” тип тәржемә ителә. Был урын тарихы менән дә, иҫ киткес тәбиғәт күренештәре менән дә ылыҡтыра.
Гюрай исемле тәүге ер аҫтындағы керамика музейын ҡараныҡ. Бында күҙ алдыбыҙҙа балсыҡтан йәтеш кенә итеп ҡапҡаслы көршәк яһап ҡуйҙылар. Имеш, элек кәләш алырға теләгән егеттәрҙе шулай һынап ҡарағандар: әгәр ул эшләгән ҡапҡас һауытҡа тура килә икән – тимәк, егет булдыҡлы, ҡапҡасы ҙурыраҡ йә бәләкәйерәк килеп сыҡһа инде – тимәк, әлегә ул өлгөрөп етмәгән. Үҙенсәлекле йола.
Истанбулда “1453 йыл панорамаһы” тарихи музейына алып барҙылар. Был бина Константинополде Солтан Мәхмәд II ғәскәрҙәре алған саҡтағы ҡанлы алыш урынында төҙөлгән. Музейҙың түңәрәк залы һуғыш яланы кеүек итеп эшләнгән – бында аяҡ баҫыу менән үҙеңде асыҡ һауала, ғәскәр уртаһында кеүек хис итәһең. Төркиәнең традицион сәнғәтен беҙгә Газиантеп ҡалаһынан этник музыка һәм бейеүҙәр ансамбле күрһәтте.
Журналистар менән аралашыу юлда ла туҡтаманы. Автобуста китеп барғанда ла илһамланып, һәр милләт вәкиле үҙенең йырҙары менән сығыш яһаны. Мин дә мәшһүр “Уралым”ды йырлап ишеттерҙем һәм уның халҡыбыҙ өсөн ни тиклем мәғәнәле икәнен аңлатырға тырыштым.
Төркиәгә журналистарҙың сәйәхәтен “ТӨРКСОЙ” һәм Төркиәнең Матбуғат һәм мәғлүмәт идаралығы юғары кимәлдә ойоштороуға өлгәште. Бик күп мәғлүмәт алдыҡ, яңы дуҫтар таптыҡ һәм рухи көсөбөҙ тупланып, берҙәм йәшәүҙә икәнлегенә инандыҡ.